Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨММИ КАМАЛ

ӨММИ КАМАЛ, И с м ә ғ и л (?—1475), төрки суфый шағиры. Ә.Йәсәүи, Баҡырғаниҙың суфыйсылыҡ традицияларына эйәргән. Ө.К. тормошо т‑да тулы мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Тикшеренеүселәр уның биографияһын Ҡырым, Кавказ арты, Кесе Азия, ш. уҡ Урал‑Волга буйы м‑н бәйләй. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорттар һәм татарҙар...

ӨММӘТИ Зыя Ибраһим улы

ӨММӘТИ Зыя Ибраһим улы [1885, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сурапан а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) – 1943, шунда уҡ], яҙыусы. “Ғосмания” (1898 й. алып), “Ғәлиә” (1906—09) мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1910 й. алып Өфө губ. Бөрө өйәҙе мәктәптәрендә уҡыта, 1923 й. — а.х. төрлө тармаҡтарында эшләй. Яҙыусының “Аталарға – ғибрәт,...

ОСТРОВСКИЙ Александр Николаевич

ОСТРОВСКИЙ Александр Николаевич (31.3.1823, Мәскәү – 2.6.1886, Кострома губ. Николо-Бережки а.), урыҫ драматургы. О. ижадында урыҫ халҡы тормошона хас һыҙаттар, типтары һәм яҙмыштары төрлөлөгө, көнкүреш һәм психологик төҫмөрҙәре, милли характерҙың үҙенсәлеге кәүҙәләндерелә; халыҡтың әхлаҡи өлгөһө сағылдырыла....

ОСОРГИН Михаил Андреевич

ОСОРГИН (Ильин) Михаил Андреевич (7.10.1878, Пермь ҡ. – 27.11.1942, Шабри ҡ., Франция), яҙыусы. Өфө дворяндары Ильиндар нәҫеленән. 1906—16 йй. һәм 1922 й. алып эмиграцияла була. Революцияға тиклем һәм революциянан һуңғы Мәскәү тормошо т‑да “Сивцев вражек” (1928), эсер‑террорсыларҙың революциянан (1905—07)...

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы [1884, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., – 18.4.1920, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Яманһары а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], драматург. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә...

НИКОЛАЕВСКАЯ Елена Матвеевна

НИКОЛАЕВСКАЯ Елена Матвеевна (18.7.1923, Мәскәү — 2.2.2006, шунда уҡ), шағирә, тәржемәсе. “Буяуҙар” (“Краски”; 1961), “Бәхетле булып тыу” (“Родись счастливой”; 1979), “Ят шатлыҡты һүндермә” (“Не гаси чужую радость”; 2000), “Мин көндәрҙе ашыҡтырмайым” (“Я дней не тороплю”; 2006) шиғыр йыйынтыҡтары, “Тауыштар”...

НИЗАМОВ Рәшит Зыяфетдин улы

НИЗАМОВ Рәшит Зыяфетдин улы (15.11.1935, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл-Уңғар а. — 9.6.2018, Өфө), яҙыусы. БССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре, 1967 й. алып “Башҡортостан пионеры”, 1978 й. – “Совет Башҡортостаны” гәз....

НИЗАМОВ Рәйес Ғилметдин улы

НИЗАМОВ Рәйес Ғилметдин улы [1.7.1932, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ташлы а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 16.8.1978, шунда уҡ], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1957) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1966 й. алып “Пионер” ж. хеҙм‑ре, 1968 й. — “Ағиҙел” ж....

НИҒМӘТУЛЛИН Рауил Хөрмәт улы

НИҒМӘТУЛЛИН Рауил Хөрмәт улы [12.5.1941, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ғүмәр а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 5.9.2005, шунда уҡ], шағир. БССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1970 й. алып Ишембай р‑ны Әхмәр урта мәктәбе дир., 1973 й. — РСФСР Мәғариф министрлығы...

