Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАРЫҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл

ҺАРЫҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Һарыһаҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1305 кеше; 1920 — 1181; 1939 — 784; 1959 — 386; 1989 — 301; 2002 — 313; 2010 — 273 кеше. Татарҙар,...

ҺАРЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҺАРЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс табан 23 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 310 кеше; 1920 — 332; 1939 — 429; 1959 — 351; 1989 — 238; 2002 — 206; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 18 б. уртаһында...

ҺАРЫШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ҺАРЫШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Һарыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 81 кеше; 1920 — 329; 1939 — 254; 1959 — 318; 1989 — 433; 2002 — 491; 2010 — 406 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺАҪЫҒҮЛӘН

ҺАҪЫҒҮЛӘН (Scrophularia), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 310 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, һирәкләп Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, 4 ҡырлы, биҙле төктәре бар,...

ҺАҪЫҒҮЛӘН ҺЫМАҠТАР

ҺАҪЫҒҮЛӘН ҺЫМАҠТАР (Scrophulariaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 200 заты, 3000 төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралғандар. Үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Башҡортостанда 14 затҡа ҡараған 55 төрө үҫә (күләүекгөл, ҡарһаҡ, шылтырауыҡ, юшан һ.б.). Күп, һирәгерәк...

ҺАҪЫҠ ШЫРАУ

ҺАҪЫҠ ШЫРАУ (Xanthium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда ороло Һ.ш. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы ныҡ тарбаҡлы, өҫтә биҙле төктәре бар, бейеклеге 15—80 см. Япрағы өс айырсалы, киҫек киртләсле, төбөндә йөрәккә оҡшаған....

ҺАҪЫҠКҮЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҺАҪЫҠКҮЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Яңы Һаҫыҡкүл ҡәберлеге, Пьяный бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э. 1—3 бб. ҡарай. Баҡалы р‑ны Яңы Һаҫыҡкүл а. көнсығыш ситендә Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1973 й. асылған, 1976—80 йй. С.М.Васюткин, В.К. Калинин тарафынан тикшерелгән....

ҺАТҠЫ ЗАВОДЫ

ҺАТҠЫ ЗАВОДЫ, Троицк‑Һ.з., 1756 й. Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Һатҡы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында барон А.С.Строганов (ҡара: Строгановтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Строганов, 1769 й. алып Лугининдар,...

ҺАТЛЫҠ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҺАТЛЫҠ, У р ы ҫ Һ а т л ы ғ ы, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 160 кеше; 1920 — 249; 1939 — 258; 1959 — 172; 1989 — 68; 2002 — 292; 2010...

ҺАТЛЫҠОВ Хәбибназар Мөхәммәткафи улы

ҺАТЛЫҠОВ Хәбибназар Мөхәммәткафи улы, Х ә б и б н а з а р ә л ‑Ү т ә к и [12.9.1862, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) Үтәк а. — 21.6.1921, шунда уҡ], дин әһеле, мәғрифәтсе. Үтәк мәҙрәсәһен тамамлаған. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙ. Ауырғазы р‑ны) Балыҡлыкүл а. мәҙрәсәһендә, Стәрлетамаҡ...

ҺАТЫБАЛДИНА Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы

ҺАТЫБАЛДИНА Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы (9.2.1942, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ирекле а. — 26.8.2016, Өфө, БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Иҫке Ҡалҡаш а. ерләнгән), педагог‑методист. Биол. ф. канд. (1971), проф. (1993). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1983), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1966)....

ҺАТЫУСИН Сәғит Сәлимгәрәй улы

ҺАТЫУСИН Сәғит Сәлимгәрәй улы [1.1.1914, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мерәҫ а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны) — 12.10.1990, Мәскәү], дипломат. 1939 й. Халхин‑Гол й. янында совет‑япон хәрби бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур пед. ин‑тын (1935), СССР Сит ил эштәре министрлығының юғары...

