Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЙЫТ СӘЙЕТОВ

АЙЫТ СӘЙЕТОВ (?—1774, Ҡазан), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы Ҡом а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) башҡорттарынан. 1773 й. аҙ. — 1774 й. тәүге ярт. А.С. отряды Өфө провинцияһы Ҡаракүл улусы һәм Ҡазан губернаһы Сарапул улусында, Бөрө янында хәрәкәт итә....

АЙЫТ ТОРАМАҺЫ

АЙЫТ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 16—13 бб. археологик ҡомартҡыһы. Бишбүләк р‑ны Айыт а. көньяҡҡа табан 1,5 — 2 км алыҫлыҡта Ташлыкүл ярында урынлашҡан. 1965 й. А.М.Кинйәбаев тарафынан асыла, 1985—91 йй. Ю.А.Морозов тикшерә. Майҙаны — 6 мең м2, 2,1 мең м2 асылған. Бүрәнәнән һалынған бағана конструкциялы 6 ер өҫтө...

АЙЫТ УРАҘМӘТОВ

АЙЫТ УРАҘМӘТОВ (?—7.2.1774, Ҡазан), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Бөгөлмә ведомствоһы Абдул а. яһаҡлы татарҙарынан. 1773 й. нояб. алып Башҡортостандың көньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе. А.У. отряды Ҡазан губернаһының Биләркүл, Мәләкәҫ,...

АЙЫТ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

АЙЫТ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм  Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 62 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1118 кеше; 1920 — 1603; 1939 — 1429; 1959 — 1663; 1989 — 1182; 2002 — 1272; 2010 — 1176 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

АЙЫТ, Борай р‑нындағы ауыл

АЙЫТ, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 37 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 400; 1939 — 331; 1959 — 354; 1989 — 125; 2002 — 86; 2010 — 58 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы...

АЙЫТ, Миәкә р‑нындағы ауыл

АЙЫТ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 44 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 425 кеше; 1920 — 456; 1939 — 274; 1959 — 273; 1989 — 123; 2002 — 145; 2010 — 121 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АЙЫТҠОЛОВ Азат Миңлеғәле улы

АЙЫТҠОЛОВ Азат Миңлеғәле улы [27.1.1956, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], ҡурайсы. РФ‑тың атҡ. (1998), БССР‑ҙың халыҡ (1991), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1977; Ғ.З.Сөләймәнов класы), БДУ‑ны (1994) тамамлаған. 1975—78 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1978 й....

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы (12.12.1928, Ҡырғыҙ АССР‑ының Шәкәр ҡышлағы — 10.6.2008, Нюрнберг, Германия, Бешкәк ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА акад. (1974). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). Ҡырғыҙ ССР‑ының халыҡ яҙыусыһы (1968). Уға донъя күләмендә танылыу килтергән “Йәмилә” (“Джамиля”; 1958), “Иртәләгән...

АЙЫТМӘМБӘТ, Архангел р‑нындағы ауыл

АЙЫТМӘМБӘТ, Архангел р‑нындағы ауыл, Оҙондар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Раутау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Бейә й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 311 кеше; 1920 — 315; 1939 — 165; 1959 — 358; 1989 — 273; 2002 — 411; 2010 — 310 кеше. Башҡорттар...

АЙЫТОВ Валерий Факил улы

АЙЫТОВ Валерий Факил улы (26.1.1955, БАССР-ҙың Нуриман р-ны Ҡыҙыл Шишмә ҡсб), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) БАССР-ҙың Благовещен ҡ. 2-се урта мәктәбе, 1978 й. алып Павловка балалар шифаханаһы эргәһендәге мәктәп (Нуриман...

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы

АЙЫТОВ Нариман Абдрахман улы (28.12.1925, Ҡазан ҡ. — 17.8.1999, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), философ, социолог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), философия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлаған (1956). 1964 й....

АЙЫУ БАЛАНЫ

АЙЫУ БАЛАНЫ (Lonicera), айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: алтай А.б., ябай А.б., субарктик А.б., татар А.б. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ, бейеклеге 3 м тиклем. Япрағы ябай, бөтөн, оҙонса‑ялпаҡ, эллиптик, ҡыҫҡа...

АЙЫУ КУЛЬТЫ

АЙЫУ КУЛЬТЫ, тотем хайуан — айыу (ҡара: Тотемизм) м‑н кеше араһындағы ҡәрҙәшлек хаҡындағы ышаныуға, уны ғәҙәттән тыш көскә эйә тип иҫәпләүгә ҡоролған дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, мәҙәни йолаларҙың төрлө аспекттарында өлөшләтә һаҡланған һәм...

АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ

АЙЫУ СИҢЕРТКӘҺЕ (Saga pedo), тура ҡанатлылар отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Төньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған. Тән оҙонлоғо 7,8 см тиклем, йомортҡа һалғысыныҡы — 4,0 см тиклем. Тәне ныҡ һуҙылған, төҫө йәшкелт һарынан көрәнһыу йәшелгә тиклем, ҡабырғалары...

АЙЫУ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АЙЫУ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Иҫәнғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 147 кеше; 1920 — 158; 1939 — 158; 1959 — 154; 1989 — 151; 2002 — 161; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар...

АЙЫУКҮЛ ҺАҘЫ

АЙЫУКҮЛ ҺАҘЫ, Краснокама р‑ны Яңы Ҡабан а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 630 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,7 м, иң ҡалыны — 5,0 м. Ер өҫтөһыуҙары м‑н туйына. Ҡайын, уҫаҡ,боросло ҡымыҙлыҡ, күрән, сыбар һаңғырау кесерткән, һаҙ...

АЙЫУҠАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

АЙЫУҠАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 140 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 407 кеше; 1920 — 741; 1939 — 546; 1959 — 305; 1989 — 178; 2002 — 207; 2010 — 200 кеше. Татарҙар,...

АЙЫУСЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

АЙЫУСЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 340 кеше; 1920 — 426; 1939 — 585; 1959 — 490; 1989 — 282; 2002 — 276; 2010 — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

АЙЫУТАБАН

  АЙЫУТАБАН, мүктәк (Aconitum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: имәнлек А. һәм бүре А. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 80—200 см. Япрағы бармаҡ бүленешле йәки теленмә. Сәскәһе торҡа...

АЙЫУТОҘАҠЛАҒАН, һырт

АЙЫУТОҘАҠЛАҒАН, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Бирйән һәм Ҡусағаҙы йй. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) араһынан көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км. Төньяҡ өлөшө (киңлеге 4,5 км) күп уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған, бында 5 түбә айырылып...