Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР. С.п. макромолекулалары бер төрлө йәки законға ярашлы сиратлашҡан төрлө стереоизомерҙарҙан (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы, Стереохимия) тора. Сығышы б‑са тәбиғи (аҡһымдар, гуттаперча, нуклеин кислоталары, тәбиғи каучук һ.б.) һәм синтетик (полибутадиен, полиизопрен, полипропилен...

СТЕРЕОХИМИЯ

СТЕРЕОХИМИЯ (гр. stereos — арауыҡлы һәм химия), молекулаларҙың арауыҡта төҙөлөшөн, уның физик һәм химик үҙенсәлектәренә йоғонтоһон өйрәнгән химия бүлеге. С. нигеҙендә хираллек (ҡара: Изомерҙар), конфигурация (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы), конформация (молекулаларҙың арауыҡ формаһы) төшөнсәләре...

СТЕРИГМА

СТЕРИГМА (Sterigmostemum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 9 төрө билдәле, Көнсығыш Европала, Көнбайыш һәм Урта Азияла, Көнбайыш Себерҙә таралған. Башҡортостанда кейеҙ С. үҫә. Һоро кейеҙ кеүек ҡуйы йөнтәҫ йондоҙға оҡшаған төктәрҙән торған бер йыллыҡүлән. Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 20—...

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, циклопентанопергидрофенантрен сығарылмалары. Үҫемлек hәм хайуандар организмы составына инә (биосинтез күберәк ҡатмарлы төҙөлөшлө умырт ҡалыларҙа ныҡ сағылдырылған, бөжәктәрҙә эшләп сығарылмай, уларҙың ҡау һалыу функцияhы аҙыҡ аша алынған С.б. м‑н контролдә тотола). Тәбиғи С.б....

СТЕФАН, архимандрит

СТЕФАН (донъяуи исеме Проценко Стефан Максимович; 2.8.1889, Харьков губ. Палеевка а. — 6.10.1960, Харьков ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә архиепискобы (1942—44). Митрополит (1959), архиепископ (1942), архимандрит (1922). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Киев дини акад. уҡыған, Нежинск пед. ин‑тын тамамлаған...

СТИЛИСТИКА

СТИЛИСТИКА, әҙәби телдә, уның төрлө аралашыу шарттарында функциональ ҡатламдарға тарҡалыуына ярашлы, тел берәмектәре һәм категорияларының йәшәп килеүен йәки ҡулланыу алымдарын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге, ш. уҡ әҙәби телдең хәҙ. торошо һәм диахронияһында функциональ‑стиль системаһы, йәки “стилдәр системаһы”....

СТИРОЛ

СТИРОЛ, в и н и л  б е н з о л, ф е н и л  э т и л е н, С6Н5СН=СН2, полистирол мономеры. Стиракс составында, таш һәм һоро күмер ыҫмалаларында, органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. нефть углеводородтарының, термик деструкция продукттарында бар. Төҫһөҙ, әсе еҫле шыйыҡса, мол. м. 104,14, tиреү ‑30,63°С, tҡайнау...

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ, 1906—17 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән ер биләүселеге реформаһы. Министрҙар советы рәйесе П.А.Столыпин инициативаһы м‑н община ер биләүселеген бөтөрөү, крәҫтиәндәрҙең ерен күбәйтеү, ергә хосуси милекселек, крәҫтиән хужалығының тауарлылығын арттырыу нигеҙендә крәҫтиән хужалығы эшмәкәрлеген...

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович (2.5.1946, Өфө), металдарҙы өйрәнеүсе физик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). Мәскәү инженер‑физика ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) Чепецк механика з‑дында (Глазов ҡ.) эшләй: 1974 й. алып лаб. начальнигы. 1981 й. башлап ӨАИ‑ла уҡыта. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы...

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич (22.2.1922, Бөгөлмә ҡ. — 21.3.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) “Башвостокнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.) эшләй: Күлтүбә быраулау...

СТОМАТОЛОГИЯ

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Терапевтик, хирургик, ортопедик С., пародонтология, ортодонтия һәм балалар С. айырыла....

