Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШМӘН ЭТҠОЛОВ

ИШМӘН ЭТҠОЛОВ (? — 19.2.1774), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы Ҡыҙылбай а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны Оло Ҡыҙылбай а.) башҡорто. 1774 й. февр. Көңгөр ҡ. һәм Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә һуғышҡан баш күтәреүселәр отрядтарына (2 меңгә яҡын кеше)...

ИШМӘТ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ИШМӘТ, Илестанбәт, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Әмзе т. юл ст. К. табан 4 км алыҫлыҡта Әмзе й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 150 кеше; 1920 — 191; 1939 — 186; 1959 — 214; 1989 — 117; 2002 — 105; 2010 — 106 кеше. Мариҙар йәшәй...

ИШМӘТОВ Рафаил Ғәзиз улы

ИШМӘТОВ Рафаил Ғәзиз улы (2.8.1952, Силәбе ҡ.), тренер. Пед. ф. канд. (2003). Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1977). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1980), Рәсәй физик культура акад. Юғары тренерҙар...

ИШМОРАТ Риза Фәхретдин улы

ИШМОРАТ (Ишморатов) Риза Фәхретдин улы (19.10.1903, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бәҙрәш а. — 29.10.1995, Ҡазан), драматург. РСФСР‑ҙың (1983) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә (1916—18), пед. курстарында (Өфө, 1920) уҡыған, Ленинград сәнғәт тарихы ин‑ты...

ИШМОРАТ, Нуриман р‑нындағы ауыл

ИШМОРАТ, Йәләндебаш, Нуриман р‑нындағы ауыл, Иҫке Исай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Йәләнде й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 386 кеше; 1920 — 585; 1939 — 528; 1959 — 474; 1989 — 249; 2002 — 223; 2010 — 223 кеше....

ИШМОРАТОВ Ғүмәр Йосоп улы

ИШМОРАТОВ Ғүмәр Йосоп улы (28.9.1951, Октябрьский ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй. 1975 й. алып Органик химия ин‑тында (1995 й. — лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

ИШМОРАТОВ Хәләф Ғәбделхәй улы

ИШМОРАТОВ Хәләф Ғәбделхәй улы (19.8.1957, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Бүреҡаҙған а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Ауырғазы р‑нының Салауат ис. к‑зында баш зоотехник. 1987 й. алып бригадир, 1988 й. — баш зоотехник, 1996 й. — В.Р.Вильямс ис. Бөтә Рәсәй мал аҙығы ҒТИ...

ИШМОРАТОВА Майя Мөнир ҡыҙы

ИШМОРАТОВА Майя Мөнир ҡыҙы (27.5.1966, Өфө ҡ.), ботаник. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Ботаника баҡса‑институтында эшләй (өҙөклөк менән): 1998 й. алып өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 2005 й. — лаборатория мөдире. 1998—2004 йй. БДУ‑ның Сибай...

ИШМОРАТОВА Наилә Мәүлитйән ҡыҙы

ИШМОРАТОВА Наилә Мәүлитйән ҡыҙы [28.9.1954, БАССР-ҙың Ҡандра р-ны Бикмәт а. (БР-ҙың Туймазы р-ны)], химик. А.х. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2010). БДУ- ны тамамлағандан һуң (1976) Органик химия ин‑тында эшләй: 1994 й. алып — өлкән, 2007 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре бөжәктәрҙең...

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН (ысын исеме Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 1799; Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңы Балапан а., — 1878, шунда уҡ), башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. 1830‑сы йй. 6‑сы башҡ. кантонында йорт старшинаһы, хорунжий (1829). Ишмөхәмәт...

ИШМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ИШМӨХӘМӘТ, Ҡарамалы, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Оло Уртаҙым й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 393 кеше; 1920 — 547; 1939 — 282; 1959 — 276; 1989 — 528; 2002 — 562; 2010 — 526...

ИШМӨХӘМӘТОВ Айҙар Айрат улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Айҙар Айрат улы (1.7.1957, Өфө), терапевт, фарм. маркетологы. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). А.И.Ишмөхәмәтовтың улы. И.М.Сеченов ис. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙарҙы дауалағанда иммунология проблемаларына,...

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы (4.8.1932, Өфө — 29.2.2004, Мәскәү), физиолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). И.Х.Ишмөхәмәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 1959 й. тиклем Тирлән участка...

ИШМӨХӘМӘТОВ Альберт Зәйнетдин улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Альберт Зәйнетдин улы (25.7.1948, Ишембай ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Мәскәү радиотехника з‑дының махсуслаштырылған КБ‑нда, 1978 й. алып МДУ‑ның ғилми‑тикшеренеү Иҫәпләү үҙәгендә (1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй, бер үк...

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы (1.2.1901, Стәрлетамаҡ ҡ. — 23.3.1971, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Өфө халыҡ мәғарифы институтын тамамлаған (1928). 1919 й. алып БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны (БР‑ҙың Белорет районы), Стәрлетамаҡ һәм Өфө...

ИШМЫРҘА, Баймаҡ р-нындағы ауыл

ИШМЫРҘА, Йүкәләр, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Ишмырҙа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 22 км һәм Сибай т. юл ст. 63 км алыҫлыҡта Көҙәнйылға (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 432; 1939 — 444; 1959 — 624; 1989 — 938; 2002 — 911; 2010 — 806 кеше. Башҡорттар...

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы [3.12.1936, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2016). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) “Башвостокнефтеразведка”...

ИШМЫРҘИН Әүхәҙи Ғәләүетдин улы

ИШМЫРҘИН Әүхәҙи Ғәләүетдин улы, Ишмырҙин I [1890 й. һуң, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1923, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. С.Ғ.Ишмырҙиндың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен, кесе офицерҙар әҙерләү...

ИШМЫРҘИН Сөләймән Ғәләүетдин улы

ИШМЫРҘИН Сөләймән Ғәләүетдин улы, Ишмырҙин II [5.6.1893, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 1937], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ә.Ғ.Ишмырҙиндың ҡустыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен (1913), 1‑се Житомир прапорщиктар...

ИШМЫРҘИН Хәйрулла Ғәйнан улы

ИШМЫРҘИН Хәйрулла Ғәйнан улы [1870, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Иҫке Монасип а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны) — 1947, шунда уҡ], шағир-импровизатор. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән “Совет иле хаҡында”, “Ҡыҫҡа йырҙар” шиғырҙары авторы. “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының...