Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОСНОВКА, Баҡалы р‑нындағы ауыл

СОСНОВКА, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 2 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 77 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 91 кеше; 1959 — 101; 1989 — 317; 2002 — 327; 2010 — 254 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы бар. Ауылға 20...

СОСНОВКА, Белорет р‑нындағы ауыл

СОСНОВКА, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К. табан 7 км алыҫлыҡта Ятва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 347 кеше; 1989 — 1219; 2002 — 779; 2010 — 723 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Сосновка урман хужалығында,...

СОСНОВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл

СОСНОВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Сухояз а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 28 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 686 кеше; 1920 — 804; 1939 — 842; 1959 — 828; 1989 — 683; 2002 — 633; 2010 — 615 кеше. Мариҙар йәшәй...

СОСНОВЫЙ БОР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

СОСНОВЫЙ БОР, Ҡ а р и ҙ е л, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Магинск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 14 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 124 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1502 кеше; 1959 — 1118; 1989 — 205; 2002 — 203; 2010 — 152...

СОСНОВЫЙ ЛОГ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

СОСНОВЫЙ ЛОГ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Түб. Исҡуш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Күсәүеш й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 92 кеше; 1959 — 116; 1989 — 166; 2002 — 192; 2010 — 125 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

СОСНОВЫЙ, Ҡарағай күл

СОСНОВЫЙ, Ҡ а р а ғ а й к ү л, Әй й. басс. төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Дыуан а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Шул уҡ исемле күлде (оҙонлоғо яҡынса 240 м, киңлеге 200 м) үҙ эсенә алған күл‑һаҙлыҡ комплексы. Майҙаны 16 га. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы тоҡомдарынан...

СОССЮРЕЯ

СОССЮРЕЯ (Saussurea), астра һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американыңһәм Австралияның арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрөүҫә. Күп йыллыҡүләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы (өҫкөөлөшөндә), бейеклеге 20—120 см тиклем....

СОСЮРА Владимир Николаевич

СОСЮРА Владимир Николаевич (25.12.1897, Екатеринослав губ. Дебальцево ст. — 8.1.1965, Киев), шағир. “Ҡыҙыл розалар” (“Красные розы”; 1932), “Баҡсалар шаулаһын өсөн” (“Чтоб сады шумели”; 1947), “Хеҙмәтсән ғаилә бәхете” (“Счастье семьи трудовой”; 1962) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. 1941—43 йй. шағирҙың...

СОТНИКОВ Иван Владимирович

СОТНИКОВ Иван Владимирович (12.2.1908, Тула губ. Скуратово ст. — 21.2.1988, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Дәүләт художестволы фәндәр акад. (Мәскәү, 1930), Мәскәү яңы телдәр пед. ин‑тын (1934) тамамлаған. 1952 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй: “Литературная Башкирия”...

СОТНИКОВ Михаил Васильевич

СОТНИКОВ Михаил Васильевич [1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Прасковьино‑Васильевка а. — 17.5.1945, Лодзь ҡ. (Польша) ерләнгән], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. февр. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһының 82‑се гвардия уҡсылар див....

СОФИЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

СОФИЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡыҙылъюл й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 425; 1939 — 187; 1959 — 93; 1989 — 90; 2002 — 201; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СОФРОНИЙ, дин әһеле. Архиепископ (1929), архимандрит (1915)

СОФРОНИЙ (донъяуи исеме Арефьев Иван Алексеевич; 19.3.1879, Пермь губ. Шадринск өйәҙе — 23.12.1937, Краснодар ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1933—34). Дини тәғлимәт канд. (1903). Архиепископ (1929), архимандрит (1915). Монахлыҡ ҡабул иткән (1915). Пермь дини семинарияһын (1899), Мәскәү...

СОФРОНОВСКИЙ, яңы ауыл, Өфө эсендә

СОФРОНОВСКИЙ, яңы ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Өфө эсендә. Ауылға 19 б. уртаһында Өфө өйәҙендә сауҙагәр Ф.С.Софронов нигеҙ һала. 1896 й. 3 йортта 23 кеше йәшәгән. Ағиҙел й. буйлап тауар ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Северный исеме м‑н билдәле булған. Халҡы: 1906 й. — 26 кеше; 1920 — 45 кеше. Хәҙ....

СОФТБОЛ

СОФТБОЛ (ингл. soft — йомшаҡ һәм ball — туп), спорт төрө, бейсболдың бер төрө, туп һәм бита м‑н команда уйыны. Башҡортостанда С. үҫеше 1987 й. Өфө р‑ны Николаевка а. урта мәктәбендә беренсе секция асылыуға бәйле (ҡара: “Башҡортостан”). Өфөлә (18‑се һәм 90‑сы урта мәктәптәр), Булгаков, Нөрлө, Чесноковка,...

СОЦИАЛ-РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ

СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ (СРП), э с е р ҙ а р, 1901—22 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Ҡайһы бер халыҡсылыҡ төркөмдәре һәм түңәрәктәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1‑се (Ойоштороу) съезда (1905 й. дек. — 1906 й. ғин., Иматра ҡ., Финляндия) программаһы һәм ваҡытлыса уставы ҡабул ителә....

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ с ә н ғ ә т т ә  һ ә м  ә ҙ ә б и ә т т ә, донъяның һәм кешенең соц. концепцияһына ҡоролған художестволы метод. Идея нигеҙе — коммунистик ижт.-сәйәси һәм эстетик идеалға таяныу, донъяны революцион үҙгәртеп ҡороу пафосы, социализм һәм коммунизмға ихлас ышаныу. Характерлы һыҙаттары:...

СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ

СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ, СССР‑ҙа 1938—91 йй. почётлы исем, хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштә өлгәшкән айырыуса ҙур ҡаҙаныштар өсөн бирелгән иң юғары дәрәжә. СССР ЮС‑ы Президиумының 1938 й. 27 дек. указы м‑н булдырыла. СССР ЮС‑ы Президиумы тарафынан бирелгән. Геройға Ленин ордены (1973—88 йй. ш. уҡ исем...

СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ

СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ, кешеләрҙе халыҡ хужалығы пландарын үтәү һәм арттырып үтәү өсөн йәлеп итеү, хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү б‑са идея‑сәйәси тәрбиә сараһы. Капиталистик конкуренцияға ҡаршы соц. төҙөлөш ысулы булып В.И.Ленин тарафынан уйлап табыла һәм эшләнә. Төп принциптары: билдәлелек, ҡаҙаныштарҙы сағыштырыу,...

СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЕ ХОЗЯЙСТВО БАШКИРИИ”

“СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЕ ХОЗЯЙСТВО БАШКИРИИ” (“Башҡортостандың социалистик хужалығы”), иҡт. журнал. БАССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы дәүләт план комиссияһы органы. Өфөлә 1928—41 йй. (2—3 айға 1 тапҡыр) урыҫ телендә нәшер ителә. Журнал биттәрендә халыҡ хужалығын үҫтереү т‑да материалдар, закон...

СОЦИАЛЬ АУЫРЫУҘАР

СОЦИАЛЬ АУЫРЫУҘАР, с о ц и а л ь м ә ғ ә н ә г ә э й ә  б у л ғ а н  а у ы р ы у ҙ а р, кешегә насар соц.‑иҡт. факторҙар (халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүе, эшһеҙлек, һуғыштар һ.б.) тәьҫир итеүе арҡаһында барлыҡҡа килә һәм тарала. С.а. күрһәткесе йәмғиәттең иҡт. һәм соц. үҫеш кимәлен күрһәтә, уртаса...