Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы (4.10.1985, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡсб — 14.1.2023, Кременная ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Шафран а. ерләнгән). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2014—17) һәм Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла...

РОДНОВ Михаил Игоревич

РОДНОВ Михаил Игоревич (14.1. 1959, Ярославль ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1985—90 йй. һәм 1995 й. алып ТТӘИ‑лә (1999—2011 йй. бүлек мөдире) эшләй, 1990—95 йй. БР Милли музейы дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре 19 б. аҙ. — 20 б. башында Көньяҡ Уралда крәҫтиәндәр һәм аграр...

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ-АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

РӘСӘЙ ТАРИХСЫ‑АРХИВСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, тарих һәм архив эше үҫешенә булышлыҡ итер өсөн төҙөлгән дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Р.т.‑а.й. Башҡ‑н респ. бүлексәһе 2000 й. дек. ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Составында 40 беренсел ойошма, 240 ағза бар (2014). Генеалогия, хәрби‑тарихи, сығанаҡтар өйрәнеү һәм документтар...

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович [18.10.1915, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Отрада а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 10.2.1945, Германияның Бранденбург провинцияһы, Щецин ҡ. (Польша) күсереп ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полк мәктәбен тамамлаған....

ПУЛЬКИН Григорий Степанович

ПУЛЬКИН Григорий Степанович [1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Петропавловка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 12.1.1945, Борак а., Польша], Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленин орденлы Артиллерия офицерҙарының Ҡыҙыл Байраҡлы юғары...

ПУГАЕВ Степан Александрович

ПУГАЕВ Степан Александрович (1.10.1910, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҫке Йүрүҙән ҡсб — 28.12.1944, Фелединце ҡ., Чехословакия), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—32 йй., 1936—41 йй. БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ст. эшләй. 1932—36 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла....

ПСТЫГО Иван Иванович

ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел районы) — 23.2.2009, Мәскәү ҡ.], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967). Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары командирҙар...

ПРОТВИНЬ Иван Степанович

ПРОТВИНЬ Иван Степанович (10.6. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ключи‑Колос а., хәҙер БР‑ҙың Бәләбәй районы Аксаков а., — 18.8.1944, Литва ССР‑ының Жагаре ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев тимер юлында эшләгән. 1943 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1944 й. башлап...

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович

ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович [10.8. 1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ләүәле а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 11.12.2006, Златоуст ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып В.И.Ленин исемендәге заводта эшләй (Златоуст ҡ.). 1942 й. башлап Совет армияһында. Декабрҙән Брянск, Үҙәк...

ПОЛУНИН Иван Александрович

ПОЛУНИН Иван Александрович [25.8.1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡа‑ лы р‑ны) — 2.6.1990, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1930—39 йй. БАССР‑ҙың...

ПОДДУБНЫЙ Алексей Павлович

ПОДДУБНЫЙ Алексей Павлович (10.3.1907, Курск губ. Солохи а. — 1.10.1986, Харьков ҡ.), артиллерист, подполковник (1945). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сумы артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1932). Һуғышҡа тиклем Өфөлә йәшәй. 1929—32 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й....

ПИНСКИЙ Матвей Савельевич

ПИНСКИЙ Матвей Савельевич (21.9. 1916, Байкал аръяғы өлк. Иҫке Зилово а. — 8.9.1987, Өфө), танкист, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау бронетанк уч‑щеһын (1939), Офицерҙарҙың юғары бронетанк мәктәбен (Ленинград, 1949) тамамлаған. Малоярославец (Калуга өлк.)...

ПИМЕНОВ Иван Тимофеевич

ПИМЕНОВ Иван Тимофеевич (1924, Ульяновск өлк. Урено‑Карлинское а. — 22.7.1943, Орёл өлк. Тросна а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны “Йылайыр” с‑зында эшләгән. 1942 й. окт. алып Сталинград, Дон, Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия...

ПИКУНОВ Александр Степанович

ПИКУНОВ Александр Степанович (10.1.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Князев а., хәҙер Өфө ҡ. эсендә, — 14.1.2012, Өфө ҡ.), танкист, подполковник (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота училищеһын (1942), Сталинград танк училищеһын (1944), КПСС‑тың Башҡортостан өлкә...

НИКОНОВ Алексей Васильевич

НИКОНОВ Алексей Васильевич (11.3.1911, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Софийское а., хәҙер Ырымбур өлкәһе Софиевка а., — 9.7.1937, Брунете ҡ., 3.5.1989 Мадрид ҡ. күсереп ерләнгән, Испания), Советтар Союзы Геройы (1937). Испаниялағы граждандар һуғышында (1936—39) ҡатнашыусы. Кесе командирҙар мәктәбен...

НИКОЛЬСКИЙ Дмитрий Петрович

НИКОЛЬСКИЙ Дмитрий Петрович (25.10.1855, Пермь ҡ. — 1918, Петроград), этнограф, антрополог. Мед. д‑ры (1895, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1897). Коллегия советнигы (1894). Мед.-хирургия акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1880). 1881 й. алып Екатеринбург өйәҙендә, 1882 й. — Ҡыштым заводтарында, 1888—1909 йй....

МАХСУС ЫҘАНЛАУ

МАХСУС ЫҘАНЛАУ, Рәсәйҙә урындағы ер биләмәләре сиген билдәләү һәм юридик яҡтан раҫлау өсөн 19 б. 30‑сы йй. — 20 б. башында үткәрелгән хөкүмәт сараһы (ҡара: Ер сәйәсәте). М.ы. маҡсаты башҡ. дайсалары эсендә ер биләмәләрен аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба, Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һәм керҙәштәр араһында...

КОВАЛЕВСКИЙ Андрей Петрович

КОВАЛЕВСКИЙ Андрей Петрович (20.1, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1.2.1895, Мәскәү, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Харьков губ. Рассоховатое а. — 29.11.1969, Харьков ҡ.), тарихсы, шәрҡиәтсе. Тарих ф. д‑ры (1951), проф. (1953). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1965). Харьков ун‑тын тамамлаған (1922), Лазарев көнсығыш...

КИССЕЛЬГОФ Иосиф Сергеевич

КИССЕЛЬГОФ Иосиф Сергеевич (14.9.1908, Тверь губ. Торопец ҡ. — 19.5.1973, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1967), проф. (1968). А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын тамамлаған (1938), 1947—51 йй. шунда уҡ уҡыта. 1941 й. алып Вологда пед. ин‑ты деканы, яңы тарих каф. мөдире, 1951 й. — БДУ‑ла уҡыта (1957 й....

КИЙКОВ Алексей Алексеевич

КИЙКОВ Алексей Алексеевич (17.3.1873, С.‑Петербург губ. Петергоф ҡ. — 22.12.1931, Өфө), юрист, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Император С.-Петербург ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1898). 1917—18 йй. РСДРП ағзаһы. 1898 й. алып Томск ҡ. юрист. 1905 й., 1918 й. ҡулға алыуға һәм һөргөнгә дусар була....