Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АКСЁНОВ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ

АКСЁНОВ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, Әлшәй р‑ны Ким а. урынлашҡан. 1896 й. Аксёнов т. юл ст. янында алпауыт хужалығы етәкселәрен әҙерләү б‑са 1‑се разрядлы Бәләбәй а.х. мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1920 й. алып а.х. техникумы, 1925 й. — Йәштәрҙең коммунистик интернационалы ис. А.а.х.т., 1992 й. — хәҙерге...

АКСАКОВТАР

АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович Аксаков, 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович Аксаков, Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич Аксаков (ҡара: С.Т.Аксаков)....

АКСАКОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

АКСАКОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Аксаков а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К. табан 10 км алыҫлыҡта Сиушка й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1762 кеше; 1959 — 3742; 1989 — 2457; 2002 — 3173; 2010 — 3131 кеше. Урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

АКСАКОВ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

АКСАКОВ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Бишбүләк, Бәләбәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “Аксаковнефть” НГДУ‑һын, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе өлөштәрен электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте Бәләбәй р‑ны Аксаков а., район диспетчер пункттары...

АКСАКОВ ХАЛЫҠ ЙОРТО

АКСАКОВ ХАЛЫҠ ЙОРТО, 20 б. башы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Ленин урамы, 5а). А.х.й. С.Т.Аксаковтың вафатына 50 йыл тулыу айҡанлы төҙөргә ҡарар ителә. Ул мәғрифәт һәм сәнғәт үҙәге булараҡ нигеҙләнә: 1200 урынлыҡ театр һәм 600 урынлыҡ аудитория, халыҡ өсөн бушлай китапхана-уҡыу...

АКСАКОВ ФОНДЫ

АКСАКОВ ФОНДЫ, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Башҡортостан бүлексәһе, славян халыҡтары мәҙәниәтен тергеҙеү өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. майында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Аксаков программаһын...

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич (20.9.1791, Өфө — 30.4.1859, Мәскәү, Новодевичье зыяратында ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а.) үтә. Ҡазан ун‑тында уҡый (1805—07). 1808...

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА. БР‑ҙың Бәләбәй р‑нында, Бәләбәй ҡ. 10 км алыҫлыҡта Аксаков а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра —17°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1890 й. О.Г.Аксакова (С.Т.Аксаковтың ейәнсәре) тарафынан хосуси ҡымыҙ дауаханаһы...

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ БАҠСА

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ БАҠСА. Өфөлә урынлашҡан (Пушкин урамы, 110). Майҙаны — 3,15 га. 1860 й. Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) утары урынында төҙөлә, 1892 й. алып Видинеев баҡсаһы (ҡара: В.И.Видинеев), 1917 й. — А.В.Луначарский ис. баҡса, 1989 й. — Аксаков С.Т. ис. мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы (ҡара: С.Т.Аксаков)....

АКСАКОВ Пётр Дмитриевич

АКСАКОВ Пётр Дмитриевич, дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1760), бригадир (1740). Дворяндарҙан. 1740—44 йй. Өфө вице‑губернаторы. 1742 й. 10 июлендә И.И.Неплюев м‑н берлектә указдарҙы (1736 й. 11 февр.) ер биләү, ерҙе файҙаланыу, төбәк халҡы тарафынан йөкләмәләр үтәү ҡағиҙәләре менән...

АКСАКОВ МУЗЕЙЫ

АКСАКОВ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. 2003 й. БР‑ҙың А.м. булараҡ ойошторола. А.м. составына С.Т.Аксаков мемориаль йорт‑музейы һәм Аксаковтар ғаиләһе музейы инә. С.Т.Аксаков мемориаль йорт‑музейы. Өфөлә, С.Т.Аксаковтың әсәһе яғынан олатаһы Н.С.Зубовтың элекке йортонда урынлашҡан, 1794—97 йй. унда...

АКСАКОВ Григорий Сергеевич

АКСАКОВ Григорий Сергеевич [4.1.1820, Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙе Яңы Аксаков а., хәҙ. Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а., — 24.2.1891, Һамар ҡ., Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Страхов а. ерләнгән (Һамар өлк. Борск р‑ны)], дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1871). С.Т.Аксаковтың улы. Император хоҡуҡ...

АКСАКОВ ГИМНАЗИЯҺЫ №11

АКСАКОВ ГИМНАЗИЯҺЫ №11, Өфө ҡалаһы. 1828 й. Өфө ир балалар гимназияһы булараҡ нигеҙ һалына. 1919 й. алып 2‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1934 й. — Л.А.Галанова ис. 11‑се урта мәктәп, 1995 й. — 11‑се Аксаков мәктәп‑гимназияһы, 1998 й. гимназия статусын ала. Гимназияла Аксаковтарҙың әҙәби һәм рухи мираҫын...

АКРЫНОВ Иван

АКРЫНОВ Иван, Ырымбур губернаһының отставкалағы унтер‑офицерҙары, һалдаттары һәм драгундарынан Уложенный комиссия депутаты. Вахмистр. Комиссияға хәрби хеҙмәт шарттарын үҙгәртеү (ғаиләләге улдарҙың береһен хеҙмәттән азат итеү, хеҙмәт тамамланғандан һуң йәшәү урыны һайлау һ.б.) һәм йөкләмәләрҙе кәметеү...

АКРОБАТИКА

АКРОБАТИКА (гр. akrobateo — аяҡ ослап йөрөйөм, өҫкә үрмәләйем), спорт төрө, кәүҙәнең тигеҙлеген һаҡлау һәм бороуға бәйле физик күнекмәләр (һикереү, көс талап иткән һ.б.) комплексын үтәү б‑са ярыштар. 20 б. 50‑се йй. Өфөлә Р.А.Ғадилов БАССР‑ҙа А. б‑са тәүге секция ойоштора. 1980 й. Туймазы ҡ. үҫмерҙәр...

АККУЧУКОВА Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы

АККУЧУКОВА Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы (12.2.1950, Белорет ҡ. — 8.2.2021, Өфө, БР-ҙың Белорет районы Абҙаҡ ауылында ерләнгән), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2009), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. 1973 йылдан алып Башҡорт филармонияһының эстрада артист‑вокалисы, 1999 йылдан — баш администраторы. Хислелеге...

АККУМУЛЯТОРҘАР

АККУМУЛЯТОРҘАР (лат. accumulator — йыйыусы, туплаусы), артабан файҙаланыу өсөн энергия туплаусы ҡулайламалар. Электр (химик реакция һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан электр энергияһын туплау), гидравлик (иң күп һәм иң аҙ тотонолған ваҡытта шыйыҡлыҡ һәм газ баҫымының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә алынған энергияны...

АКИМОВА Светлана Семёновна

АКИМОВА Светлана Семёновна (19.9.1945, Өфө), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1974) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина курсы) Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры актрисаһы. Төрлө яҡлап һәләтле актриса. Нескә психологик...

АКИМОВА Мария Степановна

АКИМОВА Мария Степановна (21.3.1915, Владимир губ. Глухов а. — 1971, Мәскәү), антрополог. Тарих ф. канд. (1942). МДУ‑ны тамамлаған (1940), 1944 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре Волга буйы, Көньяҡ Урал һәм Урал аръяғы халыҡтары расогенезы һәм этногенезы проблемаларына арналған. БАССР‑ға һәм...

АКИМОВ Николай Борисович

АКИМОВ Николай Борисович (9.1.1963, Өфө), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Респ. ДОСААФ спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.П.Мостафин, В.П.Чапало). 2001—05 йй. Ҡадиров Ғ. исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай. Европа шәхси (2003) һәм СССР...