Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы [16.6.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим а. (БР‑ҙың Мәсетле районы) — 23.6.1998, Өфө ҡ.], философ. БР ФА академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Свердловск педагогия институтын тамамлаған (1950)....

СӘЙЕТОВ Уйылдан Ғилман улы

СӘЙЕТОВ Уйылдан Ғилман улы [17.11.1951, БАССР‑ҙың Матрай районы Әбделнасыр а. (БР‑ҙың Хәйбулла районы)]. Философия фәндәре кандидаты (1991). БР‑ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2011). ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары комсомол мәктәбен (1977), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһын...

СӘЛИХОВ Ғәфүр Ғөбәй улы

СӘЛИХОВ Ғәфүр Ғөбәй улы (7.2.1959, Ырымбур өлкәһе Бурағол а.), философ. Философия фәндәре докторы (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1989 й. тиклем 80‑се ауыл хужалығы профессиональ‑техник училищеһында (Йылайыр районы Юлдыбай а.) уҡыта. 1992 й. алып (өҙөклөктәр менән) БДУ‑ла (2011 й. башлап философия...

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович (13.5.1961, Күмертау ҡ. — 7.12.2020, Мәскәү ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эшләй. 1991 й. башлап “Полином” аналитик үҙәгенең (Өфө ҡ.) ғилми директоры, бер үк ваҡытта 1992 й. алып...

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ, й ә м ғ и ә т  ф и л о с о ф и я һ ы, философияның шәхес м‑н йәмғиәттеңүҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән бүлеге. Рәсәйҙә С.ф. термины 20 б. 90‑сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә. С.ф. бурысы — йәмғиәттең булмышын асыу, уны донъяның башҡа өлөштәренән айырылып торған, әммә уның м‑н берҙәм донъя...

СӨЛӘЙМӘНОВ Марат Ноғман ул

СӨЛӘЙМӘНОВ Марат Ноғман улы (5.4.1957, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Гусев а. — 6.1.1996, Өфө ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Йәнгел урта мәктәбе директоры урынбаҫары, 1980 й. алып Әбйәлил районы...

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы (26.6.1932, Түбәнге Новгород крайы Красная Горка а. — 10.3.2022, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). МДУ‑ны тамамлаған (1955). 1956 й. алып Таулы Алтай педагогия институтында, 1958 й. — 3‑сө Стәрлетамаҡ киске (сменалы) эшсе йәштәр...

ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович

ТРАХТЕНБЕРГ Орест Владимирович (18.8.1889, Санкт‑Петербург ҡ. — 23.5.1959, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1939). РСФСР‑ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1947). Петроград университетын тамамлаған. 1921 й. алып Мәскәү ҡ.: Н.К.Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә биреү академияһында...

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы (28.4.1931, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.5.2016, Мәскәү ҡ.), философ. Биология фәндәре кандидаты (1963), философия фәндәре докторы (1974). МДУ‑ның философия (1954) һәм биология‑тупраҡ (1955) факультеттарын тамамлаған. 1963—2006 йй. РФА‑ның К.А.Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы...

УРЫҪ ФИЛОСОФИЯҺЫ

УРЫҪ ФИЛОСОФИЯҺЫ, донъя философияһының тарихи, йөкмәтке һәм идея үҙенсәлеген тәшкил иткән бер өлөшө. У.ф. 11 б. барлыҡҡа килә һәм христиан дине (ҡара: Христианлыҡ) ҡабул итеүгә бәйле. 19 б. классик У.ф. формалаша. Уға антропоцентризм, онтологизм, тарихилыҡ, философик фекерҙе үҙенсәлекле итеп белдереү...

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы

ФӘЙЗУЛЛИН Фәнил Сәйет улы (20.5.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Яңы Ҡарашиҙе а.), философ, социолог. БР ФА акад. (1991), филос. ф. д‑ры (1983), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Иглин р‑ны Турбаҫлы урта мәктәбе дир. урынбаҫары,...

ФИЛОСОФИЯ

ФИЛОСОФИЯ (фил... һәм гр. sophía — аҡыл), кеше, йәмғиәт, донъя, Алла (дини Ф.) йәшәйешенең дөйөм мәсьәләләренә төплө яуап эҙләүгә йүнәлтелгән донъяға ҡараш тибы; тәбиғәттең, йәмғиәттең һәм фекер йөрөтөүҙең төп закондары т‑дағы фән. Антик дәүерҙә Ф. йыһан, уның ҡоролошо, тәү нигеҙе, йыһан, кеше һәм йәмғиәт...

ФИЛОСОФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ФИЛОСОФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, философия өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Махсус (философия тарихы, онтология һәм танып белеү теорияһы, социаль философия) һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Философия фәнни дисциплина булараҡ вуздарҙа мәжбүри предметтар иҫәбенә инә. Башҡортостанда...

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй ижтимағи фәнни ойошма. Башҡортостан бүлексәһе 1981 й. Өфөлә СССР Филос. йәмғиәте бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып Рәсәй Ф.й. исемен йөрөтә. Составында 300‑ҙән ашыу кеше (2010). Йәмғиәт философтарҙы берләштереү, философик белем таратыу м‑н шөғөлләнә. Йыл һайын...

ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич

ФИНОГЕНТОВ Валерий Николаевич (5.7.1953, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Ҡандра-Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2021). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДПИ‑ла, 1980 й. алып Өфө планетарийында,...

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ, Т р а н с ц е н д е н т а л ь  м ә к т ә п, мәҙәни-ағартыу һәм филос. берекмә. 1992 й. БДУ‑ла асыла. Мәскәү, С.‑Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Германия һәм Италияның филос. берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек итә. И.Г.Фихте философияһын тәү сығанаҡтарҙан...

ФРОЛОВА Ирина Васильевна

ФРОЛОВА Ирина Васильевна (12.4.1970, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ның тарих факультетын (1992) һәм Хоҡуҡ институтын (2003) тамамлаған, 1996—2013 йй. һәм 2017 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2009 й. башлап Идара итеү...

ЧУДИНОВ Энгельс Матвеевич

ЧУДИНОВ Энгельс Матвеевич (13.10.1930, Бөрө ҡ. — 3.7.1980, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1968), профессор (1970). ЛДУ‑ны тамамлаған (1953). 1955 й. алып Бөрө педагогия институтында, 1958 й. — ӨАИ‑ла эшләй (1964 й. — марксистик‑ленинсы философияһы һәм фәнни коммунизм кафедраһы мөдире)....

ЫСЫНБАРЛЫҠ

ЫСЫНБАРЛЫҠ, й ә ш ә й е ш, философияла төп категорияларҙың береһе һәм онтологияның үҙәк төшөнсәһе. Ы. берәй нәмә (матди предмет, психик феномен йәки бөтә йыһан) йәшәйешенең төп фундаменталь нигеҙе булып тора. Йышыраҡ төшөнсә оппозицияһы элементы булараҡ (мәҫ., Ы. һәм аң, Ы. һәм фекерләү, Ы. һәм асыл)...

ЭНГЕЛЬС Фридрих

ЭНГЕЛЬС Фридрих (28.11.1820, Бармен ҡ., Германия — 5.8.1895, Лондон ҡ.), философ, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Марксистик философия). Э. менән К.Маркс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. 1849 й. Э. Көньяҡ‑Көнбайыш Германияла барған ҡораллы...