Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИНДӘК, йылға

МИНДӘК, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һыртындағы Уҫаҡтау тауынан (920 км) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Учалы р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Иштәк й. тамағында йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Урал й. (тамағынан 2320 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо...

МИНДӘК РУДНИГЫ

МИНДӘК РУДНИГЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары, ағас- таҡта һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1931 й. Учалы р‑нында “Башзолото” тресы составындағы Миндәк приискыһы булараҡ ойошторола, 1954 й. алып “Южуралзолото” тресының (Мейәс ҡ.), 1967 й. — “Уралзолото” берекмәһенең (Свердловск ҡ.) М.р., 1992 й. — “Башзолото”...

МИНДӘЙ ТӨПӘЕВ

МИНДӘЙ ТӨПӘЕВ (1728—?), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Поручик (1776). Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Өсбүлә а. (хәҙ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) мишәре. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы. 1767 й. алып Өфө провинцияһының почта комиссары. Стәрлетамаҡ пристаненә Илек тоҙо һәм Ырымбурға...

МИНДАЛЬ

МИНДАЛЬ, д а л а  с ә т л ә ү е г е (Amygdalus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда тәпәш М. үҫә. Япраҡ ҡоя торған яҡтылыҡ яратыусы ҡыуаҡ, бейеклеге 1—1,5 м, үрендеһе төҙ, ҡыҙғылт һоро йәки һоро төҫтә. Япрағы ябай,...

МИНАЧЁВ Хәбиб Минас улы

МИНАЧЁВ Хабиб Миначевич улы (24.12.1908, Ҡазан губернаһы Яңы Бикшек а. — 25.3.2002, Мәскәү ҡ.), химик‑органик. СССР ФА академигы (1979), ГДР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1983), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1954), профессор (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан...

МИНАСОВ Булат Шамил улы

МИНАСОВ Булат Шамил улы (4.1.1956, БАССР‑ҙың Учалы районы Учалы а.), травматолог‑ортопед. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2021), РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1979)....

МИМИКРИЯ

МИМИКРИЯ (ингл. mimicry — оҡшатыу), һаҡланыуға һәләтһеҙ ор- ашарға яраҡлы булмағандары м‑н тышҡы оҡшашлығы. М. тәбиғи һайланыш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм организмдың йәшәү өсөн көрәштә тере ҡалыуына булышлыҡ итә; Башҡортостанда йәшәгән хайуандар һәм үҫемлектәр араһында киң таралған. Хайуандарҙа...

МИЛЬШИНА Елена Александровна

МИЛЬШИНА Елена Александровна (8.5.1971, Ишембай ҡ.), спортсы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2007), Рәсәй гроссмейстеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлаған (2012). Шашка буйынса Профсоюздар спорт йәмғиәте ДЮСШ (Ишембай ҡ.)...

МИЛЬШИН Владимир Иванович

МИЛЬШИН Владимир Иванович (26.5.1965, Харьков ҡ.), спортсы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (1994), Рәсәй гроссмейстеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (Харьков ҡ.; тренеры А.Я.Вирный), 1999—2005 йй. “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай...

МИЛЬКОВ Фёдор Николаевич

МИЛЬКОВ Фёдор Николаевич (17.2. 1918, Вологда губ. Доровая а. — 15.10. 1996, Воронеж ҡ.), физик‑географ. Геогр. ф. д‑ры (1949), проф. (1949). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Мәскәү өлкә пед. ин‑тын тамамлаған (1938). Фәнни тикшеренеүҙәре СССР‑ҙың физик географияһына һәм ландшафты өйрәнеү ғилеменә...

МИЛОСЛАВСКИЙ Фёдор Яковлевич

МИЛОСЛАВСКИЙ Фёдор Яковлевич, дәүләт эшмәкәре. Окольничий. 1649—51 йй., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1649—52 йй. Өфө воеводаһы. 1652 й. Өфө хеҙмәтле кешеләрен штатҡа ала башлай. 1662—64 йй. Рәсәйҙең Фарсы илендәге илсеһе. Фарсы иле м‑н сауҙа ойоштороуға, Рәсәйгә дарыу үләндәре индереүгә булышлыҡ итә. Тәрж....

МИЛОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл

МИЛОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Миловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Дим т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 110 кеше; 1920 — 780; 1939 — 1619; 1959 — 899; 1989 — 1982; 2002 — 2496; 2010 — 2767 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Миловка уҡытыу-тәжрибә...

МИЛОВКА ХАЗИНАҺЫ

МИЛОВКА ХАЗИНАҺЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың аҙағына ҡарай, 1872 й. Өфө өйәҙе (хәҙ. Өфө р‑ны) Миловка а. янында табыла. 8 бронза әйберҙән (һапҡа кейҙереү өсөн дүңгәләкле 6 ураҡ, тар йөҙлө балта һәм бырау) тора. М.х. материалдары Дәүләт тарих музейында (Мәскәү) һәм...

МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ

МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Аграр университеттың а.х. өсөн белгестәр әҙерләү б‑са производство базаһы булып тора. Ҡатмарлы төҙөлөшлө иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән репродукцияларының орлоғон етештереүгә махсуслаша. 1937 й. Кама йылға пароходсылығының ярҙамсы...

МИЛОВЗОРОВ Георгий Владимирович

МИЛОВЗОРОВ Георгий Владимирович (1.12.1956, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Яңы Надеждин а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда эшләй. 1979 й. алып (өҙлөктәр м‑н) ӨДАТУ‑ла (2005—11 йй. сәнәғәт электроникаһы каф. мөдире),...

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР

МИЛЛИ-МӘҘӘНИ БЕРЕКМӘЛӘР, милли йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” (1995), “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында” (1995) РФ закондарына һ.б. норматив документтарға ярашлы ойошторолалар һәм эш итәләр. М.‑м.б. төп төрҙәре: автономиялар (ойоштороу нигеҙҙәре, хоҡуҡтары,...

МИЛЛИ ҺӘМ ХАЛЫҠ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ ФЕСТИВАЛЕ

МИЛЛИ ҺӘМ ХАЛЫҠ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ ФЕСТИВАЛЕ. Республика фестивале 1994 й. алып Өфөлә йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Көндәре хөрмәтенә үткәрелә. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. Фестиваль сиктәрендә армспорт, гер спорты, көрәш б‑са ярыштар үтә. Унда БР‑ҙың төрлө ҡала һәм...

МИЛЛИ ТЕЛ

МИЛЛИ ТЕЛ, халыҡтың милләт булып ойошоу процесында барлыҡҡа килгән теле; телдең бер нисә йәшәү формаһының системаһы. Башҡорт М.т. системаһына 15—16 бб. башҡ. ырыуҙарының үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә формалашҡан халыҡтың йәнле һөйләү теле, фольклор теле, башҡорт теленең диалекттары; ш. уҡ телдең...

МИЛЛИ СИМФОНИК ОРКЕСТР

МИЛЛИ СИМФОНИК ОРКЕСТР. 1992 й. Өфө “Шәрек” ТРК‑ның симфоник оркестры булараҡ ойошторола, 1994 й. алып “БР‑ҙың М.с.о.” ЯАЙ, 1996 й. — БР‑ҙың Милли симфоник оркестры. Ойоштороусыһы — Т.Т.Камалов. Беренсе концерты 1992 й. 5 окт. Сәнғәт училищеһында, тәүге гастролдәре 1997 й. Мәскәүҙә була. Оркестрҙың...

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ

МИЛЛИ СӘЙӘСӘТ, Башҡортостан Респ. дәүләт власы органдарының Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың төрлө яҡлы һәм гармониялы үҫешенә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге. М.с. БР Конституцияһына (1993), “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында” (1991), “Мәғариф тураһында” (1992), “Мәҙәниәт...