Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОЙЧЕВ Игорь Николаевич

БОЙЧЕВ Игорь Николаевич (10.7.1927, Өфө — 14.7.1999, шунда уҡ), инженер-технолог. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) ӨМЭПБ‑ла эшләй: инженер-технолог, өлкән инженер-технолог, 1952 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1956 й. — бүлек нач., 1961 й. — цех нач., 1966 й. — М‑412 двигателдәрен етештереү б‑са дир. урынбаҫары,...

БОКОВ Владимир Александрович

БОКОВ Владимир Александрович (24.5.1941, Стәрлетамаҡ ҡ.), географ-ландшафт белгесе, эколог. Геогр. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). Ҡырым Респ. (2000) һәм Украинаның (2004) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. БДУ-ны тамамлаған (1964). 1967 й. алып — БДУ‑ла, 1973 й. — Удмурт ун‑тында (Ижевск), 1980 й. алып —...

БОКС

  БОКС (ингл. box, һүҙмә-һүҙ — һуғыу), спорт төрө, ҡара-ҡаршы көрәш, рингыла айырым ҡағиҙәләр б‑са махсус бирсәткәләрҙә йоҙроҡ һуғышы. Башҡортостанда Б. үҫеше 1920 й. Өфөлә тәүге Б. секцияһы асылыуға бәйле (ойоштороусыһы — проф. көрәшсе Н.В.Соловей). 1940 й. Башҡ. физик культура техникумында (ҡара:...

БОКСИТТАР

БОКСИТТАР, башлыса алюмин гидроокисы минералдарынан — гиббсит, бёмит һәм диаспорҙан торған тау тоҡомдары. Ташлы, йомшаҡ, балсыҡҡа оҡшаш Б. айыралар. Структураһы борсаҡлы, гравелитлы һ.б.; текстураһы киң, ҡатламлы. Төҫө ҡуйы ҡыҙыл, көрән, һоро, ҡара, йәшел. Глинозём һәм алюмин алыу өсөн төп мәғдән; флюс,...

БОЛАН КУЛЬТЫ

БОЛАН КУЛЬТЫ, кеше м‑н тотем хайуан — болан араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә ышаныуға (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге традицион дини инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең...

БОЛАН-ҠУҢЫҘ(Lucanus cervus)

БОЛАН-ҠУҢЫҘ (Lucanus cervus), ҡаты ҡанатлылар отрядының мөгөҙлө ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала һәм Төньяҡ Африкала таралған. Инә ҡуңыҙҙың тән оҙонлоғо 28—45 мм, атаныҡы 30—55 (өҫкө яңағы м‑н бергә 75 мм тиклем). Төҫө ҡара, ҡанат өҫтө көрән. Енси диморфизм хас: ата бөжәктең өҫкө яңағы формаһы...

БОЛАН, ауыл

БОЛАН, ауыл, 1959 й. алып Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһы эсендә. 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә украин күскенселәре нигеҙ һала. 1902 й. 60 йортло (257 ир‑ат иҫәпкә алынған) Никулинский, 1906 й. 67 йортло (земство мәктәбе, мөгәзәй булған) Никулин (Б.) исеме м‑н теркәлгән. 30‑сы йй. алып Б. булараҡ иҫәпкә алынған....

БОЛАН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

БОЛАН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Шаровка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорҫаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 117 кеше; 1920 — 204; 1939 — 417; 1959 — 531; 1989 — 271; 2002 — 261; 2010 — 409 кеше. Урыҫтар йәшәй...

БОЛАНДЕР ФРУЛЛЯНИЯҺЫ (Frullania bolanderi)

БОЛАНДЕР ФРУЛЛЯНИЯҺЫ (Frullania bolanderi), мүк һымаҡтар төрө. Йомшаҡ һорғолт йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ ике өйлө ваҡ бауыр мүге. Һабағы тармаҡлы, йыш ҡына ҡыҫҡа мурт, япраҡһыҙ үренделәр (флагеллалар) м‑н тамамлана. Япрағы — ике ҡалаҡса; өҫкөһө эре, йомро йәки оҙонса, аҫҡыһы бәләкәй,...

