Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫНЫҢ ПРОДУКТЛЫЛЫҒЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫНЫҢ ПРОДУКТЛЫЛЫҒЫ, билдәле бер осорҙа (тәүлек, ай, һөт төшөү осоро, йыл) малдан алынған продукция күләме һәм сифаты. А.х.м.п. производство үҫешенә һәм малсылыҡ продукттары әҙерләүгә булышлыҡ итә. Малдың нәҫел, төр, тоҡом, йәш, индивидуаль үҙенсәлектәренә бәйле. А.х. малдарының һөт,...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ АУЫРЫУҘАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ АУЫРЫУҘАРЫ, үҫемлектәрҙәге фитопатоген микроорганизмдар һәм мөхиттең насар шарттары тарафынан тыуҙырылған патологик процестар. Инфекцион һәм инфекцион булмағандарға бүленә. Инфекцион булмаған ауырыуҙар туҡланыу, дымлылыҡ, йылылыҡ режимдарының боҙолоуы, зарарлы химик...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ, үҫемлектәргә зыян килтереүсе йәки уларҙы юҡ итеүсе хайуандар. Уларға бөжәктәр, кимереүселәр, лайлалы ҡусҡарҙар, нематодалар, талпандар һ.б. ҡарай. Айырыуса күп һанлы бөжәктәр зыян килтерә. Улар төрлө ғаиләгә ҡараған үҫемлектәр м‑н туҡланыусы полифагтарға...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ СИСТЕМАҺЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ СИСТЕМАҺЫ, а.х. производствоһының махсуслашыуын һәм структураһын, игенселек һәм малсылыҡ системалары үҙенсәлектәрен, техник ҡорамалландырыуҙы, капитал һалыуҙы, хеҙмәтте ойоштороуҙы һәм етәкселек итеү формаларын билдәләүсе ойоштороу, иҡт., технологик һәм соц. принциптар йыйылмаһы....

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ, ҡул хеҙмәтен машина һәм механизмдар м‑н алмаштырыу. А.х.м. — ауыл хужалығын интенсивлаштырыуҙың иң мөһим күрһәткестәренең береһе. А.х.м. хас төп күрһәткестәр — техника һаны (йыһазландырылыу кимәле) һәм уның 1 эшсегә йәки 100 га эшкәртелеүсе майҙанға тура килгән ҡеүәте...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ, электр энергияһын а.х. производствоһына һәм ауыл халҡының көнкүрешенә индереү; ауыл хужалығын интенсивлаштырыу күрһәткестәренең береһе. А.х.э. ваҡытында гидроэлектростанция, ел, йылылыҡ электростанцияларында һ.б. алынған электр энергияһы ҡулланыла. Төп ҡулланыусылары:...

АШЛАМАЛАР

АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙең туҡланыуын һәм тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыусы матдәләр. А. культураларҙың уңдырышлылығын һәм а.х. продукцияһының сифатын (игендең аҡһымын, картуф бүлбеләренең крахмаллылығын, йәшелсә һәм емештәрҙәге витамин миҡдарын һ.б.) күтәрә. Химик составы б‑са органик ашламалар, минераль...

ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы

ӘБДРӘШИТОВ Сабур Әбдрәшит улы [14.10.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Йүкәлекүл а. (БР‑ҙың Ҡыйғы районы) — 25.5.1995, Өфө ҡ.], агрохимик. Биология фәндәре кандидаты (1958). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк университетын тамамлаған (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954). 1958—91 йй....

ӘБЙӘЛИЛ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

ӘБЙӘЛИЛ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Урал аръяғы дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген һәм мал аҙығы культураларыныңсорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Әбйәлил р‑ны Михайловка а. урынлашҡан. А.х. культураларының сорт агротехникаһы б‑са...

