Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИКҠОЛОВ Хөрмәт Талха улы

БИКҠОЛОВ Хөрмәт Талха улы (22.3.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡалта а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а., — 4.8.1997, шунда уҡ), тәржемәсе. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1987). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1980). Ә.Т.Бикҡолованың ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1954—55 йй. — “Ленинец” гәз.,...

БИКҠОЛОВ Шакир Сәлим улы

БИКҠОЛОВ Шакир Сәлим улы (15.1.1932, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а. — 18.5.1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1955), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975) тамамлаған. 1957 й. Шишмә р‑нының Түбәнге Хәжәт мәктәбе...

БИКҠОЛОВА Әлмира Талха ҡыҙы

БИКҠОЛОВА Әлмира Талха ҡыҙы (22.10.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡалта а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Яңы Ҡалта а., — 22.9.2013, Санкт‑Петербург ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Х.Т.Бикҡоловтың һеңлеһе. Чкалов педагогия институтының тәбиғи фәндәр (1949) һәм химия...

БИКҠОЛОВА Нурия Нәғимйән ҡыҙы

БИКҠОЛОВА Нурия Нәғимйән ҡыҙы (12.1.1956, Дәүләкән ҡ.), физик. Физ.‑матем. ф. д-ры (2006), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Дәүләкәндең 6-сы урта мәктәбендә эшләй. 1979 й. алып БашНИПИнефттә, 1982—84 йй. БДУ-ла. 1988 й. башлап — БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында...

БИКҠУЖА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

БИКҠУЖА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 77 кеше; 1920 — 94; 1939 — 91; 1959 — 132; 1989 — 115; 2002 — 107; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй...

БИКМӘЕВ Михаил Әхмәт улы

БИКМӘЕВ Михаил Әхмәт улы (4.5.1954, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Ҡашҡалаша а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2005), проф. (2009). Полковник (2003). Свердловск юғары хәрби‑сәйәси уч‑щеһын (1977), В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү, 1986) тамамлаған. 1977—83 йй. Белоруссия хәрби округының 45‑се күнекмә танк...

БИКМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл

БИКМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар-Олҡан а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1157 кеше; 1920 — 1356; 1939 — 507; 1959 — 304; 1989 — 116; 2002 — 107; 2010 — 109 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БИКМӘТОВ Альберт Әлмир улы

БИКМӘТОВ Альберт Әлмир улы (26.10.1964, Өфө ҡ.), спортсы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2003). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.А.Пинчук). Шәхси зачётта пара-ски буйынса Рәсәй (1996—98), Югославия (2000)...

БИКМӘТОВТАР

БИКМӘТОВТАР, идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре. Исәт провинцияһы Сырҙы улусы Ҡорман а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) башҡорттарынан. Билдәлеләре: Әбделвәхит Б. (1776—?), зауряд‑яҫауыл, 1802 й., 1804 й., 1810 й., 1815 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә, 1821 й. алып 3‑сө башҡ. кантонының...

БИКМЕТОВ Евгений Юрьевич

БИКМЕТОВ Евгений Юрьевич (15.10.1964, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (2003), профессор (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1989). 1993 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре идара итеү, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф социологияһына, социаль коммуникациялар проблемаларына арналған.    Х е ҙ м.:...

БИКМӨХӘМӘТОВ Роберт Ғата улы

БИКМӨХӘМӘТОВ Роберт Ғата улы [11.1.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Илеш а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 28.8.1995, Мәскәү], әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1952). 1956 й. алып СССР ФА‑ның М.Горький ис. Донъя әҙәбиәте ин‑тында (Мәскәү)...

БИКМӨХӘМӘТОВ Шәүҡәт Миңнулла улы

БИКМӨХӘМӘТОВ Шәүҡәт Миңнулла улы (21.5.1946, Бәләбәй ҡ. — 15.5.2008, Өфө), хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1980). Р.М.Бикмөхәмәтованың ҡустыһы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1971; И.Г.Лицвенко класы) — ӨДСИ‑лә, 1999 й. алып БДПУ‑ла уҡыта....

БИКМӨХӘМӘТОВА Ризәлә Миңнулла ҡыҙы

БИКМӨХӘМӘТОВА Ризәлә Миңнулла ҡыҙы (22.5.1933, Бәләбәй ҡ. — 27.9.2021, Өфө ҡ.), хор дирижёры. Профессор (1983). РСФСР‑ҙың (1983) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ш.М.Бикмөхәмәтовтың апаһы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1956; В.Г.Соколов класы), Гнесиндар исемендәге Музыкаль‑педагогик...

БИКМӨХӘМӘТОВА Һауа Сафиулла ҡыҙы

БИКМӨХӘМӘТОВА Һауа Сафиулла ҡыҙы (1.9.1921, Златоуст ҡ. — 26.3.2003, Өфө), анатом. Мед. ф. д‑ры (1973), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1944) шунда уҡ эшләй (1966—86 йй. оператив хирургия һәм топографик анатомия каф....

БИКМЫРҘА, Бөрө р‑нындағы ауыл

БИКМЫРҘА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Петров а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 124 км алыҫлыҡта Айыт й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 416 кеше; 1920 — 417; 1939 — 481; 1959 — 495; 1989 — 354; 2002 — 389; 2010 — 391 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

БИКМЫРҘА, Нуриман р‑нындағы ауыл

БИКМЫРҘА, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 24 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 495; 1939 — 371; 1959 — 287; 1989 — 192; 2002 — 134; 2010 — 150 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БИКРЕ

БИКРЕ (Acipenser gueldenstaedtii), бикреләр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 2,3 м тиклем, ауырлығы 115 кг тиклем, орсоҡ формаһында, 5 буй рәткә теҙелгән ромб һымаҡ һөйәк пластиналары бар. Арҡаһы һорғолт ҡара төҫтә, ҡабырғаһы һорғолт көрән, ҡорһағы аҡ....

БИКСӘН, Ишембай р‑нындағы ауыл

БИКСӘН, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 286; 1939 — 266; 1959 — 398; 1989 — 428; 2002 — 464; 2010 — 513 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

БИКСУРИН Алик Сәлих улы

БИКСУРИН Алик Сәлих улы (21.9.1937, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а. — 20.10.2021, Санкт‑Петербург ҡ.), балет артисы, театр эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1969). Ленинград хореография училищеһын (1956; педагогы А.Л.Кумысников), БДУ‑ны (1975) тамамлаған. 1956—76 йй. Башҡ. дәүләт опера һәм...

БИКСУРИН Мирсәлих Мирсәлим улы

БИКСУРИН Мирсәлих Мирсәлим улы [1819 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1820), Ырымбур ҡ. — 7.3.1903, шунда уҡ], тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Статский советник, генерал. Дворяндарҙан. Неплюев хәрби уч‑щеһын тамамлаған (1838, ҡара: Неплюев кадет корпусы), 1841—78 йй . шунда уҡ һәм бер үк...