Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы [15.3. 1910, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҙналы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 8.9.1990, шунда уҡ], халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1923 й. алып Белорет р‑нында эшләй: 1939—41 йй. “Боғанаҡ” к‑зы бригадиры, 1946—51 йй. рәйесе; 1941 й. — “Яҡтылыҡ” к‑зы, 1942...

ҒӘБИТОВ Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы

  ҒӘБИТОВ Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы [1886 й. майы, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбделкәрим а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 14.4.1938, Төньяҡ- көнсығыш хеҙмәт м‑н төҙәтеү лагеры, Алыҫ Көнсығыш крайы Магадан ҡсб], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый...

ҒӘҘЕЛБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҒӘҘЕЛБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, 1‑се Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 28 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Батҡаҡлы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 215 кеше; 1920 — 498; 1939 — 265; 1959 — 295; 1989 — 330; 2002 — 347; 2010 — 309 кеше. Башҡорттар...

ҒӘҘЕЛГӘРӘЙ, Бөрйән р-нындағы ауыл

ҒӘҘЕЛГӘРӘЙ, Бөрйән р-нындағы ауыл, Кейекбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 32 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 175 км алыҫлыҡта Шүлгән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Алтын Солоҡ заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 354 кеше; 1920 — 447; 1939 — 150; 1959 — 129; 1989 — 403; 2002...

ҒӘҘЕЛША

ҒӘҘЕЛША, И б р а һ и м, Т ө й ә л ә ҫ, шарлауыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Баймаҡ р‑ны Абҙаҡ а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һырты армыттарында Төйәләҫ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Һикәлтәһе 15 м ашыу бейеклектә, өс баҫҡыслы: 1‑се баҫҡысы һөҙәк (1,2 м бейеклектә), һыу...

ҒӘҘЕЛШИН Кәшфелғилем Фәйрүша улы

ҒӘҘЕЛШИН Кәшфелғилем Фәйруша улы [3.8.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әкәнәй а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 8.11.2017, Өфө], режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын (1938; Х.Бохарский курсы), А.Н.Островский...

ҒӘҘЕЛШИН Рөстәм Рәшит улы

ҒӘҘЕЛШИН Рөстәм Рәшит улы (14.4. 1955, Өфө), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1994), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин‑тында эшләй (1995 й. алып төп ғилми хеҙм‑р)....

ҒӘҘЕЛШИН Хәмит Ғабдулла улы

ҒӘҘЕЛШИН Хәмит Ғабдулла улы [10.7.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.1.1999, Бишкәк], элемтәсе, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.М.Будённый ис. Хәрби элемтә акад. тамамлаған (Ленинград, 1952). 1941 й. алып Совет Армияһында. Окт. башлап...

ҒӘҘИЕВ Ринат Рауил улы

ҒӘҘИЕВ Ринат Рауил улы (20.10. 1955, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтер-Арыҫлан а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй: 1992 й. алып малс‑ҡ продукттарын етештереү...

ҒӘҘИЕВ Риф Рифғәт улы

ҒӘҘИЕВ Риф Рифғәт улы (2.4.1964, Өфө ҡ. — 13.1.2021, шунда уҡ), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). “Нефтсе” (ауыр атлетика буйынса тренеры — Р.Р.Ғафаров), “Химик” (Б.Г.Лукьянов, Р.З.Сираев), “Ирбис” (пауэрлифтинг буйынса тренеры —...

ҒӘЗӘЛ

ҒӘЗӘЛ (ғәр.), Көнсығыш поэзияһында моноримик лирик шиғыр төрө. Ғ. төп йөкмәткеһе — ҡатын-ҡыҙға мөхәббәтте данлау. Ғәҙәттә, 12—15 бәйеттән тора. Һуңғы бәйеттә тәхәллус (псевдоним) телгә алына. Ғ. рифма тәртибе: аа, ба, ва, га... Рифманың йыш ҡына рәдиф (юл аҙағында ҡабатланып килеүсе һүҙ йәки һүҙҙәр...

ҒӘЗЕТДИНОВА Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы

ҒӘЗЕТДИНОВА Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (3.5.1951, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Исмаил а.), актриса. РФ‑тың атҡ. (2003), халыҡ (1990), БАССР‑ҙың атҡ. (1982), ТР‑ҙың халыҡ (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1972; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), БДУ- ны (1980) тамамлаған. 1972 й. алып...

ҒӘЗИЕВ Иҙрис Мөҙәрис улы

ҒӘЗИЕВ Иҙрис Мөҙәрис улы (21.4.1960, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Ҡорманай а.), йырсы (тенор). Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009). РФ‑тың атҡаҙанған (1999), БР‑ҙың (1993) һәм ТР‑ҙың (2002) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). ӨДСИ‑не (1986; М.Ғ.Мортазина класы), Рәсәй...

ҒӘЗИЕВ Ислам Гәрәй улы

ҒӘЗИЕВ Ислам Гәрәй улы [30.9.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡорманай а. (БР‑ҙың Ауырғазы районы)], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). 1949—89 йй. “Востокнефтепроводстрой” тресының 4‑се махсус ер ҡаҙыу эштәре идаралығында эшләй: 1954 й. алып экскаватор машинисы, 1977—79 йй. бригадир. Бохара—Урал,...

ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВ МУЗЕЙЫ

ҒӘЗИЗ ӘЛМӨХӘМӘТОВ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Мораптал а. урынлашҡан. 1995 й. хәрби һәм хеҙмәт даны музейы базаһында (1988) Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторола; 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм...

ҒӘЗИЗ, Күгәрсен р-нындағы ауыл

ҒӘЗИЗ, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 14 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 58 кеше; 1989 — 104; 2002 — 114; 2010 — 74 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ибрай төп мәктәбе филиалы) бар. Ауылға 20 б. 50‑се...

ҒӘЗИЗОВ Мостафа Шакир улы

ҒӘЗИЗОВ Мостафа Шакир улы [5.10.1923, БАССР-ҙың Өфө кантоны Яңы Муса а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 27.10.2005, Өфө], танкист, капитан (2000). Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (1945). Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Ҡыҙыл билге” к‑зында...

ҒӘЗИЗОВ Рафаил Ҡәүи улы

ҒӘЗИЗОВ Рафаил Ҡәүи улы (14.8. 1961, Ҡустанай ҡ.), математик. Физика- матем. ф. д-ры (1999), проф. (2005). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1983) ӨДАТУ-ла эшләй (2001 й. алып юғары етештереүсәнле иҫәпләү технологиялары һәм системалары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль...

ҒӘЗИЗОВ Роберт Хәким улы

ҒӘЗИЗОВ Роберт Хәким улы (25.9. 1939, Өфө), комп., муз.-йәмәғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). Композиторҙарсоюзыағзаһы (1974). 1968—70 йй. Ҡазан консерваторияһында уҡый (А.С.Леман класы). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; З.Ғ.Исмәғилевкласы) Респ. урыҫ драма театрының муз. бүлеге мөдире,...

ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы

ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы (12.9.1935, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип а. — 28.11.2010, Ҡазан ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (1986). Ю.Х. Ғәзизовтың ағаһы. Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1962) РФА Ҡазан фәнни үҙәгенең Органик һәм физик химия институтында эшләй: 1973 й. алып өлкән, 1986...