СТОЯНОВ Александр Васильевич

СТОЯНОВ Александр Васильевич (12.2.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шестопалов а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Шестопаловка а., — 19.6.1971, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946—70 йй. Дәүләкән р‑нында эшләй: “Рәсәй” к‑зының баҫыусылыҡ бригадаһы...

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич

СТРАЖЕСКО Николай Дмитриевич (29.12.1876, Одесса ҡ. — 27.6.1952, Киев), терапевт. СССР ФА акад. (1943), СССР мед. ФА акад. (1944), Украина ССР‑ы ФА акад. (1934). Соц. Хеҙмәт Геройы (1947). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1934). Киев ун‑тын тамамлағандан һуң (1899) шунда уҡ эшләй, 1901—04 йй. — Берлин,...

СТРАЛЕНБЕРГ Филипп Иоганн

СТРАЛЕНБЕРГ (Табберт) Филипп Иоганн (1676, Штральзунд ҡ., Померания — 1747), сәйәхәтсе, географ, этнограф. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында ҡатнашыусы. Полтава һуғышы (1709) ваҡытында рустарға әсирлеккә эләгә, 1711—21 йй. Тубыл ҡ. һөргөндә була. Себерҙең тарихын, этнографияһын һәм географияһын өйрәнә. Рәсәй...

СТРАТИГРАФИЯ

СТРАТИГРАФИЯ (лат. stratum — ҡатлам һәм ...графия), геологияның ер ҡабығында геол. есемдәрҙең эҙмә‑эҙ формалашыуын һәм уларҙың киңлек һәм ваҡыт нисбәттәрен өйрәнеүсе бүлеге. С. төп бурысы — стратондарҙың (тау тоҡомдары ҡатламдарының нормаль ҡатлауланышы нигеҙендә айырылған стратиграфик бүлексәләре)...

СТРАХОВКАЛАУ

СТРАХОВКАЛАУ, насар хәл килеп тыуған осраҡтарҙа страховкаланған шәхестәрҙең матди сығымдарын ҡаплау өсөн аҡса фондтары булдырыуға бәйле иҡт. эшмәкәрлек; һәр төрлө хәүеф эҙемтәләрен кәметеүҙең һөҙөмтәле ысулы. С. функциялары: милекселәр мәнфәғәттәрен яҡлау, иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү, йәмғиәттең...

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ

СТРАХОВКАЛАУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, Башҡортостандың коммерция страховкалау ойошмаларының ирекле берләшмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Ассоциацияны төҙөү маҡсаты — БР‑ҙа страховкалау эшмәкәрлеген үҫтереү, нығытыу һәм хоҡуҡи яҡланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән страховкалаусылар хеҙмәттәшлеге,...

СТРЕЛЕЦТАР

СТРЕЛЕЦТАР, 16—17 бб. Рәсәйҙә ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләр категорияһы. Гарнизондарҙа хәрби хеҙмәт үтәгәндәр, уның өсөн хаҡ (аҡсалата, әйберләтә һәм ер бүлеме формаһында) алғандар. С. һайланмаларға (һуңыраҡ — Мәскәүҙекеләр; Мәскәүҙә торғандар) һәм ҡаланыҡыларға (Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында) бүлеп...

СТРЕЛЯЕВА Лидия Николаевна

СТРЕЛЯЕВА Лидия Николаевна (7.4.1902, Таврия губ. Мелитополь өйәҙе Кизияр а. — 29.6.1987, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), селекционер. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1982). 1920—23 йй. М.В.Фрунзе ис. Ҡырым ун‑тында (Симферополь ҡ.) уҡыған. 1926—27 йй. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. эргәһендәге...

СТРЕСС

СТРЕСС, д ө й ө м а д а п т а ц и о н с и н д р о м, организмдың гомеостазын боҙоусы тәьҫиргә (физик йәки психологик) специфик булмаған (дөйөм) яуап реакцияһы; организмды тышҡы кире факторҙарға ҡаршылыҡ күрһәтер өсөн йәлеп итеүгә йүнәлтелгән психофизиологик көсөргәнешлек торошо (кешелә һәм хайуандарҙа)....