НИҒМӘТУЛЛИН Әхәт Зәйнетдин улы

НИҒМӘТУЛЛИН Әхәт Зәйнетдин улы [30.11.1921, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үтәй а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) — 11.5.2015, Өфө], әҙәбиәт белгесе, шағир. Филол. ф. д‑ры (1993), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Журналистар союзы (1966), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Б.В....

НИҒМӘТИ Рәшит Ниғмәтулла улы

НИҒМӘТИ (Ниғмәтуллин) Рәшит Ниғмәтулла улы [27.1.1909, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) – 13.10.1959, Өфө, Н.К.Крупская ис. баҡсала (хәҙ. С.Юлаев ис. баҡса) ерләнгән], шағир. БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1959). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә...

НЕЧАЕВ Евгений Павлович

НЕЧАЕВ Евгений Павлович [6.3. 1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Миәҙек а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 27.2.1999, Псков ҡ.], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1934—35). 1933 й. алып Борай р‑нының Яңы Киҙгән мәктәбендә уҡыта, 1935—36 йй. Мари АССР‑ы мәктәптәренең береһендә эшләй. 1954 й. башлап...

НЕРИС Саломея

НЕРИС (Бачинскайте‑Бучене) Саломея (4.11.1904, Польша батшалығының Сувалкск губ. Киршяй а. — 7.7.1945, Мәскәү), шағирә. Литва ССР‑ының халыҡ шағиры (1954). “Иртә менән” (“Ранним утром”; 1927), “Ҡомдағы эҙҙәр” (“Следы на песке”; 1931), “Ватылыусан боҙ буйлап” (“По ломкому льду”; 1935), “Йырла, йөрәк,...

НЕДОЛИН Иван Петрович

НЕДОЛИН (Маркелов) Иван Петрович [17.10.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Борон а. (хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны), — 5.3.1947, Мәскәү], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1908—14 йй. Әстерхан ҡ., 1918 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. типографияларында хәреф...

НӘЗИРОВ Марис Нәзиф улы

НӘЗИРОВ Марис Нәзиф улы (4.8. 1949, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Ҡара Көсөк а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрнәк а., – 3.2.2013, Өфө, БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. ерләнгән), шағир. Журналистар союзы (1970), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2004). Бөрө пед. ин‑тын...

НӘЖМИ Назар

НӘЖМИ Назар [ысын исеме Нәжметдинов Назар Нәжметдин улы; 5.2. 1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Миңеште а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) – 6.9.1999, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан...

НАСЫРИ Имай

НАСЫРИ Имай [ысын исеме Насиров Имаметдин Низаметдин улы; 30.9.1898, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Түб. Уҫылы а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 29.3.1942 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 29.9.1942) Үрге Тавда ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында мәҙрәсәлә һәм...

НАСИРОВ Шакир Ғиниәт улы

НАСИРОВ Шакир Ғиниәт улы [6.3. 1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибраһим а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 3.10.1968, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. (өҙөклөк м‑н) алып “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре: 1934—35 йй. сектор, 1938 й. һәм 1940 й. бүлек мөдире; 1948...

НАСЕДКИН Василий Федорович

НАСЕДКИН Василий Фёдорович (1.1.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Веровка а. — 15.3.1938, Мәскәү), шағир. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. МДУ‑ла (1913—14), А.Л.Шанявский ис. Мәскәү ҡала халыҡ ун‑тында (1914—15), Юғары әҙәби-художество ин‑тында (1923—25) уҡыған. 30‑сы йй. Мәскәүҙә...

НАЗАРОВ Рәшит Сәйетбаттал улы

НАЗАРОВ Рәшит Сәйетбаттал улы (1.11.1944, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы 2‑се Төрөмбәт а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Төрөмбәт а., — 14.10. 2006, Ишембай ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 й. сыға. Н. шиғриәте өсөн ысынбарлыҡты...