Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТЕПАНОВА Любовь Александровна

СТЕПАНОВА Любовь Александровна (19.11.1966, БАССР‑ҙың Ғафури районы Мораҡ а.), тренер. Ҡаяға үрмәләү спорты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2007). БДПИ‑ны (1989), Көнсығыш иҡтисад‑юридик гуманитар академияһын (2005) тамамлаған. 1999 й. алып 11‑се Олимпия резервы спорт мәктәбенең (Өфө ҡ.) тренер‑уҡытыусыһы,...

СТЕПАНОВА Таисия Ипатьевна

СТЕПАНОВА Таисия Ипатьевна (10.5. 1919, Кострома ҡ. — 11.6.2009, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1942) Көнбайыш, 1‑се һәм 2‑се...

СТЕПАНОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл

СТЕПАНОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 139 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 309; 1939 — 298; 1959 — 318; 1989 — 178; 2002 — 179; 2010 — 122 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

СТЕПАНОВКА, ауыл, Өфө эсендә

СТЕПАНОВКА, ауыл, 1957 й. алып Өфө эсендә. Ауылға Өфө өйәҙендә Өфө дворяны А.А.Степановтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1811 й. алып билдәле (57 ир‑ат иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Вишнёвый Холм исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 45 йортта 233 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне...

СТЕПАНОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

СТЕПАНОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Степановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урын лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 458 кеше; 1920 — 560; 1939 — 588; 1959 — 391; 1989 — 541; 2002 — 542; 2010 — 381 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

СТЕПНОЙ Николай Александрович

СТЕПНОЙ (Афиногенов) Николай Александрович (8.10.1878, Пенза губ. Наровчат ҡ. — 25.6.1947, Мәскәү), яҙыусы. 1906 й. алып Ырымбур ҡ. йәшәй. “Пролетарий” (1907), “Ғаилә” (“Семья”; 1922), “Артылыш” (“Перевал”; 1924) романдары авторы. 1908—09 йй. Урта Азия һәм Урал далалары буйлап сәйәхәт итә. “Дала хикәйәттәре”...

СТЕПНОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

СТЕПНОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 184 кеше; 1959 — 308; 1989 — 224; 2002 — 255; 2010 — 190 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

СТЕПНОЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

СТЕПНОЙ, Ҡ а р а һ ы у, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 241 кеше; 1959 — 570; 1989 — 677; 2002 — 763; 2010 — 756 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР

СТЕРЕОРЕГУЛЯР ПОЛИМЕРҘАР. С.п. макромолекулалары бер төрлө йәки законға ярашлы сиратлашҡан төрлө стереоизомерҙарҙан (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы, Стереохимия) тора. Сығышы б‑са тәбиғи (аҡһымдар, гуттаперча, нуклеин кислоталары, тәбиғи каучук һ.б.) һәм синтетик (полибутадиен, полиизопрен, полипропилен...

СТЕРЕОХИМИЯ

СТЕРЕОХИМИЯ (гр. stereos — арауыҡлы һәм химия), молекулаларҙың арауыҡта төҙөлөшөн, уның физик һәм химик үҙенсәлектәренә йоғонтоһон өйрәнгән химия бүлеге. С. нигеҙендә хираллек (ҡара: Изомерҙар), конфигурация (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы), конформация (молекулаларҙың арауыҡ формаһы) төшөнсәләре...

СТЕРИГМА

СТЕРИГМА (Sterigmostemum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 9 төрө билдәле, Көнсығыш Европала, Көнбайыш һәм Урта Азияла, Көнбайыш Себерҙә таралған. Башҡортостанда кейеҙ С. үҫә. Һоро кейеҙ кеүек ҡуйы йөнтәҫ йондоҙға оҡшаған төктәрҙән торған бер йыллыҡүлән. Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 20—...

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, циклопентанопергидрофенантрен сығарылмалары. Үҫемлек hәм хайуандар организмы составына инә (биосинтез күберәк ҡатмарлы төҙөлөшлө умырт ҡалыларҙа ныҡ сағылдырылған, бөжәктәрҙә эшләп сығарылмай, уларҙың ҡау һалыу функцияhы аҙыҡ аша алынған С.б. м‑н контролдә тотола). Тәбиғи С.б....

СТЕФАН, архимандрит

СТЕФАН (донъяуи исеме Проценко Стефан Максимович; 2.8.1889, Харьков губ. Палеевка а. — 6.10.1960, Харьков ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә архиепискобы (1942—44). Митрополит (1959), архиепископ (1942), архимандрит (1922). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Киев дини акад. уҡыған, Нежинск пед. ин‑тын тамамлаған...

СТИЛИСТИКА

СТИЛИСТИКА, әҙәби телдә, уның төрлө аралашыу шарттарында функциональ ҡатламдарға тарҡалыуына ярашлы, тел берәмектәре һәм категорияларының йәшәп килеүен йәки ҡулланыу алымдарын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге, ш. уҡ әҙәби телдең хәҙ. торошо һәм диахронияһында функциональ‑стиль системаһы, йәки “стилдәр системаһы”....

СТИРОЛ

СТИРОЛ, в и н и л  б е н з о л, ф е н и л  э т и л е н, С6Н5СН=СН2, полистирол мономеры. Стиракс составында, таш һәм һоро күмер ыҫмалаларында, органик берләшмәләрҙең, ш. иҫ. нефть углеводородтарының, термик деструкция продукттарында бар. Төҫһөҙ, әсе еҫле шыйыҡса, мол. м. 104,14, tиреү ‑30,63°С, tҡайнау...

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ

СТОЛЫПИН АГРАР РЕФОРМАҺЫ, 1906—17 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән ер биләүселеге реформаһы. Министрҙар советы рәйесе П.А.Столыпин инициативаһы м‑н община ер биләүселеген бөтөрөү, крәҫтиәндәрҙең ерен күбәйтеү, ергә хосуси милекселек, крәҫтиән хужалығының тауарлылығын арттырыу нигеҙендә крәҫтиән хужалығы эшмәкәрлеген...

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович (2.5.1946, Өфө), металдарҙы өйрәнеүсе физик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). Мәскәү инженер‑физика ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) Чепецк механика з‑дында (Глазов ҡ.) эшләй: 1974 й. алып лаб. начальнигы. 1981 й. башлап ӨАИ‑ла уҡыта. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы...

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич (22.2.1922, Бөгөлмә ҡ. — 21.3.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) “Башвостокнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.) эшләй: Күлтүбә быраулау...

СТОМАТОЛОГИЯ

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Терапевтик, хирургик, ортопедик С., пародонтология, ортодонтия һәм балалар С. айырыла....

СТОЯНОВ Александр Васильевич

СТОЯНОВ Александр Васильевич (12.2.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шестопалов а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Шестопаловка а., — 19.6.1971, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946—70 йй. Дәүләкән р‑нында эшләй: “Рәсәй” к‑зының баҫыусылыҡ бригадаһы...