Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОЧЕТОВ Иван Данилович

КОЧЕТОВ Иван Данилович (27.5.1917, Стәрлетамаҡ ҡ. — 15.5.1943, Тверь өлкәһе Градобить а.), лётчик, гвардия өлкән лейтенанты (1942). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1938). 1937 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап Төньяҡ-Көнбайыш...

КӨБӘКӘЕВ Тимерәй Көбәкәй улы

КӨБӘКӘЕВ Тимерәй Көбәкәй улы [1919, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Төлдө а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 15.1.1943, Ростов өлк. Донской ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡалтасы р‑нының В.И.Ленин ис. колхозында, 1940 й. алып “Пермь-сплав” тресында эшләй. 1942 й. башлап Көньяҡ-Көнбайыш фронтта...

КРИВОРОТОВ Михаил Павлович

КРИВОРОТОВ Михаил Павлович [10.9.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 18.2.1943, Әстерхан ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1941). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Благовар р‑нының БашҮБК ис. с‑зында эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш...

КРОВКО Пётр Михайлович

КРОВКО Пётр Михайлович (19.12.1911, Чернигов губ. Унеча утары — 13.5.1992, Унеча ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Энгельс ис. Ленинград хәрби-сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1930 й. алып Унеча т. юл ст. эшләй. 1933—37 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла....

КУВШИНОВ Леонид Михайлович

КУВШИНОВ Леонид Михайлович (5.8.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Преображенск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., — 18.8.1973, Мәскәү, Мәскәү өлк. Монино ҡсб ерләнгән), лётчик, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1957). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өсөнсө...

КУДИМОВ Павел Васильевич

КУДИМОВ Павел Васильевич (1899, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән а., — 27.10.1943, Украина ССР‑ы Ходоров а. янында), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Түбә руднигында (Баймаҡ р‑ны) эшләй. 1942 й. башлап...

КУЗЬМИН Василий Фёдорович

КУЗЬМИН Василий Фёдорович (1907 й. февр., Стәрлетамаҡ ҡ. — 12.10.1943, Украина ССР‑ы Монастырёк утары янында), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып — Өфө крекинг з‑дында, 1940 й. “Азгазстрой” тресында (Баҡы) эшләй. 1941 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1943 й.) башлап Үҙәк...

КУЗЬМИН Николай Михайлович

КУЗЬМИН Николай Михайлович (21.12.1919, Ярославль губ. Гаврилково а. — 9.2.1963, Ленинград), танкист, өлкән лейт. (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Камышин танк уч‑щеһын (1944), Ленинград офицерҙар бронетанк мәктәбен (1945) тамамлаған. 26‑сы Рыбинск моторҙар з‑дында эшләй,...

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич (16.6.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Өфө районы) — 24.1.1994, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Латвия коммунистар (большевиктар) партияһы ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Рига ҡ., 1949). 1942 й. июненән Дон, Сталинград,...

КҮСЕМОВ Таһир Тайып улы

КҮСЕМОВ Таһир Тайып улы [14.2.1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күсем а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 10.5.1986, Өфө], кавалерист, ген.-майор (1969). Советтар Союзы Геройы (1944). 1941 й. Иран походында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1947) һәм К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....

ҠӘҘЕРҒӘЛИЕВ Леонид Иванович

ҠӘҘЕРҒӘЛИЕВ Леонид Иванович [6.11.1925, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Надир а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 1985, Силәбе ҡ.]. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. алып 1‑се, 2‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се танк армияһы 16‑сы танк корпусы...

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Артур Ришат улы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Артур Ришат улы (14.12.1980, Өфө ҡ. — 9.9.1999, Дағстан Республикаһы Новочуртах а. янында, Ҡытаутамаҡ ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999). Герой исеменә 106‑сы гвардия һауа-десант дивизияһы 119‑сы гвардия парашют‑десант полкының взвод командиры урынбаҫары гвардия сержанты Ҡ. 1999 й....

ҠУЖАҠОВ Морат Ғәлләм улы

ҠУЖАҠОВ Морат Ғәлләм улы [10.3.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Мораптал а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 30.10.1986, Өфө, Иҫке Мораптал а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Көйөргәҙе р‑нының В.И.Чапаев ис. к‑зында эшләй. 1942 й. апр. башлап Сталинград,...

ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич

ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич [8.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Братовщина а. (БР‑ҙың Ҡалтасы районы) — 28.2.1991, Ярославль ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июненән Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 2‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия...

ЛАЗАРЕВ Николай Иванович

ЛАЗАРЕВ Николай Иванович (18.7.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡарама утары — 28.1.1998, Мәскәү өлк. Шишкин Лес ҡсб, Подольск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. июленән 2‑се Балтик буйы фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө удар армия 5‑се танк корпусы...

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы

ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы [1917, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Бәшир а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 25.1.1945, Бреслау ҡ. (Германия) янында, Вроцлав ҡ. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө, 2‑се һәм 1‑се...

ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы

ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы [14.7.1923, БАССР‑ҙың Дыуан кантоны Яңы Мишәр а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 23.12.2016, Мәскәү], лётчик, полк. (1974). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941) һәм В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү, 1952)...

ЛОСКУТОВ Виктор Георгиевич

ЛОСКУТОВ Виктор Георгиевич (27.9.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ., — 23.2.1970, Калининград ҡ.), лётчик, майор (1960). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби-диңгеҙ авиация уч‑щеһын (1944) һәм Хәрби-диңгеҙ флотының Юғары офицерҙар...

ЛЫСЕНКОВ Алексей Максимович

ЛЫСЕНКОВ Алексей Максимович [19.4.1921, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Константиновка а. (БР‑ҙың Туймазы районы) — 19.3.1945, Гуттамаши а., Венгрия], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). 1938—40 йй. Туймазы...

МАЙСКИЙ Сәхиб Нурлығаян улы

МАЙСКИЙ (Мәхүбғәлиев) Сәхиб Нурлығаян улы [17.1.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бигәнәй а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 24.1.1943, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 12.3.1943; Ростов өлк. Багаевская станицаһы], подполковник (1941). Советтар Союзы Геройы (1940). Граждандар һуғышында, 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында...