Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ, тирә‑яҡ мөхиткәхимик матдәләрҙең тура (ашламалар, пестицидтар) һәм өҫтәмә (ағынты һыуҙар, антропоген ташландыҡтар) тәьҫире эҙемтәләрен, уларҙың кире йоғонтоһон кәметеү ысулдарын өйрәнгән ғәмәли экология бүлеге. Токсикология, биохимия м-н бәйле. Х.э. барлыҡҡа килеүе химия сәнәғәте, нефть...

ХИМИКТАР МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ХИМИКТАР МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ, Өфөлә урынлашҡан. 1975 й. Өфө химия з-дының Х.м.һ. булараҡ асыла, 1993 й. алып “Уфахимпром” ААЙ-ның мәҙәни-спорт комплексы һәм 1996 й. — Х.м.һ.,2003 й.башлап “Соцсервис” ЯСЙ-ның, 2007 й. – Өфө ҡ. Хакимиәтенең,2008 й.—“Уфанеф­техим” ААЙ-ның, 2009 й. –“Башнефть” АНК ААЙ-ндағы...

ХИМИКТАР СОЮЗЫ

ХИМИКТАР СОЮЗЫ, химия һәм химик технология, нефть буйынса белем биреү, химия һәм химик технология белеме биреү өлкәһендә эшләгән ғалимдарҙың, химия сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте белгестәренең, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, сиктәш тармаҡтар һәм идара итеү өлкәһе хеҙм-рҙәренең...

ХИМИОТЕРАПИЯ

ХИМИОТЕРАПИЯ (химия һәм терапия), яман шеш күҙәнәктәренең йәшәүгә һәләтлеген туҡтата торған шешкә ҡаршы химиотерапевтик саралар ярҙамында дауалау. Моно-(бер препарат м-н дауалау) һәм полихимиотерапия (бер үк ваҡытта йәки эҙмә-эҙлекле бер нисә препарат м-н дауалау); адъювант (беренсел шеште хирургик...

ХИМИЯ

ХИМИЯ, матдәләрҙең төҙөлөшөн һәм уларҙың составы һәм (йәки) төҙөлөшө үҙгәреү м-н бергә барған әүерелештәрен өйрәнгән фән. Агрохимия, математик химия, физик химия, химия физикаһы, биохимия, биоорганик химия, геохимия, биогеохимия һ.б. башҡа фәндәрҙе барлыҡҡа килтергән башҡа сиктәш фәндәр м-н тығыҙ бәйле....

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ, химик реакциялар башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән сәнәғәт аппараттары. Гидродинамик үҙенсәлектәре б-са идеаль ҡатыштырыусы, ҡыҫырыҡлаусы, диф­фузиялы, ячейкалы, ҡатнаш Х.р.; энергетик үҙенсәлектәре б-са – адиабатик, изотермик һәм политроп; технологик үҙенсәлектәре б-са – бер фазалы һәм...

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәтенең минераль һ.б. сеймалды эшкәртеү м-н шөғөлләнгән тармаҡтары йыйылмаһы. Лак‑буяу сәнәғәтен, пластмасса изделиелар, быяла сүс материалдар, быяла пластиктар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар сәнәғәтен, төп химия сәнәғәтен, көнкүреш химияһы производствоһын, синтетик ыҫмалалар...

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ, химия м-н физика араһындағы сиктәш фән бүлеге; химик процестарҙың физик күренештәрен өйрәнә. Физик химия, квант химияһы, атом физикаһы, квант механикаһы, химик кинетика, химик термодинамика, фотохимия, радиация химияһы,электрохимия м-н тығыҙ бәйле. Х.ф. төп бурыстары: атомдың электрон...

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ, химия, нефтехимия, нефть һәм газ сәнәғәттәре өсөн технологик ҡорамалдар һәм аппаратура етештереү б-са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. Благовещен ҡ. Туапсе механика з-ды (ҡара: Благовещен арматура заводы), Ишембай ҡ. – И.В.Сталин ис. механика з-ды (ҡара:...

ХИМИЯ ҺӘМ ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ХИМИЯ ҺӘМ ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, уҡыу йорттарында химия һәм химик технология б-са белем алыу системаһы. Дөйөм (дөйөм белем биреү мәктәптәре, ш. иҫ. химия тәрән өйрәнелгән мәктәптәрҙең; урта һөнәри-техник һәм урта махсус белем биреү уҡыу йортта­рының программалары составында), ярҙамсы (политехник,...

