Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ ЗАВОДЫ №119

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ ЗАВОДЫ№119, ААЙ. Өфө р‑ны Ольховый а. урынлашҡан. Тоҡом аттарын (башҡорт аты һәм урыҫ юртаҡ тоҡомо) үрсетеү һәм үҫтереү, ҡымыҙ етештереү м‑н шөғөлләнә. 2012 й. 72 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 2027 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1316 га. Иген культураларының уңдырышлылығы 26,0 ц/га...

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ЙЫЛҠЫ ЗАВОДЫ ҺӘМ АТ СПОРТЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

ЙЫЛҠЫСЫЛЫҠ, ЙЫЛҠЫ ЗАВОДЫ ҺӘМ АТ СПОРТЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, коммерцияға ҡарамаған ойошма. 1995 й. Өфөлә БР‑ҙың йылҡысылыҡ һәм ат спорты ассоциацияһы булараҡ ойошторола, 2004 й. алып БР‑ҙың Йылҡысылыҡ, йылҡы заводы һәм ат спорты ассоциацияһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: һыбайлыларҙың спорт квалификацияһын...

ЙЫЛЛЫҠ АҠМА

ЙЫЛЛЫҠ АҠМА, бер йыл эсендә йылға ағымы киҫелеше аша үткән һыу күләме. Й.а. төп күрһәткестәре — аҡманың ҡатламы (һыу йыйыу ҡоролмаһынан бер йыл эсендә ағып төшкән һәм майҙан өҫтөнә тигеҙ итеп бүленгән һыу ҡатламының күләме), нормаһы (уртаса күп йыллыҡ аҡма күләме, дауамлылығы оҙонайғанда әллә ни тиклем...

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, нығыраҡ йылынған йылылыҡ биргестән аҙыраҡ йылынғанына йылылыҡ күсерә торған ҡоролмалар. Йылылыҡ биргестең төрө б‑са һауа‑, газ‑, шыйыҡлыҡ‑ һәм пар‑шыйыҡлыҡ, пар‑газ һәм газ‑һауа Й.а.а.; эшләү принцибы б‑са — регенератив (йылытыу майҙанының өҫтө сиратлап йылытыусы һәм...

ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ

ЙЫЛЫЛЫҠ ДВИГАТЕЛЕ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә әүерелдереүсе ҡоролма; йылылыҡ машинаһының бер төрө. Конструкцияһының үҙенсәлектәре б‑са Й.д. поршенлы, реактив, роторлы һәм ҡатнаш (роторлы‑поршенлы, турбореактив һ.б.); эш башҡарыусы есемгә йылылыҡ килтереү ысулы б‑са эске яныулы двигатель һәм тышҡа...

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ МАШИНАҺЫ, йылылыҡ энергияһын механик эшкә йәки киреһенсә әүерелдереүсе ҡоролма. Әүерелдереү эш башҡарыусы есемдең (пар, газ, хладагент һ.б.) эске энергияһы үҙгәреүе иҫәбенә башҡарыла. Й.м. әйләнмәле термодинамик процесс (тура йәки кире) бара. Йылылыҡ двигателдәре һәм ҡулайламалары, компрессорҙар...

ЙЫЛЫЛЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ

ЙЫЛЫЛЫҠ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙың коммуналь‑көнкүреш (йылытыу, елләтеү, эҫе һыу менән тәьмин итеү) һәм технологик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн торлаҡ, йәмәғәт һәм сәнәғәт биналарын (ҡоролмаларын) йылытыу б‑са саралар йыйылмаһы. Урындағы (бер йәки бер нисә бинаны хеҙмәтләндерә) һәм үҙәкләштерелгән...

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ

ЙЫЛЫЛЫҠ ТЕХНИКАҺЫ, йылылыҡ энергияһын алыу һәм уны сәнәғәттә, а.х., көнкүрештә, транспортта файҙаланыу ысулдарын, ш. уҡ йылылыҡ энергетикаһы ҡулайламаларының һәм йылылыҡ двигателдәренең эшләү принциптарын, конструктив үҙенсәлектәрен һәм уларҙа барған термодинамик, йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарын...

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР

ЙЫЛЫЛЫҠ ҮТКӘРМӘҮСЕ МАТЕРИАЛДАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР, тирә‑яҡ мөхит м‑н йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү өсөн күҙәүлеге юғары, йылылыҡ үткәреүсәнлеге түбән булған төҙөлөш материалдары һәм изделиелар. Сеймалдың төрө б‑са (минераль — асбест, гипс, диатомит, эзбизташ, быяла, цемент һ.б.; органик — газ менән тулыландырылған...

ЙЫЛЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЙЫЛЫМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 57 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 124 кеше; 1920 — 248; 1939 — 156; 1959 — 256; 1989 — 322; 2002 — 317; 2010 — 254 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ЙЫЛЫШ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ЙЫЛЫШ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 121 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 495 кеше; 1920 — 514; 1939 — 386; 1959 — 452; 1989 — 377; 2002 — 445; 2010 — 433 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ЙЫР

ЙЫР, шиғри‑муз. сәнғәт төрө; вокаль музыканың киң таралған жанры. Куплет‑строфа формаһы, музыка ҡоралының ҡушылыуының, образдар кәүҙәләнешенең дөйөмләштерелеүе, композицияның теүәллеге һәм мелодиканың моңлолоғо Й. типологик билдәләре булып тора. Халыҡ (ҡара: Халыҡ музыкаһы) һәм проф. Й.; хикәйәләү тибы...

ЙЫР, МУЗЫКА ҺӘМ ДРАМА СӘНҒӘТЕН ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ

ЙЫР, МУЗЫКА ҺӘМ ДРАМА СӘНҒӘТЕН ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, проф. музыканттар һәм сәнғәт һөйөүселәр берекмәһе. 1885 й. Өфөлә скрипкасы Д.Н.Севастьянов инициативаһы м‑н ойошторола, Дворяндар йыйылышы бинаһында урынлаша. Муз. кисәләр, концерттар үткәрә, спектаклдәр ҡуйыу, муз.‑пед. эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. Йәмғиәт...

ЙЫРАУ

ЙЫРАУ (төркисә — йырсы), күп төрки халыҡтарында шағир‑импровизатор. Й. ижадының тамырҙары бик боронғо замандарға барып тоташа. “Йырсы‑музыкант” мәғәнәһендәге “йырағу” һүҙе Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәтендә осрай. Башҡ. ауыҙ‑тел әҙәбиәте тарихында Й. ижадының сәскә атыуы Нуғай Урҙаһы...

ЙЫРМАЯЛАН, Асҡын р‑нындағы ауыл

ЙЫРМАЯЛАН, Йырмаҡай, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км  һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Борма й. (Төй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 175 кеше; 1920 — 227; 1939 — 259; 1959 — 348; 1989 — 124; 2002 — 113;...

ЙЫРТҠЫСТАР

ЙЫРТҠЫСТАР (Carnivora), имеҙеүселәр отряды. 7 ғаиләһе, 240 төрө билдәле. БР‑ҙа 4 ғаиләгә (айыу, бесәй, һыуһар, эт) ҡараған 16 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 11 см алып (йәтсә) 250 см тиклем (һоро айыу), ауырлығы 100 г алып 700 кг тиклем. Йөнө ҡыҫҡа һәм ҡатынан (бесәйҙәр) алып ҡуйы һәм ҡабарынҡыға (һыуһар)...

ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ

ЙЫРТМАЛЫ КАЛЕНДАРЬ, йылдың көндәре теҙмәһен һәм белешмә мәғлүмәттәрҙе туплаған бәләкәй форматлы матбуғат баҫмаһы. Стенаға эленә йәки өҫтәлгә ҡуйыла торған итеп сығарыла, һәр бер бите календарҙың бер көнөнә арнала. Башҡортостанда Й.к. “Китап” нәшриәте тарафынан башҡ. телендә йыл һайын баҫтырылып тора....

ЙЫРЫНДАР

ЙЫРЫНДАР, рельефтың ваҡытлы һыу ағымынан барлыҡҡа килгән тәрән һәм текә ярлы формаһы. Йомшаҡ, еңел йыуылыусы тау тоҡомдарынан (балсыҡ, ҡомло балсыҡ, лёсс) торған күтәренке тигеҙлектәрҙә, ҡалҡыулыҡтарҙа, һыҙа һәм үҙән битләүендә барлыҡҡа киләләр. Арҡыры киҫелештә V формаһы хас; күп һанлы бәләкәй тармаҡтары...

ЙЫУАСА

ЙЫУАСА, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Төрки һәм монгол халыҡтарында таралған. Һөткә йомортҡа ҡушып баҫылған сөсө, һирәгерәк әсе ҡамырҙан бешерелә. Ромб рәүешендә ҡырҡылған ҡамырҙы иретелгән майҙа йәки малдың эс майында бешерәләр. Сәй табынына ҡуйыла, һаҡлыҡҡа ла бешерелә. Й. туй күстәнәсе һәм...

ЙЫҺАНГИРОВ Роберт Әмин улы

ЙЫҺАНГИРОВ Роберт Әмин улы (11.3.1958, Тажик ССР‑ының Чкаловск ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2004), мед. хеҙмәте полк. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1987 й. алып Урта Азия һәм Төркөстан хәрби округтарының хәрби частарында...