ҺАУА МАССАЛАРЫ

ҺАУА МАССАЛАРЫ, атмосфераның (тропосфераның) түб. ҡатламының бер төрлө үҙсәнлектәргә (т‑ра, дымлылыҡ, үтә күренеүсәнлек һ.б.) эйә булған һәм дөйөм атмосфера циркуляцияһы ағымының береһендә күсеп йөрөгән киң өлөштәре. Һ.м. майҙаны материктар һәм океандарҙың үлсәмдәре м‑н сағыштырмалы. Формалашыу районы...

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР

ҺАУА ӨРҘӨРГӨС МАШИНАЛАР, вентиляция, һауа м‑н йылытыу, һауаны кондициялау системаларында, төрлө производство‑технологик процестарҙа (йылылыҡ агрегаттарының яғыу урындарына һауа ебәреү, үткәргес торбалар буйлап һауалы ҡатышмаларҙы күсереү һ.б.) һауаны йәки газдарҙы ҡыҫыу һәм күсереү ҡоролмалары. Баҫымды...

ҺАУА ТЕМПЕРАТУРАҺЫ

ҺАУА ТЕМПЕРАТУРАҺЫ, һауаның йылылыҡ торошо дәрәжәһен билдәләгән дәүмәл; һауа торошо һәм климат характеристикаларының береһе. Термометр һәм термограф ярҙамында үлсәнә. Һ.т. урындың геогр. торошона, рельефҡа, һауаның дымлылығына һ.б. бәйле. Һ.т. тәүлек эсендә үҙгәрешенең боҙолоуы һауа торошоноң үҙгәреүенә...

ҺАУА ТОРОШО

ҺАУА ТОРОШО, әлеге ваҡытта йәки сикләнгән ваҡыт эсендә (тәүлек, ай, йыл) билдәле урында күҙәтелгән атмосфера күренештәре һәм процестары комплексы. Һ.т. күп йыллыҡ режимы климат тип атала. Һ.т. даими рәүештә үҙгәрә һәм уға атмосфера баҫымы, т‑ра, һауаның дымлылығы, ел көсө һәм йүнәлеше, болотлолоҡ, яуым‑төшөм,...

ҺАУА ТРАНСПОРТЫ

ҺАУА ТРАНСПОРТЫ, һауа юлдары буйлап пассажирҙар, почта һәм йөк ташыған транспорт төрө. Авиапредприятиелар (һауа суднолары паркы булған), аэропорттарҙан, ш. уҡ кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү, авиация техникаһын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнгән учреждение, ойошма һәм пр‑тиелар селтәренән...

ҺАУАНАН КҮҘӘТЕҮ, ХӘБӘР ИТЕҮ ҺӘМ ЭЛЕМТӘ ХӘРБИ УЧИЛИЩЕҺЫ

ҺАУАНАН КҮҘӘТЕҮ, ХӘБӘР ИТЕҮ ҺӘМ ЭЛЕМТӘ ХӘРБИ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1941 й. 17 майында Ленинградта РККА составында асыла; хәҙ. А.Ф.Можайский ис. Хәрби‑йыһан акад. ракета‑йыһан оборона саралары ф‑ты. 1941 й. авг. — 1945 й. авг. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1941 й. дек. — 1945 й. майында офицерҙарҙың 29 сығарылышы (1,8 меңдән...

ҺАУАНЫҢ ДЫМЛЫЛЫҒЫ

ҺАУАНЫҢ ДЫМЛЫЛЫҒЫ, һауала һыу пары миҡдары; һауа торошо һәм климаттың иң мөһим күрһәткестәренең береһе. Абс. (г/м3) һәм сағыштырма (%) дымлылыҡ, һыу парының тығыҙлығы (баҫым, гПа), туйындырыу дефициты (гПа), ысыҡ нөктәһе һ.б. хас. Гигрометр, психрометр м‑н үлсәнә. Ер өҫтөндәге Һ.д. геогр. урынға, рельефҡа,...

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ, халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыу маҡсатында үткәрелгән дәүләт соц.‑иҡт., мед. һәм йәмәғәт саралары системаһы. Һ.һ. системаһының эше кадрҙар, матди‑техник база, билдәле ойоштороу структураһы, ярашлы технологиялар булыуы һәм медицина фәненең үҫеше м‑н тәьмин...