Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАНАПОВ Ирек Усман улы

МАНАПОВ Ирек Усман улы (7.5. 1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а.), инженер- механик. РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2005). ӨАИ‑ны тамамлаған (1972). 1966 й. алып ӨМЭПБ‑ла: 1970 й. башлап инженер-технолог, 1976 й. — цех нач. урынбаҫары, 1981 й. — нач., 1988 й. — баш технолог, 2002 й. —...

МАНАПОВ Илдар Илдус улы

МАНАПОВ Илдар Илдус улы (19.5.1983, Прага), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2008) артисы. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (2001; педагогы Ю.Г.Ушанов) БДОБТ солисы. М. сәнғәтенә сағыу индивидуаллек, юғары һәм күтәренке рухлы башҡарыу оҫталығы, партнёрын нескә тойоу...

МАМЫҠБАШ КҮРӘН

МАМЫҠБАШ КҮРӘН (Eriophorum), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫлектәр һәм түңгәктәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында...

МАМЫҒҮЛӘН

МАМЫҒҮЛӘН (Puccinellia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: Гаупт М., гигант М., оҙонтәңкә М., аралы М. һәм нескә М. Күп йыллыҡ үләндәр, ярайһы уҡ тығыҙ булған кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә....

МАМЛЫГИН Конон Наумович

МАМЛЫГИН Конон Наумович (1724—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Озерки а. йәшәгән дәүләт крәҫтиәндәренән. Ихтилалға 1774 й. ғин. ҡушыла. Көңгөр ҡ. ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Яҙын атаман И.Г.Васев отряды м‑н Исәт провинцияһына...

МАМИН-СИБИРЯК Дмитрий Наркисович

МАМИН-СИБИРЯК (Мамин) Дмитрий Наркисович (25.10.1852, Пермь губ. Висимо‑Шайтан з‑ды – 2.11. 1912, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Урал һәм Себерҙең тау сәнәғәте тормошона арналған “Тау ояһы” (“Горное гнездо”), “Ҡырағай бәхет” (“Дикое счастье”; икеһе лә – 1884), “Өс тамамланыш” (“Три конца”; 1890), “Алтын”...

МАМАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл

МАМАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Мамаҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 659 кеше; 1920 — 642; 1939 — 488; 1959 — 474; 1989 — 366; 2002 — 367; 2010 — 339 кеше. Удмурттар йәшәй...

МАЛЮШИН Валерий Иванович

МАЛЮШИН Валерий Иванович (19.2.1950, Украина ССР‑ы Михайловка а.), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Ленинград театр, музыка һәм кинематография ин‑тын (1971; В.С.Андрушкевич курсы) тамамлағандан һуң Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры,...

МАЛЬЦЕВ Михаил Еремеевич

МАЛЬЦЕВ Михаил Еремеевич (1748 — 1774 й. майы, Көңгөр ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Красноуфимск ҡәлғәһе казагы. Ырымбур казак ғәскәрендә, 1765 й. алып Красноуфимск станица йортонда писарь булып хеҙмәт итә. 1774 й. ғин. башында ихтилалға ҡушыла. 15 ғин. башлап...

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич (10.7.1910, Дон ғәскәре өлкәһе Сельское а. — 19.10.1972, Ырымбур ҡ.), геолог‑нефтсе. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1966). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1937). 1940—49 йй. “Туймазанефть” тресының геология бүлеге начальнигы булып эшләй. Фәнни‑производство...

МАЛЬХАНОВ Владимир Борисович

МАЛЬХАНОВ Владимир Борисович (24.5.1946, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (1974—2013 йй. бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге күреү ағзаһының инфекцион, аллергик, аутоиммун һ.б. шешеү...

МАЛЬКОВ Павел Васильевич

МАЛЬКОВ Павел Васильевич (1901—1953), рәссам. Башҡортостан һынлы сәнғәтенең оло вәкилдәренең береһе. Һан яғынан күп булмаған, әммә үҙенсәлекле эштәре коллекцияһы Нестеров М.В. исемендәге художество музейында һаҡлана. Айырыуса билдәле эштәре: “Архиерейка башҡорттары” (1924; фанер, майлы буяу) — Өфөнөң...

МАЛЬВА

МАЛЬВА 1) г ө л н ә ф и с (Malva), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: мавритания М., таҡыялы М., ябай М., тәпәш М. Бер, ике йәки күп йыллыҡ төклө үләндәр. Һабаҡтарының бейеклеге...

МАЛЫШЕВ Юрий Михайлович

МАЛЫШЕВ Юрий Михайлович (11.4.1931, Төньяҡ Кавказ крайы Яңы Щербинов станицаһы — 7.3. 2015, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1970), проф. (1972). РСФСР‑ҙың (1981), БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре. Һарытау иҡт. ин‑тын тамамлаған (1953). 1957 й. алып СССР ФА БФ‑та эшләй (1962 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р)....

МАЛЫШЕВ Николай Иванович

МАЛЫШЕВ Николай Иванович (22.11.1949, Амур өлк. Сагур а.), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1987). 1982—83 йй., 1985—86 йй. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1974), Хәрби-һауа көстәренең сәйәси составын әҙерләү акад. курстарын (Мәскәү,...

МАЛЫХ Ольга Евгеньевна

МАЛЫХ Ольга Евгеньевна (29.7. 1970, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009), проф. (2013). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1989 й. алып “Башгипронефтехим” ин‑тында, 1990 й. — СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә, 1991 й. — “Башкирэкспертиза” фирмаһында эшләй. 1995 й. башлап Өфө сервис технология...

МАЛСЫЛЫҠҠА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР

МАЛСЫЛЫҠҠА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР, мал һанын һаҡлауға һәм арттырыуға (ҡара: Малсылыҡ) йүнәлтелгән традицион йолалар. Башҡорттарҙа М.б.й., ғәҙәттә, йәйләүгә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) күсер алдынан һәм көтөүлектәрҙән ҡайтҡас үткәрелгән. М.б.й. ваҡытында арбағандар (ҡара: Арбау), изге теләктәр әйткәндәр, ҡайһы...

МАЛСЫЛЫҠ

МАЛСЫЛЫҠ, малс‑ҡ продукцияһын етештереү өсөн ауыл хужалығы малдарын үрсетеү м‑н шөғөлләнгән ауыл хужалығы тармағы. Халыҡты аҙыҡ‑түлек продукттары (һөт, ит, йомортҡа һ.б.), сеймал (тире, йөн һ.б.), екке мал (эш үгеҙҙәре, йылҡы һ.б.) һәм органик ашлама м‑н тәьмин итә. М. продукттары һәм ҡалдыҡтарынан...

МАЛОВ Сергей Ефимович

МАЛОВ Сергей Ефимович (4.1. 1880, Ҡазан – 6.9.1957, Ленинград), төркиәтсе. Тел ғилеме д‑ры (1935). СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1939). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1945). С.‑Петербург Император ун‑тының көнсығыш ф‑тын тамамлағандан һуң (1909) Петербург ФА‑ның Антропология һәм этнография музейында...

МАЛМЫГИН Владимир Иванович

МАЛМЫГИН Владимир Иванович (12.10.1950, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез эшселәр ҡсб, хәҙ. Мәләүез ҡ.), инженер‑физик. Мәскәү инженер‑физика ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) 1992 й. тиклем “Прогресс” Башҡ‑н ПБ‑нда эшләй. Махсус элемтә изделиеларын эшләүҙә һәм сәнәғәт производствоһына индереүҙә ҡатнаша....