Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БУРАНСЫ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

БУРАНСЫ, Һаҡау, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 35 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Ҡушҡаяҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 354 кеше; 1920 — 460; 1939 — 312; 1959 — 260; 1989 — 215; 2002 — 220; 2010 — 191 кеше....

БУРЕНИН Алексей Александрович

БУРЕНИН Алексей Александрович (21.10.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2008). Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған (2010). Тау саңғыһы спорты буйынса СДЮШОР...

БУРЕНИН Владимир Алексеевич

БУРЕНИН Владимир Алексеевич (30.8.1947, Вологда ҡ.), механик, математик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1997). РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1998). Днепропетровск ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) ӨДНТУ‑ла эшләй (2000—12 йй. хисаплау техникаһы һәм инженер кибернетикаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы...

БУРЕНИНА Ирина Валерьевна

БУРЕНИНА Ирина Валерьевна (26.3.1976, Өфө), инженер-иҡтисадсы. БР ФА проф. (2016), иҡт. ф. д‑ры (2012), проф. (2016). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) шунда уҡ эшләй (2015 й. алып иҡтисад һәм нефть, газ сәнәғәте пр‑тиеларында идара итеү каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре яғыулыҡ-энергетика комплексы пр‑тиеларының...

БУРЖУАЗИЯ

БУРЖУАЗИЯ (фр. bourgeoisie — ҡала кешеләре), сауҙа, сәнәғәт, кредит‑финанс һ.б. эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем алыусы ижтимағи синыф, капитал хужалары. Б. барлыҡҡа килеүе һәм формалашыуы баҙар мөнәсәбәте генезисына һәм йәмғиәттең соц. айырымланыуына бәйле. Рәсәйҙә Б., айырыуса эре сәнәғәт Б., барлыҡҡа...

БУРЗЯНЦЕВ Александр Данилович

БУРЗЯНЦЕВ Александр Данилович [19.10.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңы Преображенка утары (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 25.5.1997, Өфө], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1966) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Пенза һынлы сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; педагогы —...

БУРКСЕР Евгений Самойлович

БУРКСЕР Евгений Самойлович (23.7.1887, Одесса ҡ. — 25.6.1965, Киев), геохимик. Украина ССР‑ы ФА мөхбир ағзаһы (1925). Фәнни хеҙмәттәре минераль һыуҙар, минераль ләм гидрохимияһы һәм геохимияһы, һирәк һәм тарҡау элементтар химияһы һәм уларҙы алыу технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, тәбиғи объекттарҙың...

БУРЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

БУРЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Бурлы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 1254; 1939 — 1098; 1959 — 966; 1989 — 591; 2002 — 551; 2010 — 539 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

БУРЛЮК Давид Давидович

БУРЛЮК Давид Давидович (9.7.1882, Харьков губ. Семиротовщина утары — 15.1.1967, Нью-Йорк ҡ., АҠШ), рәссам, шағир. Ҡазан һәм Одесса художество мәктәптәрендә; Мюнхен Король акад. (1902—03; педагогы В.Диц); “Эколь де Бозар” студияһында (Париж, 1904; педагогы Ф.Кормон); Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу...

БУРНАҠ БЕЙ

БУРНАҠ БЕЙ (ысын исеме Ҡаҙанҡап), юрматы ырыуы башлығы. Юрматыларҙың нуғайҙар м-н бергә Кубань й. китеүенә ҡаршы сыға. Б.б. м-н ҡалған башҡорттар үҙ‑ара һуғыштар барышында бөлгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуға ирешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы алдынан Б.‑б. власты Тәтегәс бейгә тапшыра. Шәжәрәгә...

БУРНЕТ ЛЕПТОГИУМЫ

БУРНЕТ ЛЕПТОГИУМЫ (Leptogium burnetiae), коллема һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайник заты. Талломы эре япраҡлы, 10 см киңлектә, киң айырсалы. Талломдың өҫкө йөҙө ҡарағусҡыл һоро, һирәк осраҡта көрән‑ҡараһыу, башлыса шыма; аҫҡыһы асыҡ төҫтә, ҡуйы аҡ төклө. Изидиялары цилиндр формаһында, мәрйен һымаҡ,...

БУРНЫШ, Краснокама р‑нындағы ауыл

БУРНЫШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 236 кеше; 1920 — 259; 1939 — 333; 1959 — 307; 1989 — 163; 2002 — 160; 2010 — 197 кеше. Мариҙар...

БУРТАКОВКА, Мәсетле р‑нындағы ауыл

БУРТАКОВКА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 34 кеше; 1920 — 27; 1939 — 204; 1959 — 343; 1989 — 270; 2002 — 289; 2010 — 248 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

БУРТАСТАР

БУРТАСТАР, фаразланыуынса, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Урта быуат авторҙары хеҙмәттәрендә (Ибн Руста, Истахри, Ибн Хаукаль, Масуди һ.б.) телгә алына. Формалашыу өлкәһе — Волга й. урта ағымының уң яры, тип фаразлайҙар Археолог А.Х.Халиҡов фекере б‑са, Б. 8—9 бб. тиклем Көньяҡ Урал һәм Арал диңгеҙе араһында...

БУРҺЫҠ

БУРҺЫҠ (Meles meles), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында, далала, ярым сүллектәрҙә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 60—90 см, ауырлығы 16—17 кг. Арҡаһы һәм ҡабырғалары һорғолт көрән төҫтә, кәүҙәһенең аҫ яғы ҡараһыу көрән, башының ҡырҙарында танауынан ҡолағынаса һуҙылған...

БУРҺЫҠ, Шаран р‑нындағы ауыл

БУРҺЫҠ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 17 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Бурһыҡйылға й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 759 кеше; 1920 — 699; 1939 — 669; 1959 — 464; 1989 — 306; 2002 — 273; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

БУРЦЕВ Прокофий Иванович

БУРЦЕВ Прокофий Иванович, Бурцов П.И. (1741, Өфө — 1812 й. һуң, шунда уҡ), Өфө провинцияһы казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Секунд-майор (1787). Казак мәктәбен тамамлағандан һуң (Ырымбур, 1764) Өфөлә писарь булып хеҙмәт итә. Комиссияға хеҙмәт хаҡын күтәреү, ерҙе файҙаланыуҙы көйләү, полиция...

БУРЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл

БУРЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Урыҫ-Юрмаш а/ с ҡарай. Өфө ҡ. К.‑Көнс. 25 км һәм Юрмаш т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Юрмаш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 159 кеше; 1920 — 222; 1939 — 158; 1959 — 215; 1989 — 113; 2002 — 140; 2010 — 217 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). 17 б....

БУСАРГИН Николай Матвеевич

БУСАРГИН Николай Матвеевич (11.11.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Покровка а. — 26.7.1990, Нальчик), Советтар Союзы Геройы (1946). Майор (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” Үҙәк офицерҙар курсын тамамлаған (Солнечногорск ҡ., 1958). 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июленән Көнбайыш, Көньяҡ‑Көнбайыш,...

БУСАРГИН Николай Матвеевич

БУСАРГИН Николай Матвеевич (11.11.1919, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Покровка а. — 26.7.1990, Нальчик ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1946). Майор (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” Үҙәк офицерҙар курсын тамамлаған (Солнечногорск ҡ., 1958). 1939 й. алып Совет армияһында. 1941 й. июленән Көнбайыш,...