ӘЛИМҒАФАРОВ Рифхәт Зәйнәғетдин улы

ӘЛИМҒАФАРОВ Рифхәт Зәйнәғетдин улы (20.1.1932, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1982). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Йомағужа р‑нындағы Подгорный МТС‑ының, 1956 й. алып Ҡарлыман МТС‑ының өлкән ветеринар врачы; 1960 й. башлап Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы...

ӘМИРОВ Марс Басыр улы

ӘМИРОВ Марс Басыр улы (2.2. 1939, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Балыҡлы а. — 10.2.2010, Өфө), агроном. А.х.ф.д‑ры (1992), проф. (1995). БАХИ‑ны тамамлағанданһуң (1963) Фёдоровка р‑нының “Ленин юлы” к‑зында өлкән агроном, а.х. идаралығының баш агрономы. 1966—2002 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре сәсеү...

БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР

БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР, а.х. культуралары өсөн файҙалы тупраҡ микроорганизмдары булған препараттар. Б.а. м‑н эшкәртелгән орлоҡтарҙы сәскән саҡта үҫемлектәрҙең тамыр зонаһында тупраҡтағы биохимик процестарҙы көсәйтеүсе микроорганизмдар сығанағы барлыҡҡа килә, был а.х. культураларының уңдырышлылығын һәм...

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ

БАЛ ҠОРТО АУЫРЫУҘАРЫ. Йоғошло һәм йоғошһоҙға бүленә. Йоғошһоҙ Б.ҡ.а. һыуыҡ тейгән үрсем, япраҡ балы һәм һеркә токсикозы, химик токсикоздар һ.б. ҡарай. Йоғошло Б.ҡ.а. бактериялар (америка сереге, европа сереге, ялған серек ауырыуы), вирустар (вируслы фалиж, ҡапсыҡлы үрсем), бәшмәктәр (аскосфероз, аспергиллёз,...

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ, 1) эшсе бал ҡорттарының балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған майға оҡшаш матдә, ул кәрәҙҙәр ҡороу, бал м‑н тулы кәрәҙ күҙәнәктәрен ябып ҡуйыу өсөн ҡулланыла. Төҫө аҡтан алып көрәнгә тиклем. Б.ҡ.б. ҡатмарлы эфирҙарҙан (75%‑ҡа тиклем), туйындырылған углеводородтарҙан (12—12,5%), ирекле карбон...

БАЛТЫРҒАН

БАЛТЫРҒАН (Heracleum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Америка һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда себер Б. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы‑бураҙналы, тармаҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы ҡауырһын формаһында, эре....

БАҪЫУСЫЛЫҠ

БАҪЫУСЫЛЫҠ, баҫыу культуралары продукцияһы етештереү; үҫемлекселек тармағы. Баҫыу культураларын баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә үҫтерәләр; ҡулланылышы б‑са ҡауын‑ҡарбуз культуралары, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, бүлбелеләр һәм тамыраҙыҡтар, май биреүсе культуралар, наркотик, сүс...

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15.1.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Уҫылы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Үрге Уҫылы а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951 й. алып Стәрлетамаҡ р‑нында эшләй: Уҫылы МТС‑ы агрономы, 1956 й. — “Байраҡ”...

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы (30.3.1951, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны 2‑се Сулпан а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). Й.Ғ.Баһауетдиновтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1976 й. алып Биология ин‑тында эшләй (1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1997 й. — БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

БӘХТИЗИН Нәзиф Раян улы

БӘХТИЗИН Нәзиф Раян улы [31.12.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Аташ а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 21.10.2007, Өфө ҡ.], агроном. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1955), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). СССР‑ҙың (1969) һәм РСФСР‑ҙың (1986) ауыл...

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты. 1978 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин (БНИИСХ) тарафынан Уфимский сортынан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,2 м тиклем, 8—10 быуынлы, ҡыуағы төҙ. Япраҡлылығы 65%‑ҡа тиклем. Япрағының оҙонлоғо 25—45 см. Сәскәлеге 9—16 см оҙонлоҡтағы орсоҡ...