Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович

КОЗЛОВСКИЙ Яков Абрамович (29.7.1921, Мәскәү губ. Воскресенск ҡ. — 1.6.2001, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Һуҡмаҡ” (“Тропа”; 1964), “Арена” (1972), “Төрлө ырыу имеш-мимештәре” (“Разноплеменная молва”; 1992) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” (1967), “Ҡыҙ урлау” (1969), “Айгөл...

КОЙНЕ

КОЙНЕ (гр. koine — дөйөм), даими соц. бәйләнеш шарттарында ҡәрҙәш телдәрҙә йәки диалекттарҙа һөйләшеүселәрҙең төп аралашыу сараһы булараҡ ҡулланылған функциональ типтағы тел; өҫтөнлөк иткән тел йәки диалект базаһында формалаша. Күп кенә ғалимдарҙың фекере б‑са, орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары теле байтаҡ...

КОКАНД ПОХОДТАРЫ (1852, 1853)

КОКАНД ПОХОДТАРЫ (1852, 1853), 1847—76 йй. Рәсәйҙең Коканд ханлығын баҫып алыуы осоронда рус ғәскәрҙәре экспедицияһы. Ырымбур айырым корпусы көстәре ҡатнаша, һуңыраҡ Себер казак ғәскәре ҡушыла. 1852 й. 3 июлендә Ырымбур губернаһының Арал нығытмаһынан Коканд ханлығының Аҡмәсет ҡәлғәһенә табан полк. И.Ф.Бларамберг...

КОКИН Павел Владимирович

КОКИН Павел Владимирович [21.7.1974, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). Нефтекама ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Х.Хаҡов), 1992—2005 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш...

КОКОРИН Виктор Дмитриевич

КОКОРИН Виктор Дмитриевич (1887—1959), архитектор. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Мәскәү, Алма‑Ата, Сочи, Ташкент, Тбилиси һ.б. ҡалаларҙа бик күп архитектур проекттар; Өфөлә Соц. мәҙәниәт һарайы (1934—37, төҙөлөш тамамланмай; 1986 й. архитекторҙар Р.И.Кирайдт, Р.Р.Әүсәхов проекты б‑са яңыртыла; хәҙ....

КОКОРИН Виталий Васильевич

КОКОРИН Виталий Васильевич (3.1.1975, Силәбе ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси ярышта Рәсәй чемп. (1994—95), команда ярышында Рәсәй кубогын яулаусы (1995). Үҫмер спортсылар...

КОКОРИНДАР, эквилибристар

КОКОРИНДАР, цирк артистары ғаиләһе, эквилибристар. Георгий Михайлович К. (2.9.1947, Белорус ССР‑ы Малорита ҡсб). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1988). Мәскәү цирк һәм эстрада сәнғәте уч‑щеһын (1970), Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын (1973), Силәбе мәҙәниәт ин‑тын (1984) тамамлаған. 1966—70 йй. “Сәхнәләге...

КОКС

КОКС (нем. Koks), углеродлы сеймалды юғары т‑рала ҡыҙҙырыу (кокслаштырыу) ваҡытында барлыҡҡа килгән ҡаты ҡалдыҡ. Алынған сеймалға ҡарап таш күмер, пек һәм нефть К. айыралар. К. составында углерод өҫтөнлөк итә. Таш күмер К. юғары сифатлы төтөнһөҙ яғыулыҡ, тимер мәғдәнен ҡайтарғыс (домна К.) итеп һәм...

КОКСЛАШТЫРЫУ

КОКСЛАШТЫРЫУ, яныусан ҡаты һәм шыйыҡ ҡаҙылдыҡтарҙы осоусан берләшмәләр һәм кокс барлыҡҡа килтереп юғары т‑рала эшкәртеү. Таш күмер, таш күмер пегы, юғары т‑рала ҡайнаусы нефть ҡалдыҡтары К. сеймалы булып тора. К. ваҡытында алынған сеймалдың молекулалары тарҡатылып (крекинг), кокс барлыҡҡа килгән тығыҙланыу...