ХИММОТОЛОГИЯ

ХИММОТОЛОГИЯ (химия һәм лат. motor – хәрәкәткә килтереүсе һәм …логия), яғыулыҡ-майлау материалдарының, махсус шыйыҡсаларҙың үҙсәнлектәрен, сифатын һәм уларҙы техникала рациональ файҙаланыуҙы өйрәнгән фән. Х. термины тәүге тапҡыр 1964 й. СССР-ҙа тәҡдим ителә. Органик химия, физик химия, коллоидтар химияһы,...

ХИРУРГИЯ

ХИРУРГИЯ (гр. cheir – ҡул һәм ergon – ғәмәл, эш), хирургия ауырыуҙарын өйрәнгән һәм операциялар эшләү алымдарын, ысулдарын эшләгән медицина һәм ветеринария өлкәһе. Медицинала Х. Дөйөм, факультет, оператив,госпиталь һәм хәрби-ялан Х. айырыла. Х. бүлектәре: абдоминаль, торакаль, эренле ауырыуҙар, миниинвазив,...

ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

ХИРУРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, дөйөм дауалау саралары м-н бер рәттән оператив (хирургик) ҡатнашыу кәрәк булған кеше һәм хайуандарҙың ауырыуҙары. Башлыса хирургик дауалауҙы талап иткән (травмалар, организмдың йәшәү функцияларын боҙған үҫеш кәмселеге һәм тыу­мыштан килгән ауырыуҙар, йомшаҡ туҡымаларҙың һәм эске...

ХИСАЕВА Дилара Әхәт ҡыҙы

ХИСАЕВА Дилара Әхәт ҡыҙы (3.10. 1946, БАССР-ҙың Саҡмағош р-ны Саҡмағош а.), физик-химик. Химия ф. д-ры (2001). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002). БДУ-ны тамамлаған (1971). 1968 й. башлап Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда эшләй. 1978 й. алып Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-тында: 1986...

ХИСАМ”, башҡорт халыҡ йыры

“ХИСАМ”, “Хисам көйө”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр йырҙың көйө З.Ғ.Исмәғилев тарафынан 1947 й. М.И.Ғәлиеванан яҙып алына һәм “Башҡорт халыҡ йырҙары” йыйынтығында (1964) баҫтырып сығарыла. “Х.” варианттарын Ф.Х.Камаев, Ғ.З. Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-эпик йыр. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы...

ХИСАМЕТДИНОВ Илдар Иҙел улы

ХИСАМЕТДИНОВ Илдар Иҙел улы (27.11.1959,Өфө), композитор. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2002). Композиторҙар союзы ағзаһы (1996). ӨДСИ-не тамамлаған (1983, музыка ғилеме, Е.Л.Танкелевич класы; 1996, композиция, Л.З.Исмәғилева класы). 1981—97 йй. Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә, 1996 й. алып урта махсус...

ХИСАМЕТДИНОВ Наил Исмәғзәм улы

ХИСАМЕТДИНОВ Наил Исмәғзәм улы (7.2.1940, БАССР-ҙың Асҡын р-ны Асҡын а.), тау инженеры. Техник ф. д-ры (1990), проф. (2005). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1963) “Татнефть” ПБ-нда эшләй: “Альметьевнефть” нефть промыслаһы идаралығында оператор, мастер, участка нач., 1968 й. алып “Елховнефть” НГДУ-һының (Әлмәт...

ХИСАМЕТДИНОВ Рәбис Аҡмал улы

ХИСАМЕТДИНОВ Рәбис Аҡмал улы (6.5.1947, БАССР-ҙың Илеш р-ны Этәй а.), һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Мед. ф. д-ры (2005). БР-ҙың атҡ. табибы (1994), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982). БДМИ-ны тамамлаған (1975). 1977 й. алып 15-се дауахананың, 1980 й. – ҡала кардиология диспансерының (икеһе...

ХИСАМЕТДИНОВА Рәмзилә Миндиғәле ҡыҙы

ХИСАМЕТДИНОВА Рәмзилә Миндиғәле ҡыҙы (28.5.1949, БАССР-ҙың Учалы р-ны Сәфәр а. — 4.6.1995, БР-ҙың Салауат р-ны Малаяҙ а.), шағирә. РФ-тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). Стәрлетамаҡ пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1975) Учалы һәм Салауат р-ндары мәктәптәрендә уҡытыусы...

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы (1.1.1950, БР‑ҙың Әбйәлил районы Рәхмәт а. — 3.10.2023, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДПИ‑ны тамамлағандан...