Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФРИСТАЙЛ

ФРИСТАЙЛ (ингл. free — ирекле һәм style — стиль), саңғы спорты төрө. Саңғы акробатикаһында (трамплиндан акробатик элементтар яһап һикереү), могулда (ҡытыршылы трассанан тау саңғыларында тиҙлеккә төшөү, мотлаҡ һикереү м‑н), ски‑кроста (төрлө вираждар, тулҡын һәм трамплиндар кеүек ҡарлы ҡаршылыҡтар булған...

ФОМИЧЁВ Константин Николаевич

ФОМИЧЁВ Константин Николаевич (30.8.1977, Өфө), спортсы. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (2000). Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары...

ФИНК Любовь Петровна

ФИНК Любовь Петровна (29.7.1953, Өфө — 1.11.2010, шунда уҡ), тренер. Тау саңғыһы спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1988). 1980 й. алып тренер‑уҡытыусы, 2002—08 йй. тау саңғыһы спорты б‑са СДЮШОР‑ҙың дир. урынбаҫары....

ФИЛИППОВ Юрий Евгеньевич

ФИЛИППОВ Юрий Евгеньевич (29.6.1951, Өфө), тренер. Самбо б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1985). Самбо (1971) һәм дзюдо (1974) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу совет сауҙаһы ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1978). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы һәм “Урожай” ДСО‑һы (тренеры Н.Д. Попов) тәрбиәләнеүсеһе....

ФИЗИК КУЛЬТУРА

ФИЗИК КУЛЬТУРА, йәмғиәттең дөйөм культураһының кеше һаулығын нығытыуға, физик мөмкинселектәрен үҫтереүгә һ.б. йүнәлтелгән бер өлөшө. Күмәк Ф.к. һәм дауалау физкультураһы айырыла. Башҡортостанда күмәк Ф.к. үҫеше 20 б. башында Өфө физик күнекмәләр яратыусылар йәмғиәте, 1907 й. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын...

ФИГУРАЛЫ ШЫУЫУ

ФИГУРАЛЫ ШЫУЫУ, спорт төрө, боҙҙа музыкаға төрлө фигуралар яһау б‑са конькиҙа ярыш. Яңғыҙ ир‑егеттәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар шыуыуы, парлы шыуыу, боҙҙа спорт бейеүҙәре һ.б. айырыла. Башҡортостанда Ф.ш. үҫеше 20 б. 40‑сы йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте эргәһендә тәүге секция (етәкс. М.П.Трифонов) асылыуға...

ФЕХТОВАНИЕ

ФЕХТОВАНИЕ (нем. fechten — алышыу, көрәшеү), рапира, ҡылыс һәм шпага м‑н ҡара‑ҡаршы көрәште үҙ эсенә алған спорт төрө. Башҡортостанда Ф. 20 б. 50‑се йй. алып үҫешә. 1959 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбе эргәһендә (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) Ф. бүлеге асыла. 1965 й. Ф. б‑са секциялар Өфө Пионерҙар...

ФӘТҠУЛЛИН Илдар Раил улы

ФӘТҠУЛЛИН Илдар Раил улы (16.10.1982, Өфө), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2006). Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе; 1999—2008 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе,...

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы

ФӘЙЗУЛЛИН Нияз Нурғәли улы (26.5.1984, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай ҡсб), спортсы. Бокс б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2009). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй чемп. (2009), “Олимпия өмөттәре” Рәсәй чемпионаты...

ФӘЙЕЗОВ Рөстәм Шәриф улы

ФӘЙЕЗОВ Рөстәм Шәриф улы (4.11.1950, Өфө), тренер. Бобслей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1986 й. алып “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры, 1987 й. — БР профсоюздары спорт йәмғиәтенең, 1994 й. — БР юғары спорт оҫталығы...

УШУ

УШУ (ҡытайса — хәрби оҫталыҡ), спорт төрө, шәхесте үҫтереүҙең традицион ҡытай системаһы, уға физик күнегеүҙәр һәм көрәш ысулдары комплексы инә. У. ярыштар таолу (оҙон һәм ҡыҫҡа ҡорал төрҙәре м‑н, ҡоралһыҙ, күпбәйгеләр б‑са комплекстар) һәм саньшоу (спорт алыштары) б‑са үткәрелә. Башҡортостанда У. үҫешә...

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ

УРЫҪ ЛАПТАҺЫ, спорт төрө, туп һәм бита м‑н халыҡ команда уйыны. Уйындың маҡсаты — уйынса юғарыға ырғыткан тупты бита м‑н ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫыраҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле...

