Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең ойоштороу-хоҡуҡи формаһы; устав капиталы акционерҙарҙың йөкләмә хоҡуҡтарын раҫлаусы билдәле бер һандағы акцияларға бүленгән коммерция структураһы. Ойоштороу документы булып АЙ‑ларҙың уставы тора, унда йәмғиәттең маҡсаты, капитал күләме, идара итеү тәртибе,...

АКЦИЗ

АКЦИЗ (фр. аccise), киң ҡулланыу тауарҙарына һәм хеҙмәтләндереүгә һалынған ситләтелгән һалым төрө. А. күләме проценттарҙа акцизланған тауар хаҡынан сығып иҫәпләнә, уның хаҡына йәки хеҙмәтләндереү тарифына индерелә, ҡулланыусылар тарафынан түләнә, дәүләт һәм урындағы бюджеттың мөһим килем сығанағы булып...

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР, һәр юлда баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө булған ярым ирекле шиғыр системаһы. А.ш. күп кенә урыҫ былиналарына һәм тарихи йырҙарына хас күренеш, 1910—20 йй. урыҫ шиғриәтендә ҙур урын алған. Башҡ. шиғриәтендә А.ш. ритмик нигеҙен Р.Ниғмәти В.В.Маяковский шиғырҙарын һәм поэмаларын...

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ, ауырға ҡалыу, йөклөлөк, бала табыу һәм бала тыуғандан һуңғы осор (акушерлыҡ), ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөктән тыш енес системаһы ауырыуҙары, уларҙы дауалау, иҫкәртеү (гинекология) м‑н бәйле ҡатын-ҡыҙ организмының физиол. һәм патологик процестарын өйрәнеүсе клиник медицина өлкәһе. Респ....

АКУШЕР‑ФЕЛЬДШЕР МӘКТӘПТӘРЕ

АКУШЕР‑ФЕЛЬДШЕР МӘКТӘПТӘРЕ, урта мед. уҡыу йорттары. Рәсәйҙә 19 б. аҙ. алып асыла. ЭЭМ ҡарамағында була. Ҡаҙна, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотола. Ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш А.‑ф.м. була. Прогимназияны йәки гимназияның 4 класын тамамлаған, ҡабул итеү имтихандарын тапшырған 16—36 йәштәге бөтә...

АКУТИН Иван Кириллович

АКУТИН Иван Кириллович, Окутин И.К. (1718; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1720 — 1785 алда түгел), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Бригадир. 1737—85 йй. хәрби хеҙмәттә. Комиссияға хеҙмәт хаҡын күтәреү, һалымдарҙы кәметеү, сауҙа ирке, ерҙе файҙаланыуҙы тәртипкә һалыу т‑да һ.б. наказдар тәҡдим...

АКУСТИК МАТЕРИАЛДАР

АКУСТИК МАТЕРИАЛДАР, биналарҙы биҙәү һәм төҙөкләндереү өсөн файҙаланылған тауыш йотоусы һәм тауыш үткәрмәүсе төҙөлөш материалдары. А.м. сифатында стена, бүлге, таяу, иҙән һ.б. йөҙләү өсөн ҡаты (пемзолит, перлит), бөгөлөүсән сүсле (ағас‑сүсле һәм минераль мамыҡ плиталар) һәм һығылмалы сүсһеҙ (пенополиуретан,...

АКУДИБАШ, Бөрө р‑нындағы ауыл

АКУДИБАШ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 119 км алыҫлыҡта Кудинка й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 411 кеше; 1920 — 443; 1959 — 443; 1989 — 323; 2002 — 289; 2010 — 270 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

АКУДИ, Бөрө р‑нындағы ауыл

АКУДИ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Кудинка й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 — 505; 1939 — 600; 1959 — 584; 1989 — 399; 2002 — 419; 2010 — 467 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға Бөрө...

