Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улы

МИҺРАНОВ Марат Ғәлихан улы (6.4.1955, Өфө ҡ.), зоолог. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002). Н.Ғ.Миһрановтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Биология институтында, 1981 й. алып Биохимия һәм цитохимия...

МИҺРАНОВ Марс Шәрифулла улы

МИҺРАНОВ Марс Шәрифулла улы (6.3.1964, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ эшләй: 2000—03 йй. һәм 2005 й. алып авиация технология системалары ф‑ты деканы урынбаҫары, 2015 й. башлап механизм һәм машиналар ҡороу нигеҙҙәре каф....

МИҺРАНОВ Наил Ғәлихан улы

МИҺРАНОВ Наил Ғәлихан улы (6.3.1953, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). М.Ғ.Миһрановтың ағаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй, 1976—79 йй. БДУ‑ла ВЛКСМ ком‑ты секретары урынбаҫары,...

МИЧУРИН Вениамин Николаевич

МИЧУРИН Вениамин Николаевич (7.4.1965, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), спортсы. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Һуҡырҙар йәмғиәте уҡыу‑производство пр‑тиеһы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары В.А.Пегов,...

МИЧУРИНСК, Шаран р‑нындағы ауыл

МИЧУРИНСК, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 252 кеше; 1989 — 365; 2002 — 372; 2010 — 328 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

МИШӘР ПОЛКТАРЫ

МИШӘР ПОЛКТАРЫ, мишәрҙәрҙең 1788—1814 йй. рус армияһының ҡайһы бер тактик берләшмәләренә беркетелгән еңел атлы хәрби частары. Ойошторолған ваҡытта Ырым‑ бур айырым корпусы ком. буйһонған. Тарихы 17—18 бб. мишәр отрядтары һәм командаларына барып тоташа. Һәр полк 5 сотнянан (ғәскәри старшина, 2—3 яҫауыл,...

МИШӘР, Балтас р‑нындағы ауыл

МИШӘР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 489 кеше; 1920 — 470; 1939 — 400; 1959 — 339; 1989 — 198; 2002 — 208; 2010 — 164 кеше. Башҡорт‑ тар йәшәй...

МИШӘР, Шаран р‑нындағы ауыл

МИШӘР, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 274 кеше; 1920 — 304; 1939 — 355; 1959 — 324; 1989 — 200; 2002 — 204; 2010 — 179 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

МИШӘРҘӘР

МИШӘРҘӘР, Волга һәм Урал буйы татарҙарының субэтник төркөмө. Башлыса ТР‑ҙа, БР‑ҙа, Һамар, Ульяновск, Пенза, Ырымбур өлк. йәшәйҙәр. БР‑ҙа Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош, Шишмә, Әлшәй р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. М. теле татар теленең көнбайыш диалектына ҡарай. Диндар...

МИШЕНЁВ Герасим Михайлович

МИШЕНЁВ Герасим Михайлович [1876, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 16.7.1906, Һарытау ҡ.], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1896 й. алып РСДРП ағзаһы. Благовещен уҡытыусылар семинарияһын тамамлаған (1894). 1899 й. Златоуст өйәҙенең Һатҡы Заводы ҡасабаһында, Златоуст, Ҡазан,...

МИШКӘ ЛИЦЕЙЫ №1

МИШКӘ ЛИЦЕЙЫ №1, Мишкә р‑нында урынлашҡан. 1877 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-мари) булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. — 1‑се урта мәктәп, 2009 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2017 й. Ф.М.Бүләков исеме бирелә. Китапханаһы, тамаша залы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, автокласы,...

МИШКӘ РАЙОНЫ

МИШКӘ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Балтас, көнсығышта — Ҡариҙел, көньяҡ‑көнсығышта — Благовещен, көньяҡ‑көнбайышта — Бөрө, төньяҡ‑көнбайышта Борай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны һәм Өфө кантоны улустары...

МИШКӘ, ауыл, Мишкә р‑нының үҙәге

МИШКӘ, ауыл, Мишкә р‑нының (1930—63, 1965 й. алып) һәм Мишкә а/с үҙәге. Өфөнән Т. табан 131 км һәм Загородная т. юл ст. 116 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында, Бөрө— Таҙтүбә—Һатҡы (Силәбе өлк.) автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 0,7; 1920 — 0,8; 1939 — 2,1; 1959...

МИШКӘ, Балтас р‑нындағы ауыл

МИШКӘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Яланғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 561 кеше; 1920 — 547; 1939 — 425; 1959 — 417; 1989 — 389; 2002 — 385; 2010 — 326 кеше. Мариҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

МИШКӘ, Учалы р‑нындағы ауыл

МИШКӘ, Т а ш ҡ ы я, Учалы р‑нындағы ауыл, Наурыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән 65 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 124 кеше; 1920 — 196; 1939 — 112; 1959 — 104; 1989 — 73; 2002 — 100; 2010 — 86 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Верхнеурал...

МИЩЕНКО Игорь Тихонович

МИЩЕНКО Игорь Тихонович (30.7.1937, Өфө ҡ. — 21.6.2020, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1987), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе...

МНЕМОЗИНА

  МНЕМОЗИНА, ҡара аполлон (Parnassius mnemosyne), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6,5 см тиклем, ҡара һүрәтле аҡ төҫтә. Алғы ҡанаттарында 2 ҡара тап бар, сите һорғолт төҫтәге киң таҫмалы, артҡыларының сите эс яҡтан ҡара....

МОВСУМЗАДЕ Эльдар Мирсамед улы

МОВСУМЗАДЕ Эльдар Мирсамед улы (8.9.1948, Баҡы), инженер‑технолог. Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (2009), химия ф. д‑ры (1983), проф. (1986). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1990), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999)....

МОГАР, үҫемлек

МОГАР (Setaria italica), и т а л ь я н ш ы р т ү л ә н е, и т а л ь я н т а р ы һ ы, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Ҡырағай рәүештә башлыса Азияла таралған. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, төклө, бейеклеге 50—100 см. Япрағы оҙон, киң. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Июлдә сәскә...

МОДА ЙОРТО, ЯАЙ

МОДА ЙОРТО, ЯСЙ. Кейем, ш. иҫ. сәхнә һәм милли костюмдар, махсус кейемдәрҙе тегеү, ремонтлау һәм моделдәрен әҙерләү б‑са хеҙмәттәр күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙарҙың өҫкө кейеме, ҡатын‑ҡыҙҙар өсөн еңел күлдәктәр әҙерләү (бөтәһе лә 1968 й. асылған), баш кейемдәре тегеү һәм...