УҠ АТЫУ

УҠ АТЫУ, атыу спорты төрө, 4 дистанцияла (30 м алып 90 м тиклем) 36 уҡ м‑н стационар сәпкә (диам. 80—122 см) тейҙереү б‑са ярыш. Башҡортостанда У.а. үҫеше 1969 й. Бөрө пед. ин‑ты эргәһендә тәүге секция асылыуға бәйле, унда 1973 й. “Буревестник” ДСО‑һы эргәһендә У.а. б‑са ДЮСШ ойошторола. 1976 й. Мәләүез...

ТХЭКВОНДО

ТХЭКВОНДО, спорт төрө, ҡул һәм аяҡ м‑н һуғыу ҡулланылған ҡара-ҡаршы көрәш. Бөтә донъя тхэквондо федерацияһы талаптарына ярашлы кёруги (яңғыҙ көрәш) һәм пхумсэ (техник комплекс) б‑са ярыштар үткәрелә. Башҡортостанда Т. үҫеше 1990 й. Өфөлә БДУ эргәһендә, “Юлдаш” физик культура йортонда, Өфө авиация техникумында...

ТУРИСТИК СУДНОЛАР

ТУРИСТИК СУДНОЛАР, пассажирҙарҙы круизда йөрөткән һыу транспорты. 1934 й. Башҡ‑н йылға пароходсылығы тарафынан тәүге Өфө—Мәскәү—Өфө туристик круизы ойошторола. 50‑се йй. башынан Ижевск, Өфө, Силәбе ҡҡ. сәйәхәт һәм экскурсия бюролары, 90‑сы йй. уртаһынан — туристик фирмалар, пр‑тиелар һ.б. ойошмалар...

ТУРИСТИК СЛЁТТАР

ТУРИСТИК СЛЁТТАР, бер йәки бер нисә туризм төрө б‑са дистанцияларҙа ярышты, уйын һәм конкурс программаһын үҙ эсенә алған комплекслы саралар. Туристик сезондың башында һәм аҙағында коллективтарҙың туристик маршруттарға әҙерлеген ҡарау смотры кеүек уҙғарыла. Башҡортостанда район, ҡала һәм республика Т.с....

ТУРИСТИК ОЙОШМАЛАР

ТУРИСТИК ОЙОШМАЛАР, туристик сәйәхәттәрҙе ойоштороу һәм үткәреүҙе тәьмин иткән учреждениелар (пр‑тиелар). Ҡулланыусыларға хеҙмәттәр комплексын (туроператорҙар) тәҡдим иткән хеҙмәтләндереүсе Т.о. (үҙенең йәки ҡуртымға алынған ҡунаҡханаһы, рестораны, транспорты була); башҡа ойошма (турагенттар) хеҙмәттәрен...

ТУРИСТИК МАРШРУТТАР

ТУРИСТИК МАРШРУТТАР, мәҙәни яҡтан танып‑белеү, һауыҡтырыу, спорт һ.б. маҡсаттарҙа тарихи урындарҙы, мәҙәни объекттарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын һ.б. күрергә теләүсе туристарҙың алдан планлаштырылған йөрөү юлдары. Хәрәкәт йүнәлеше б‑са билдәле, түңәрәк, радиаль һ.б. Т.м.; хәрәкәт итеү ысулы б‑са авто‑,...

ТУРИСТИК БАЗАЛАР

ТУРИСТИК БАЗАЛАР, туристарҙы урынлаштырыу, ашатыу, мәҙәни‑көнкүреш һәм физкультура‑һауыҡтырыуҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән ҡунаҡхана тибындағы пр‑тиелар. Курорт зоналарында, ауыл биләмәләрендә, тәбиғәт ҡомартҡылары эргәһендә урынлашҡан. Йыл әйләнәһенә йәки миҙгелле эшләй. Өфөлә тәүге “Сәләмәтлек”...

ТУРИЗМ

ТУРИЗМ (фр. tourisme), кешеләрҙең даими йәшәгән урынынан һауыҡтырыу, танып белеү, профессиональ‑эш, дини, спорт һ.б. маҡсаттарҙа сәйәхәт итеүе. Т. авто-, мототуризм, һыу, тау, ҡатнаш, атлы, саңғыла, йәйәү, спелеотуризм һ.б. төрҙәре; йәш‑ара, мәҙәни‑танып белеү, рекреацион, ваҡиғалы, спорт, экологик...