Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРСКИЙ ТАШЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

АРСКИЙ ТАШЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 6 кеше; 1959 — 223; 1989 — 275; 2002 — 175; 2010 — 95 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). 1920 й. һуң Тамъян-Ҡатай кантонында...

АРТАМОНОВ Владимир Иванович

АРТАМОНОВ Владимир Иванович [20.11.1906, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Требият ҡсб (Силәбе өлкәһе Ноғайбәк районы) — 29.9.1944, Чита өлкәһе Хилок ҡсб янында, Чита ҡ. ерләнгән], лётчик, полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1939). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында,...

АРТАУЫЛ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

АРТАУЫЛ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта 1‑се Беҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 197 кеше; 1959 — 224; 1989 — 165; 2002 — 224; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АРТЁМЕНКО Елена Павловна

АРТЁМЕНКО Елена Павловна (7.12.1971, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2006). Омск физик культура ин‑тын тамамлаған (1993). 1996 й. алып “Фән һәм сәләмәтлек” ғилми-производство үҙәгендә (Омск ҡ.) уҡыта, 1997 й. — ӨДАТУ‑ла. 2001 й. башлап — Башҡ. физик культура ин‑тында дауалау физик культураһы, 2002 й. алып...

АРТЕМЬЕВ Михаил Алексеевич

АРТЕМЬЕВ Михаил Алексеевич [12.4.1932, Урта Волга крайы Тоцк а. (Ырымбур өлк.) — 12.5.2001, Өфө], йырсы (лирик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1976). Ырымбур муз. уч‑щеһын тамамлаған (1951; В.Л.Яблоновская класы). 1952 й. алып Волга буйы хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле солисы, 1965—95 йй. БДОБТ...

АРТЕМЬЕВТАР

АРТЕМЬЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич А., Дума дворяны. Баяр балаларынан. Ҡазанды алыуҙа (1552) ҡатнаша. 16 б. 70‑се йй. Өфө ҡәлғәһен төҙөүгә урын һайлау һәм хеҙмәтле кешеләргә ер бүлеү өсөн ике тапҡыр Башҡортостанға ебәрелә. Уның ейәндәре: Гаврила Захарович А....

АРТМАҠЛЫ-МЕНГЕ ТРАНСПОРТ

АРТМАҠЛЫ-МЕНГЕ ТРАНСПОРТ, башҡорттарҙа традицион йөрөү саралары. Башлыса ат (ҡара: Башҡорт аты), һирәгерәк дөйә файҙаланылған; һыбай йөрөү өсөн — айғыр, алаша йәки юрға, һирәкләп бейә. А.-м.т. үҫеше төп урынды малсылыҡ алып торған күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) талаптарына бәйле була. Ирҙәр ҙә,...

АРТРИТ

АРТРИТ (гр. arthron — быуын), быуындар шешеүе. Моноартритҡа (бер быуындың зарарланыуы), полиартритҡа (бер нисә быуындың шешеүе) айырыла. А. барлыҡҡа килеүенә ревматологик һәм аутоиммун ауырыуҙар, синовиоциттар ҡатнашлығындағы патологик хәлдәр булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары:...

АРТЫШ

АРТЫШ (Juniperus), кипарис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Яҡтылыҡ яратыусы мәңге йәшел ылыҫлы ике өйлө ҡыуаҡ йәки 100—200 йәшкә етеүсе, бейеклеге 1—3 м тиклем (ябай А....

АРТЫШ ВУЛЬПИЦИДАҺЫ

АРТЫШ ВУЛЬПИЦИДАҺЫ (Vulpicida juniperinus), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник төрө. Талломы япраҡ һымаҡ, аныҡ булмаған формала, киңлеге 4—5 см, асыҡ һары төҫтә, үҙәгендә субстратҡа тығыҙ беркетелгән, ирекле күтәрелеүсән өлөшсәләр м‑н. Өлөшсәләре бер аҙ тармаҡлы, ситтәре тулҡынлы. Талломдың...

АРТЮШКОВ Игорь Викторович

АРТЮШКОВ Игорь Викторович (30.1.1950, Черкассы ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2012). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). О.В.Артюшкованың ҡустыһы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ уҡыта (өҙөклөктәр...

АРТЮШКОВА Ольга Викторовна

АРТЮШКОВА Ольга Викторовна (20.9.1948, Черкассы ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2010). И.В.Артюшковтың апаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Бөрө районының Осиновка урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып Геология институтында: өлкән лаборант, 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр,...

АРХАНГЕЛ (ШАРАН) ЗАВОДЫ

АРХАНГЕЛ (ШАРАН) ЗАВОДЫ, 1754 й. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында Г.С.Красильников (ҡара: Красильниковтар) баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары — Красильниковтар. 1754 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер...

АРХАНГЕЛ БАҠЫР ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ

АРХАНГЕЛ БАҠЫР ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, 1753 й. Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы Шәке а. башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С. Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й....

АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ

АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1967 й. һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Архангел р‑ны ш. уҡ исемле ауылдың көнсығыш ситендә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Майҙаны 1,9 мең га, терр‑яның 45,1%‑ын урман ҡаплаған, бер өлөшө һаҙланған...

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта — Силәбе өлк., көнсығышта — Белорет, көньяҡта — Ғафури, көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, төньяҡ-көнбайышта Иглин р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр....

АРХАНГЕЛ СУЙЫН ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ

АРХАНГЕЛ СУЙЫН ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, Архангел баҡыр иретеү заводынан 2,1 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында Өфө тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте тарафынан нигеҙ һалына. 1899 й. эшләй башлай. 2 домна мейесе, 3 һауа йылытҡысы, 4 пар ҡаҙаны, газ таҙартҡысы, мәғдән онтағысы, һауа өрҙөргөс машинаһы...

АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ААЙ. Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиеһы. 1936 й. Архангел район-ара ағас, тара әҙерләү контораһы булараҡ нигеҙ һалына, 1938 й. алып Башҡортостан ағас әҙерләү контораһы, 1962 й. — А.у.с.х., 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. 1958 й. башлап “Башлеспром” ААЙ‑на ингән....

АРХАНГЕЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1

АРХАНГЕЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Архангел р‑ны. 19 б. 40‑сы йй. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1884 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1917 й. — юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1934 й. хәҙ. статусын ала. 1980 й. Архангел тулы булмаған урта...

АРХАНГЕЛ, ауыл, Архангел р‑ны үҙәге

АРХАНГЕЛ, Скимка, ауыл, Архангел р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Архангел а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 100 км һәм Приуралье т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,7; 1920 — 3,2; 1939 —...