АКТУАР ИҪӘП‑ХИСАП

АКТУАР ИҪӘП-ХИСАП, страховкалау учреждениеһы м‑н страховкалаусы араһында үҙ‑ара мөнәсәбәт урынлаштырыусы матем. һәм статистик законлылыҡтар системаһы. А.и.‑х. страховка фондының барлыҡҡа килеү һәм сарыф ителеү механизмын математик формулалар ярҙамында сағылдыра. Башҡортостанда страховка өлкәһендәге...

АКТИНОМИЦЕТТАР

АКТИНОМИЦЕТТАР, тармаҡлы күҙәнәктәр (гифтар) барлыҡҡа килтереүсе грамыңғай бактериялар. Яҡынса 700 төрө билдәле. 8 төркөмгә берләшә: актинопландар, мадуромицеттар, нокардиоформалылар, стрептомицеттар, термоактиномицеттар, термомоноспоралар һ.б. Күҙәнәктәргә бүленеү юлы (диам. 0,5—2,0 мкм), мицелий өлөштәре...

АКТИВЛАШТЫРЫЛҒАН КҮМЕР

АКТИВЛАШТЫРЫЛҒАН КҮМЕР, тышҡы йөҙө ныҡ үҫешкән углеродлы материал. Углеродтан (масса б‑са 87—97%) тора, составында ш. уҡ водород, кислород һәм уны алғанда индерелгән активлаштырыусы өҫтәмәләр бар. Төҙөлөшө күҙәнәкле (күҙәнәктәр йөҙөнөң дөйөм майҙаны 450—1800 м2/г), күҙәнәктәр ҙурлығы б‑са шартлы рәүештә...

АКТЁРҘАР ЙОРТО

АКТЁРҘАР ЙОРТО. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Театр эшмәкәрҙәре союзы) эргәһендә асыла, 2002 й. алып Б.Ә.Йосопова исемен йөрөтә. 300 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы, конференц‑залы, ижади секциялар өсөн кабинеттары, кино ҡоролмаһы, кафеһы бар. А.й. Театр...

АКСЁНОВ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

АКСЁНОВ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 410 кеше; 1939 — 1208; 1959 — 2015; 1989 — 1147; 2002 — 1161; 2010 — 1047 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). А. “Аксаковнефть” НГДУ‑һының...

АКСЁНОВ Сергей Геннадьевич

АКСЁНОВ Сергей Геннадьевич (18.3.1959, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. канд. (1996), иҡт. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1991), РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2009). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (1987), Өфө юғары...

АКСЁНОВ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ

АКСЁНОВ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, Әлшәй р‑ны Ким а. урынлашҡан. 1896 й. Аксёнов т. юл ст. янында алпауыт хужалығы етәкселәрен әҙерләү б‑са 1‑се разрядлы Бәләбәй а.х. мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1920 й. алып а.х. техникумы, 1925 й. — Йәштәрҙең коммунистик интернационалы ис. А.а.х.т., 1992 й. — хәҙерге...

АКСАКОВТАР

АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович Аксаков, 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович Аксаков, Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич Аксаков (ҡара: С.Т.Аксаков)....

АКСАКОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

АКСАКОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Аксаков а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К. табан 10 км алыҫлыҡта Сиушка й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1762 кеше; 1959 — 3742; 1989 — 2457; 2002 — 3173; 2010 — 3131 кеше. Урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

АКСАКОВ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

АКСАКОВ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Бишбүләк, Бәләбәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “Аксаковнефть” НГДУ‑һын, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе өлөштәрен электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте Бәләбәй р‑ны Аксаков а., район диспетчер пункттары...

АКСАКОВ ХАЛЫҠ ЙОРТО

АКСАКОВ ХАЛЫҠ ЙОРТО, 20 б. башы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Ленин урамы, 5а). А.х.й. С.Т.Аксаковтың вафатына 50 йыл тулыу айҡанлы төҙөргә ҡарар ителә. Ул мәғрифәт һәм сәнғәт үҙәге булараҡ нигеҙләнә: 1200 урынлыҡ театр һәм 600 урынлыҡ аудитория, халыҡ өсөн бушлай китапхана-уҡыу...