БОЛАНУТ

БОЛАНУТ (Chamerion), ҡыртан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7—8 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда тар япраҡлы Б. үҫә. Күп тамыр үҫентеле, йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы аҙ тармаҡлы, төҙ, ҡуйы япраҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы...

БОЛАНҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл

БОЛАНҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 139; 1989 — 117; 2002 — 119; 2010 — 104 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б....

БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ

БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ, бәләкәй параметрлы тигеҙләмәләрҙе яҡынса сығарыу алымы. Тигеҙләмәне “болармаған” система өсөн сығарыу һәм һөҙөмтәне болартыу индергән төҙәтеүҙәрҙе иҫәпләүҙә файҙаланыуҙан ғибәрәт. Б.т. алымдары дифференциаль тигеҙләмәләр, механика, квант физикаһы, химик кинетика теорияһы һ.б. мәсьәләләрен...

БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы

БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы, Европаның көньяғындағы, Балҡан ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 110,9 мең км2. Баш ҡалаһы — София. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 7,4 млн кеше (2011): болгарҙар (85%), төрөктәр (9%) һ.б. Рәсми тел — болгар теле. Диндарҙарҙың күпселеге — православие христиандары. БР-ҙың...

БОЛҒАҠОВ Айҙар Казбек улы

БОЛҒАҠОВ Айҙар Казбек улы (10.10.1962, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Proteus, Citrobacter һ.б. төр бактерияларҙың дарыу препараттары тәьҫиренә бирешмәүсәнлеген өйрәнеүгә арналған. Б. азотлы гетероциклик берләшмәләрҙең...

БОЛҒАҠОВ Рәмил Ғариф улы

БОЛҒАҠОВ Рәмил Ғариф улы (5.7.1943, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) Ҡырғыҙстан тау- металлургия комб‑тында (Ҡашҡа ҡасабаһы) эшләй. 1971 й. алып Химия ин‑тында (1978 й. башлап өлкән...

БОЛҒАҠОВА Альбина Ирек ҡыҙы

БОЛҒАҠОВА Альбина Ирек ҡыҙы (6.12.1961, Петрозаводск), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2010) БР-ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 6‑сы стоматология поликлиникаһында (Өфө), 1987 й. алып ӨАПБ‑ның 3‑сө мед.-санитария бүлегендә эшләй. 1998 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта (2005 й....

БОЛҒАҠОВА Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы

БОЛҒАҠОВА Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы (7.8.1952, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2005). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (1982 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1985 й. башлап ӨДНТУ‑ла, 2001 й. — ӨДАТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге нефть...

БОЛҒАР ТЕЛЕ

БОЛҒАР ТЕЛЕ, төрки телдәр араһында үле телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Бөйөк Болғар һәм Волга буйы Болғары халыҡтары теле. Хәҙерге телдәр араһында сыуаш теле иң яҡыны һанала. Б.т. хаҡында мәғлүмәттәр аҙ һәм 5—14 бб. авторҙарының топонимдары һәм антропонимдарында, фин-уғыр, славян телдәренән үҙләштерелгән...

БОЛҒАРҘАР

БОЛҒАРҘАР, төрки ҡәбиләләр союзы. Ете йылға үҙәнендә б.э. башында барлыҡҡа килгән тип фаразлана. 4 б. аҙ. һундарҙың Көнсығыш Европа походына йәлеп ителәләр (ҡара: Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше). 7 б. тәүге сирегендә Азов й. буйында Б. (барсилдар, уногундурҙар, утиғурҙар) адыгтар, аландар һ.б. ҡәбиләләр...

БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич

БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич (5.5.1875, Сембер губернаһы Сызрань ҡ. — 20.8.1933), хәрби эшмәкәр. Генерал-лейтенант (1917). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Генераль штабтың Николай академияһын тамамлаған (Санкт‑Петербург ҡ., 1903). 1892 й. алып рус,...