КОКУРИН Борис Степанович

КОКУРИН Борис Степанович (10.9.1920, Саранск ҡ. — 3.2.1983, Әстерхан ҡ.), йырсы (драматик тенор). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау консерваторияһын тамамлағандан һуң (1950; К.А.Корзюкова класы) Һарытау, 1951 й. алып Новосибирск опера һәм балет театрҙары, 1960—82 йй. БДОБТ...

КОЛБИНЦЕВ Ефим Григорьевич

КОЛБИНЦЕВ Ефим Григорьевич (18.1.1875 —?) Ырымбур губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—14) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Башланғыс ауыл уч‑щеһын тамамлаған. Сауҙа м‑н шөғөлләнә. “Вогау и К°” сауҙа йортона ҡараған “Якорь” страховка йәмғиәтенең Өфө филиалында агент булып хеҙмәт итә. Думала прогрессистар...

КОЛЕСНИКОВА Зоя Васильевна

КОЛЕСНИКОВА Зоя Васильевна (1.7.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ р-ны Йылайыр иген с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Урғаҙа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). 1961—65 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тында (Сибай ҡ.) транспортёрсы, 1962 й. алып байыҡтырыу ф‑каһында реагенттар дозировкалаусы. 1966—92 йй....

КОЛЕСОВ Сергей Викторович

КОЛЕСОВ Сергей Викторович (24.11.1950, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1990). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2013). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) ш. уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 2002 й. алып Органик химия ин‑тында: лаб., 2011 й. полимерҙар бүлеге...

КОЛЛЕДЖДАР

КОЛЛЕДЖДАР (ингл. college), махсуслаштырылған уҡыу йорттары. Бөйөк Британия, АҠШ һ.б. илдәрҙә К. 3 төрө айырыла: юғары белемдең база курсы кимәлендә әҙерлек биргән; юғары һәм урта белем араһы кимәлендә әҙерлек биргән; урта белем биреү кимәлендәге. РФ‑та 1990 йй. башында база һәм юғарыраҡ кимәлдәге урта профессиональ белем биреү...

КОЛЛЕКТИВЛАШТЫРЫУ

КОЛЛЕКТИВЛАШТЫРЫУ, 1920 йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында яңғыҙаҡ крәҫтиән хужалыҡтарын бөтөрөү һәм а.х. продукцияһы етештереүҙең төп сараларын берләштереү юлы м‑н күпләп коллектив хужалыҡтар (колхоздар) ойоштороу. Башҡортостанда тотош К. 1929 й. көҙөндә башлана, окт. башында крәҫтиән хужалыҡтарының 8,6%‑ы...

КОЛЛОИДТАР ХИМИЯҺЫ

КОЛЛОИДТАР ХИМИЯҺЫ, фазалар сигендәге өҫкө йөҙ күренештәре һәм дисперслы системалар т‑дағы фән. К.х. биология, тупраҡ ғилеме, геология, метеорология, химик экология фәндәре нигеҙҙәренең береһе. К.х. тикшеренеү предметы — дисперслы системаларҙың һәм сик ҡатламдарының барлыҡҡа килеүе, үҙенсәлектәре һәм...

КОЛМЫКОВ Алексей Иванович

КОЛМЫКОВ Алексей Иванович [17.1.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айтуған-Дурасов а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 15.2.1997, Һарытау өлк. Заволжский ҡсб], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Калинин, Балтик буйы, 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 3‑сө удар армия 25‑се...

КОЛОБНЕВ Александр Васильевич

КОЛОБНЕВ Александр Васильевич (4.5.1981, Выкса ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2012). 1998—2009 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Олимпия уйындарының бронза призёры (2008),...

КОЛОБНЕВ Александр Васильевич

КОЛОБНЕВ Александр Васильевич (4.5.1981, Выкса ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2012). 1998—2009 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Олимпия уйындарының бронза призёры (2008),...

КОЛОВЕРТНОВ Геннадий Юрьевич

КОЛОВЕРТНОВ Геннадий Юрьевич (1.6.1970, Жамбыл ҡ.), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2005). Ю.Д.Коловертновтың улы. Мәскәү техник ун‑тын тамамлаған (1993). 1997 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (2002—15 йй. ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе). Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сәнәғәтенең етештереү процестарын автоматлаштырыу...