Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАУ ОКРУГТАРЫ

ТАУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. тау ведомствоһының тау сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан адм.‑терр. берәмеге; 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында уның составына тик шәхси тау сәнәғәте пр‑тиелары ингән. Тау өлкәләренә ҡарағандар (ҡара: Уралтау өлкәһе). Заводтарҙы, рудниктарҙы, приискыларҙы, урмандарҙы һ.б. ерҙәрҙе,...

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ, таулы һәм тау буйындағы райондарҙа а.х. культураларын үҫтереү алымдары системаһы. Башҡортостандың тау‑урман зонаһында 90,1 мең га һөрөнтө ер урынлашҡан (2011). Т.и. үҙенсәлектәре: рельефтың бүлгеләнгәнлеге, төрлөлөгө, а.х. ерҙәренең көтөүлек дигрессияһына һәм тупраҡ эрозияһына дусар...

ТАТЫШ, күл

ТАТЫШ, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Илеш р‑ны Иҫке Татыш а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,38 км2, оҙонлоғо яҡынса 4 км, макс. киңлеге 360 м. Иҫке үҙән, соҡоро даға һымаҡ (көньяҡҡа табан тарая). Тымыҡ күл. Тирә‑яҡ ландшафы аллювиаль, һаҙ тупраҡтарындағы һаҙланған болондарҙан,...

ТАТЫРҮҘӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ТАТЫРҮҘӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Татырүҙәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 461 кеше; 1959 — 655; 1989 — 1087; 2002 — 1131; 2010 — 1146 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....

ТАТЫРЛЫҠ

ТАТЫРЛЫҠ, ҡоро климат һәм тупраҡ эретмәһендә еңел эреүсән тоҙҙар йыйылғанда парға әйләнеүсән һыу режимы шарттарында дала, сүл һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т. тупраҡ горизонттарына насар бүленә, капилляр күтәрелеү иҫәбенә тоҙҙар эретмәһенә туйына, бер аҙ тығыҙ,...

ТАТЫРЛАН

ТАТЫРЛАН (Salicornia), алабутаһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда европа Т. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы быуынтыҡлы, төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, ҡайһы берҙә ҡыҙыл төҫтә, бейеклеге 5—40 см....

ТАТЫР ҮЛӘНЕ

ТАТЫР ҮЛӘНЕ (Limonium), татыр үлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да дала һәм сүллек өлкәләрендә, башлыса Урта диңгеҙ, Урта һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр һәм ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, бейеклеге 5— 70 см. Һабаҡтары...

ТАТЫР БИЛСӘНЕ

ТАТЫР БИЛСӘНЕ (Galatella), астраһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Урта һәм Көньяҡ Европала, тропик булмаған Азияның байтаҡ өлөшөндә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр, вегетация башында үрмәксе ауына оҡшаған нескә, аҙаҡтан уҡмаш кейеҙ м‑н ҡапланған....

ТАТЛЫБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ТАТЛЫБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 313; 1939 — 220; 1959 — 145; 1989 — 320; 2002 — 340; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кәрешкә урта мәктәбе...

ТАТЛЫ ТАМЫР

ТАТЛЫ ТАМЫР (Glycyrrhiza), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Африканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда Коржинский Т.т. үҫә. Көслө тамырлы һәм тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, биҙле, осонда ҡайһы берҙә тарҡау төктәре була, бейеклеге...

ТАТЛЫ

ТАТЛЫ, ауыл, 1996 й. алып Межгорье ҡ. эсендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Иҫәнбирҙе Татлин билдәле. Шулай уҡ Итатлы, Илмәш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 127 кеше йәшәгән, 1866...

ТАТИЩЕВ Василий Никитич

ТАТИЩЕВ Василий Никитич (19.4. 1686, Псков ҡ. янында — 15.7.1750, Мәскәү губ. Болдино а.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1737). Дворян. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында, 1711 й. Прут походында ҡатнашҡан. Инженерҙар һәм артиллерия мәктәбен (Мәскәү) тамамлаған. Пруссияла (1714), Речь Посполитаяла (1717),...

ТАТАРСТАН

ТАТАРСТАН, Т а т а р с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында, Волга һәм Кама йй. араһында урынлашҡан. Киров, Ульяновск өлк., Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Марий Эл, Удмуртия, Сыуашстан респ. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы — Ҡазан. Юғары...

ТАТАРИНОВ Илья Петрович

ТАТАРИНОВ Илья Петрович (яҡынса 1732 й. — ?), дәүләт эшмәкәре. Дворян. Коллегия советнигы (1782). 1779 й. алып Өфө провинцияһы воеводаһы. 1782 й. башлап Өфө ҡаҙна палатаһының экономия директоры. Өфө наместниклығы учреждениелары өсөн наместник йорто һ.б. биналар төҙөүҙе тикшергән. 1783 й. императрица...

ТАТАРИНОВ Дмитрий Иванович

ТАТАРИНОВ Дмитрий Иванович (18.10.1877, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., — 25.7.1956, Өфө), терапевт. Мед. д‑ры (1905), проф. (1934). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1940), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944). Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1901) шунда уҡ эшләй....

ТАТАРҘАР

ТАТАРҘАР (үҙ атамаһы татар), халыҡ, Татарстандың төп халҡы. Т. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 5522 мең, ТАССР‑ҙа — 1765,4 мең; 2002 й. РФ‑та — 5554 мең, ТР‑ҙа — 2 млн кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. — 1120,7 мең; БР‑ҙа 2002 й. 990,7 мең кеше тәшкил итә. Башлыса Өфө (291 мең), Октябрьский (45,6 мең), Туймазы (29,3 мең)...

ТАТАРБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ТАТАРБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мәүлит а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 128 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1252 кеше; 1920 — 1325; 1939 — 1139; 1959 — 887; 1989 — 615; 2002 — 546; 2010 — 445 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ТАТАР-ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТАТАР-ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар-Олҡан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Һалҡыншишмә й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1079 кеше; 1920 — 1420; 1939 — 762; 1959 — 652; 1989 — 750; 2002 — 633; 2010 — 691 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ТАТАР-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ

ТАТАР-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ (ТБСР), РСФСР составында башҡорт һәм татарҙарҙың күҙалланған милли дәүләтселек формаһы. Урал-Волга штаты проектына ҡаршы эшләнгән. “Татар-Башҡорт Совет республикаһы тураһында положение” Эске Рәсәй мосолман эштәре комиссариаты (ҡара: Үҙәк мосолман комиссариаты) тарафынан...

ТАТАР-БАШҠОРТ ДРУЖИНАҺЫ

ТАТАР-БАШҠОРТ ДРУЖИНАҺЫ, РСФСР ХКС‑ы һәм Үҙәк мосолман комиссариаты саҡырыуы нигеҙендә 1918 й. июнь аҙағында Өфөлә башҡорт һәм татарҙарҙан Ҡыҙыл гвардия отряды (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) булараҡ ойошторола. Июлдән — А.М.Чеверёв отряды, сент. алып РККА‑ның Көнсығыш фронтындағы Икенсе армияһының...