Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АВТО...

АВТО... (гр. autos — үҙе), “автоматик” (мәҫ., автоэләктергес), “үҙе йөрөүсе” (автодрезина, автобус), “автомобиль” (автобаза, автосервис), “үҙенең”, “үҙе...” (автономия, автотрофтар) мәғәнәләрен аңлатҡан ҡушма һүҙ өлөшө. Тәрж. Р.М.Шәрипова

АВСТРИЯ, Австрия Республикаһы

АВСТРИЯ, Австрия Республикаһы, Үҙәк Европала Дунай й. басс. дәүләт. Майҙаны — 83,8 мең км2. Баш ҡалаһы — Вена. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 8,4 млн кеше (2010), 98% — австрийҙар. Рәсми тел — немец теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР-ҙың А. м‑н бәйләнештәре РФ м‑н А. араһындағы мөнәсәбәттәр...

АВРАС Леонид Фёдорович

АВРАС Леонид Фёдорович (17.1.1907, Киев — 2.7.1986, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1958). Харьков авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) 124/27‑се заводта (Ҡазан), 234‑се заводта (Ленинград) эшләй. 1941 й. алып ӨМЭЗ‑дең цех нач., баш инженеры,...

АВКСЕНТЬЕВ Николай Дмитриевич

АВКСЕНТЬЕВ Николай Дмитриевич (29.11.1878, Пенза ҡ. — 4.3.1943, Нью‑Йорк ҡ., АҠШ), сәйәси эшмәкәр. Филос. ф. д‑ры (1905). Дворяндарҙан. 1905 й. алып Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. Галле ун‑тын тамамлаған (1905). 1906 й. революцияла (1905—07) ҡатнашҡаны өсөн Тубыл губ. Обдорск а. һөргөнгә ебәрелә,...

АВИОНИКА

АВИОНИКА (ингл. aviation electronics — авиация электроникаһы), осоу аппараттарының электрон приборҙары, ҡоролмалары, системалары һәм комплекстары йыйылмаһы. А. саралары осоу аппараты хәрәкәтенең параметрҙары, уның агрегаттары һәм системаларының торошо, тирә‑йүндәге һауа һәм метеорологик шарттар т‑дағы...

АВИЖАНСКАЯ София Александровна

АВИЖАНСКАЯ София Александровна (5.12.1920, Петроград ҡ. - 20.1.2014, Бостон ҡ., АҠШ), фольклорсы, этнограф, музей белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1946). ЛДУ‑ны тамамлаған (1942). 1945—80 йй. СССР халыҡтары этнографияһы дәүләт музейы (Ленинград ҡ.) ғилми хеҙмәткәре, сектор мөдире, директор урынбаҫары....

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБЫ

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБЫ. Күмертау авиация производство предприятиеһына ҡарай. 1971 й. асыла. Күмертау авиация производство предприятиеһының “Воротыновка” аэродромында 2 Ан-2 самолёты, осоу техникаһы һәм тренажёрҙар өсөн ангарҙары бар (2010). Парашют спорты секцияһы эшләй. Клуб командаһы — парашют...

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ

АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБТАРЫ. 20 б. 20‑се йй. 1‑се яртыһында респ. Һауа флоты дуҫтары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Рәсәй спорт-техник оборона ойошмаһы) авиаклубтары ойошторола башлай. 1924 й. Өфөлә тәүге авиаклуб барлыҡҡа килә, 1933 й. Өфө аэроклубы (ҡара: Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы)...

АВИАЦИЯ ТЕХНИКУМЫ

АВИАЦИЯ ТЕХНИКУМЫ. Өфөлә урынлашҡан, 1941 й. Өфө т. юл техникумы базаһында барлыҡҡа килә, 1964—90 йй. Пальмиро Тольятти ис. йөрөтә. ӨМЭПБ эргәһендә киске бүлеге бар (1944 й. нигеҙ һалына); техникум филиалы базаһында Күмертау авиация техникумы асыла. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән...

АВИАЦИЯ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ

  АВИАЦИЯ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ, Өфөгә 1941 й. дек. эвакуацияланған Рыбинск авиация ин‑ты (1932 й. асылған) базаһында С.Орджоникидзе ис. ӨАИ булараҡ 1942 й. асыла. 1992 й. алып Өфө дәүләт авиация техник университеты. Ун‑т составына 8 ф‑т [авиация двигателдәре; авиация приборҙары төҙөү; авиацион-технологик...

АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ

АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ, авиация системаларының агрегатлау принцибы ярҙамында эшләнеүсе, бер‑береһен алмаштыра алыусы айырым ҡоролмалар рәүешендәге функциональ өлөштәре. Төп А.с.а. пилотаж‑навигация комплексы агрегаттары (ҡара: Авионика); фильтрҙар, форсункалар, оптик пирометрик үҙгәрткестәр,...

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ

АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, осоусы аппараттарҙың осоу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн метеорологик факторҙарҙы һәм Ер атмосфераһының күренештәрен өйрәнеүсе метеорология бүлеге. А.м. автоматик һәм радиолокация метеостанциялары, радиозондтар, метеоспутниктар һ.б. мәғлүмәттәрен ҡуллана. Ағымдағы һауа шарттары...

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ

АВИАЦИЯ ДВИГАТЕЛДӘРЕ, осоу аппараттарын хәрәкәткә килтереүсе һәм уларҙың системаларын хеҙмәтләндереүсе йылылыҡ двигателдәре. А.д. поршенле һәм газ турбиналы двигателдәргә бүленә. Башҡортостанда А.д. 20 б. 40‑сы йй. башынан етештерелә (ҡара: Авиатөҙөлөш). 1941—45 йй. 26‑сы з‑дта (ҡара: Өфө моторҙар эшләү...

АВИАЦИЯ

АВИАЦИЯ (фр. aviation), 1) һауала хәрәкәт иткәндә күтәреү көсө булдырыу принцибын файҙаланыусы һауанан ауырыраҡ аппараттарҙа (самолёт, вертолёт һ.б.) осоу теорияһы һәм практикаһы. А. ерҙә файҙаланыу өсөн техник саралар, осоу аппараттары инә. Башҡортостанда 20 б. 40-сы йй. башынан авиатөҙөлөш үҫеш ала....

АВИАТӨҘӨЛӨШ

АВИАТӨҘӨЛӨШ, машиналар эшләүҙең авиация өсөн техник ҡорамалдар етештереүсе тармағы. БР сәнәғәтенең иң үҫешкән тармаҡтарының береһе. А. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. тура килә. Өфөгә Воронеж, Ленинград, Мәскәү, Ржев, Рыбинск һ.б. ҡалаларҙан эвакуацияланған авиация машиналары эшләү пр‑тиелары һәм КБ‑лары тармаҡҡа...

АВИАМОДЕЛЬ СПОРТЫ

АВИАМОДЕЛЬ СПОРТЫ, осоусы моделдәр (ирекле осоусы, кордалы, радио м‑н идара ителеүсе) төҙөү, әҙерләү, уларҙың осоу тиҙлеген, ваҡытын, алыҫлығын, юғары пилотаж фигуралары үтәүен һынау б‑са спорт ярыштары. Башҡортостанда А.с. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1926 й. Өфөлә Башавиахим аэроклубы (ҡара: Рәсәй...

АВЗАЛОВ Рузил Хәкимйән улы

АВЗАЛОВ Рузил Хәкимйән улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Теләкәй а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н): 1993 й. алып уҡытыусы, 1995—2004 йй. һәм 2010 й. алып уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор,...

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич

АВЕРЬЯНОВ Иван Андреевич (1.6.1923, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Туҡан руднигы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Туҡан а., — 9.1.2000, Мәскәү), инженер, генерал‑полковник (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э.Дзержинский ис. артиллерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й....

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич

АВЕРЬЯНОВ Вячеслав Юрьевич (15.9.1959, Белорет ҡ.), лётчик, капитан (1985). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған һынаусы лётчиғы (2006). Ейск юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1980), Һынаусы лётчиктар мәктәбен (Жуковский ҡ., 1986) тамамлаған. 1976—85 йй. Совет армияһында. 1980—85...

АВЕРШИНА (Бигеева) Людмила Васильевна

АВЕРШИНА (Бигеева) Людмила Васильевна (2.9.1954, Өфө), цирк артисткаһы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1979). “Спартак” ДСО‑һының акробатика секцияһында шөғөлләнә (тренеры М.А.Шәмиғолов). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективында “Юғарыға сөйә торған таҡталар...