Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО

ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО, Кесе Етегәндең α‑һы, үҙгәреүсе йондоҙ (һары‑аҡ ифрат гигант). Яҡтылығы 4 тәүлек тирәһе период м‑н үҙгәргән өс йондоҙҙан торған система. Уртаса визуаль йондоҙ дәүмәле 2m,04. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 100 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 430 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ...

ТЕХНОЛОГИК ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР

ТЕХНОЛОГИК ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, етештереү процестарында һәм сәнәғәт ҡорамалдарын эксплуатациялаған ваҡытта файҙаланыла торған үткәргес торбалар. Күсерелә торған матдәнең төрө б‑са һыу, газ, май, пар, нефть үткәргестәр, нефть продукттарын үткәргестәр һ.б.; торбаларҙың материалы б‑са — ҡорос, быяла, пластмасса...

ТЕХНОГЕН ҺӘЛӘКӘТТӘР

ТЕХНОГЕН ҺӘЛӘКӘТТӘР, технологик процестың боҙолоуы йәки ҡулланған ваҡытта машиналарҙың, механизмдарҙың һәм техник ҡоролмаларҙың көтөлмәгәндә эштән сығыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ғәҙәттән тыш хәлдәр. Индустриаль (химик һәм радиацион ағыуланыуҙар, шартлауҙар, емерелеүҙәр һ.б.), транспорт (һауа, диңгеҙ,...

ТЕХНИКА

ТЕХНИКА (гр. téchnē — сәнғәт, һөнәр, оҫталыҡ), кеше эшмәкәрлегенең етештереү процестарын тормошҡа ашырыу һәм йәмғиәттең етештереүгә ҡағылмаған талаптарын хеҙмәтләндереү өсөн эшләнгән саралар йыйылмаһы. Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә файҙаланыла (энергияны эшләп сығарыу, тапшырыу һәм үҙгәртеү; материалдарҙы...

ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА

ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА, объекттың техник торошон билдәләү. Объект торошон тикшереү һәм прогнозлауҙы, төҙөк булмаған урындарҙы һәм боҙолоу сәбәбен асыҡлауҙы үҙ эсенә ала. Т.д. мәғлүмәттәре объектты (ҡаҙандар, магистраль газ торбалары, нефть продукттарын үткәргестәр, нефть үткәргестәр, пар үткәргестәр, резервуарҙар,...

ТЕХНИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

ТЕХНИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, ауыл хужалығы һәм урман хужалығы өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; проф. юғары белем, урта профессиональ белем, башланғыс профессиональ белем, өҫтәлмә һәм вуздан һуң проф. белем биреүҙе...

ТЕРМОМЕТР

ТЕРМОМЕТР (термо... һәм гр. metron — үлсәм), т‑раны үлсәү приборы, уның эшләүе матдәнең физик үҙсәнлектәре (баҫым, күләм, электр ҡаршылығы һ.б.) т‑раға бәйле булыуына нигеҙләнә. Тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш, техник һәм махсус; эшләп торған матдәһенең үҙсәнлеге б‑са киңәйеү (шыйыҡлыҡтың күләме һәм ҡаты...

ТЕРМОДИНАМИКА

ТЕРМОДИНАМИКА (термо... һәм гр. dýnamis — көс), физиканың йылылыҡ эффекттары м‑н оҙатылған процестарҙа энергияның әүерелеүе законлыҡтарын, ш. уҡ термодинамик тигеҙләнеш хәлендәге макроскопик системаларҙың (есемдәрҙең) дөйөм үҙсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге; йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙе. Тикшеренеү...

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ, тауыш мәғлүмәтен электр сигналдары ярҙамында сым буйлап йәки радиосигналдар м‑н алыҫ араға тапшырыу; электр элемтәһенең бер төрө. Халыҡ‑ара, ҡала‑ара, урындағы, ведомство эсендәге, производство эсендәге, хәрәкәт иткән объекттары булған Т.э., конференц‑элемтә (3 йәки күберәк абонент...

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ, тауыш мәғлүмәтен тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн ҡоролма. Коммутация‑саҡырыу (башҡа Т.а. ингән саҡырыуҙы ҡабул итеү, тоташтырыу һәм өҙөү) һәм һөйләшеү (телмәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу) өлөштәренән тора. Микрофонға ток биреү ысулы б‑са үҙәк һәм урындағы батареялы; һөйләшеү схемаларын...

ТЕЛЕМЕХАНИКА

ТЕЛЕМЕХАНИКА (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм механика), фән һәм техниканың алыҫтан идара итеү һәм контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт (сигнал) тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм техник сараларын уйлап сығарған өлкәһе. Телемеханик сигналдарҙың формалашыуын һәм үҙгәрешен өйрәнә, уларҙы сикләнгән йышлыҡтар...

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ, документаль хәбәрҙәрҙе (телеграммаларҙы) телеграф аппараттары ярҙамында элемтә сымдары йәки радиоканалдары аша юғары тиҙлектә ебәреү һәм ҡабул итеү; электр элемтәһенең бер төрө. Ебәрелгән мәғлүмәттең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлеге б‑са дөйөм ҡулланыуҙағы Т.э. (телеграммалар ебәреү,...

ТЕЛЕВИДЕНИЕ

ТЕЛЕВИДЕНИЕ (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм видение — күреү), радиоэлектроника сараларын ҡулланып күреү мәғлүмәтен (хәрәкәт иткән һүрәттәрҙе) ҙур араға тапшырыу м‑н бәйле булған фән һәм техника өлкәһе; элемтәнең фәнни, ойоштороу, техник һ.б. маҡсаттарҙа файҙаланылған төп сараларының береһе. Һүрәттәрҙе...

ТӘҮЛЕК

ТӘҮЛЕК, уртаса ҡояш тәүлеге 24 сәғ. тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге; календарҙың төп берәмеге. Ерҙең үҙ күсәре тирәләй Ҡояшҡа ҡарата әйләнешенең уртаса ваҡыт оҙонлоғо итеп билдәләнә. Т. башы тип төн уртаһы иҫәпләнә. Экваторҙа көндөң һәм төндөң оҙонлоғо йыл әйләнәһенә 12 сәғ. тәшкил итә, башҡа киңлектәрҙә...

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын,...