Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЫҘАУЛЫҠ

БЫҘАУЛЫҠ, Быҙаулыҡ өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1736 й. Быҙаулыҡ ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалынған. 1795 й. Б. 260 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. дворяндарға 5 йорт ҡараған, хәрби хеҙм‑рҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 138, канцелярия хеҙм‑рҙәренә — 8, отставкалағы һәм хеҙмәттәге казактарға —...

БЫҘАУЛЫҠ ҠӘЛҒӘҺЕ

БЫҘАУЛЫҠ ҠӘЛҒӘҺЕ, 1736 й. И.К.Кирилов Һамар й. һул ярында уға Быҙаулыҡ й. ҡойған ерҙә (боронғо башҡ. ҡаласығы емереклектәре урынында) Ырымбур сик һыҙығында хәрби нығытылған ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. Быҙаулыҡ й. исеме м‑н аталған. 1736 й. Б.ҡ. 156 кеше (12 ҡалмыҡ, 41 разночинец, 6 һөргөнсө, 19 Өфө татары...

БЫҘАУЛЫҠ ӨЙӘҘЕ

БЫҘАУЛЫҠ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур провинцияһының көнбайыш өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1851 й. Һамар губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Боғорослан өйәҙе, көнсығышта — Ырымбур өйәҙе, көньяҡта — Кесе ҡаҙаҡ йөҙө, көнбайышта Сергиевск өйәҙе...

БЫҘАУЛЫҠ, йылға

БЫҘАУЛЫҠ, йылға, Таналыҡ й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Матрай а. эргәһендә Оло һәм Кесе Быҙаулыҡ йй. ҡушылыуынан барлыҡҡа килә. Төньяҡтан көньяҡҡа табан Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары буйлап аға һәм Таналыҡ й. (тамағынан 124 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 50 км, басс. майҙаны 641 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы...

БЫҘАУЛЫҠ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

БЫҘАУЛЫҠ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Һамар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 153; 1989 — 335; 2002 — 405; 2010 — 352 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

БЫЗИНА Нина Ивановна

БЫЗИНА Нина Ивановна (3.6.1930, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. артисы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), Башҡ. муз. уч‑щеһын (1956; Р.Л.Фишер класы) тамамлаған. 1956—86 йй. БДОБТ солисы. Көслө, матур тембрлы һығылмалы тауышҡа, һәйбәт башҡарыу...

БЫЗЫЛДАУЫҠТАР

БЫЗЫЛДАУЫҠТАР (Carabidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 260 төрө бар: ялтыр Б., бөртөклө Б., ҡыҙыл аяҡлы Б., бронза ҡуңыҙ, еҙ ҡуңыҙ һ.б. Кәүҙәһе оҙонса, 2—90 мм оҙонлоҡта. Төҫө ҡара, көрән, һирәк йәшел, зәңгәр,...

БЫКИН Яков Борисович

БЫКИН Яков Борисович (1888, Витебск губ. Крестовый а. — 1938, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1903 й. й. алып Бунд, 1906 й. — РСДРП ағзаһы. Коммунистик акад. тамамлаған (Мәскәү, 1927). 1904 й. һәм 1911 й. революцион эшмәкәрлек өсөн ҡулға алына. 1913—18 йй. Швейцарияла йәшәй. 1919 й. алып Белорус...

БЫКОВ Леонид Иванович

БЫКОВ Леонид Иванович (18.12.1937, Рыбинск ҡ. — 16.9.2020, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003), почётлы нефть-газ төҙөүсеһе (2007). ӨНИ‑не тамамлағандан...

БЫМ ЗАВОДЫ

БЫМ ЗАВОДЫ, 1736 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Ирәкте улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Бым й. (Сылва й. басс.) буйында А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1847 й. һәм 1863—89 йй. ҡаҙна, 1848 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар...

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ

БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ, Волга-Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. Палеозой ҡатламдарында айырыла. Төп өлөшө Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһендә үҫешкән. Төньяҡ сигенең киңлеге яҡынса 45 км. Башҡортостанға түбәһе Дыуан районы Дыуан а. төньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта ятҡан өсмөйөш...

БЫРАУЛАУ

БЫРАУЛАУ, файҙалы ҡаҙылмаларҙың геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, уларҙы эҙләү, разведкалау, сығарыу, инженер-геол. эҙләнеүҙәр һ.б. өсөн ер ҡабығында цилиндр формаһындағы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урынын (шпур, һирәгерәк шурф, шахта үҙәге, быраулау скважиналары) төҙөү процесы. Тау тоҡомона тәьҫир итеү характеры...

БЫРАУЛАУ, инструмент

БЫРАУЛАУ, материалдарҙы ҡырҡыу ысулы м‑н эшкәртеү төрө, уның барышында әйләнеп тороусы тишеүсе инструмент (бырау) ярҙамында төрлө диам. һәм тәрәнлектәге үтәнән-үтә һәм үтәнән-үтә булмаған тишектәр яһала. Б. ҡул инструменты м‑н йәки металл ҡырҡыу станогында башҡарыла. Б. процестарын фәнни өйрәнеү 20 б....

БЫСҠЫ ҮЛӘН

БЫСҠЫ ҮЛӘН (Stratiotes), һыуһылыуҡасы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ябай, йәки алоэ һымаҡ Б.ү. билдәле, Европаның уртаса өлкәләрендә, Төньяҡ Кавказда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған. Күп йыллыҡ ике өйлө, 15—45 см бейеклектәге үлән. Үҫентеһе ҡыҫҡа, йәйелеүсе, һыу аҫтында. Япрағы ныҡ, ҡуйы тамыр...

БЫСРАТЫУСЫЛАРҘЫҢ БИОАККУМУЛЯЦИЯҺЫ

БЫСРАТЫУСЫЛАРҘЫҢ БИОАККУМУЛЯЦИЯҺЫ, тере организмда тирә‑яҡ мөхиттән килгән бысратыусы матдәләрҙең йыйылыуы. Бысратыусылар организмға тире ҡатламы, тын алыу ағзалары һәм аш һеңдереү юлы аша эләгә. Һәр бер киләһе трофик баҫҡыста организмдағы бысратыусы матдә концентрацияһы арта бара. Бысратыусылар араһында...

БЫСТРЫХ Фёдор Павлович

БЫСТРЫХ Фёдор Павлович [23.12.1901, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таҙтүбә а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 2.5.1976, Свердловск ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1960), проф. (1961). Н.К.Крупская ис. Коммунистик тәрбиә акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1929) Свердловск вуздарында уҡыта (1941—53 йй. һәм 1956—69 йй. Урал...

БЫУА

БЫУА, күләме 1 млн м3 кәмерәк булған һыуһаҡлағыс. Һыу туплау һәм уны артабан файҙаланыу (һуғарыу, балыҡсылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, рекреация һ.б.), ағымдың күләмен көйләү өсөн булдырыла. Эрозияға ҡаршы гидротехник ҡоролмалар системаһына инә. Б. миҙгел, аҙна һәм тәүлек эсендә һыу кимәлен көйләү б‑са...

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ

БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ, балыҡсылыҡ быуаларында яһалма рәүештә балыҡ үрсетеү һәм үҫтереү. Производство технологияһы б‑са тулы системалы (балыҡты ыуылдырыҡтан тауар массаһына тиклем үҫтереү; бөтә категория быуалары ҡулланыла) һәм тулы булмаған системалы (селбәрәләрҙе һәм тауар балығын ситтән килтерелгән балыҡ...

БЫУЫНТЫҒАЯҠЛЫЛАР

БЫУЫНТЫҒАЯҠЛЫЛАР (Arthropoda), умыртҡаһыҙҙар тибы. 5 класы, 2 млн ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20 меңдән ашыу төрө бар. Ярым типтары: трилобит һымаҡтар (юҡҡа сыҡҡан трилобит класы менән бергә); хелицерҙар (меростомдар һәм үрмәксе һымаҡтар кластары менән бергә); айғолаҡ аша тын...

БЫЧКОВ Владимир Николаевич

БЫЧКОВ Владимир Николаевич (25.12.1961, Салауат ҡ.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡ. физик культура институтын тамамлаған (Өфө ҡ., 2012). “Спартак” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.З.Буйлов). Эстафетала Европа чемпионы (1993), 200 м...