Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАНДРАКҮЛ, күл

ҠАНДРАКҮЛ, Өҫән й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы, БР‑ҙа күл өҫтө майҙаны б‑са 2‑се урында тора. Туймазы р‑ны Ҡандра а. көньяҡ- көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында, Ҡандракүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 15,6 км2, уртаса оҙонлоғо...

ҠАНДРАКҮЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠАНДРАКҮЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 2 км һәм Приют т. юл ст. К.-Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 100 кеше; 1959 — 110; 1989 — 142; 2002 — 151; 2010 — 131 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 20 б....

ҠАНДРАКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ

ҠАНДРАКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында Туймазы р‑ны сигендә урынлашҡан. Майҙаны — 5,4 мең га, 48,9%‑ы урман м‑н ҡапланған. Тәбиғи парк терр‑яһында Ҡандракүл бар. 1995 й. күл басс. уникаль тәбиғәт комплекстарын, хайуан һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлау, ял һәм...

ҠАНДРА, Туймазы р‑нындағы ауыл

ҠАНДРА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш й. (Кама й. басс.) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 3065; 1959 — 8362; 1989 — 10785; 2002 — 12077; 2010 — 10885 кеше. Башҡорттар,...

ҠАНДРА-ТӨМӘКӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ҠАНДРА-ТӨМӘКӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 35 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.-Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 293 кеше; 1920 — 338; 1939 — 280; 1959 — 182; 1989 — 107; 2002 — 100; 2010 — 135 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ҠАНДРА-ҠОТОЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ҠАНДРА-ҠОТОЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 — 580 кеше; 1920 — 804; 1939 — 847; 1959 — 669; 1989 — 718; 2002 — 704; 2010 — 651 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп...

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1

ҠАНДРА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Туймазы р‑ны. 1938 й. нигеҙләнгән. Ҡандра районында уҡытыу урыҫ телендә алып барылған беренсе мәктәп. Ҡандра‑Ҡотой а. филиалы эшләй. Ағас эшкәртеү һәм слесарҙар оҫтаханалары, кулинария һәм тегеү кабинеты, 2 спорт залы бар. Мәктәпте 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында...

ҠАНДРА РАЙОНЫ

ҠАНДРА РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан, төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Бәләбәй, көнбайышта Туймазы р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында БАССР‑ҙың Бүздәк һәм Туймазы р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән,...

ҠАНДАЛАЛАР

ҠАНДАЛАЛАР, ярым ҡаты ҡанатлылар (Hemiptera), бөжәктәр отряды. 50 ғаиләһе, 30 меңдән ашыу төрө билдәле; БР‑ҙа 50‑гә яҡын төрө бар. Кәүҙәһе яҫы, 1—50 мм оҙонлоҡта. Төрлө сағыу төҫтә. Башында 2 ҡатмарлы күҙ урынлашҡан. Ауыҙ аппараты сәнсеп-һурған томшоҡ рәүешендә. Мыйығы, ғәҙәттә, 4 йәки 5 өлөштән тора,...

ҠАНДАЛАГӨЛ

ҠАНДАЛАГӨЛ (Lepidium), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ер шарының арктик булмаған өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—80 см. Һабағы төҙ, ябай йәки тарбаҡлы. Япрағы йомортҡа, ланцет йәки таҫма формаһында,...

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ (Melilotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25‑кә яҡын төрө билдәле, Европала, Азияның, Төньяҡ Африканың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: аҡ Ҡ.ү., буйһыу Ҡ.ү., дарыулы (һары) Ҡ.ү., иҙел Ҡ.ү., тешле Ҡ.ү. Ике йыллыҡ үлән үҫемлеге. Һабағы...

ҠАНБУЛАТ ЮЛДАШЕВ

ҠАНБУЛАТ ЮЛДАШЕВ, Ҡайбулат Ю., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Поход старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. нояб. Ырымбур ҡ. ҡушыла. Ҡаранай Моратов һәм Ҡасҡын Һамаров м‑н берлектә Өфө провинцияһына ебәрелә. Нояб.—дек. Стәрлетамаҡ пристанен,...

ҠАНБӘКОВА Римма Вәли ҡыҙы

ҠАНБӘКОВА Римма Вәли ҡыҙы (29.1.1947, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), педагог‑методист. Пед. ф. д‑ры (2003), проф. (2010). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ӨНИ‑лә, 1973 й. ғин. алып Төмән индустриаль...

ҠАНБӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҠАНБӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 444 кеше; 1920 — 636; 1939 — 579; 1959 — 561; 1989 — 463; 2002 — 524; 2010 — 483 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мәнәүезтамаҡ урта мәктәбе филиалы),...

ҠАНАНИКОЛЬСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ҠАНАНИКОЛЬСКИЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Ҡана й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 4933 кеше; 1920 — 5381; 1939 — 3822; 1959 — 3345; 1989 — 1301; 2002 — 990; 2010 — 805 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ҠАНАНИКОЛЬСК ЗАВОДЫ

ҠАНАНИКОЛЬСК ЗАВОДЫ, 1751 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡана й. буйында Мосоловтар тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мосоловтар, 18 б. 20—30‑сы йй. ҡаҙна ҡарамағында, 1846 й. алып Е.И.Шешукова, 1867 й. — А.П. Загряжский. Ҡананикольск...

ҠАНАҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАНАҠАС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 245 кеше; 1920 — 173; 1939 — 145; 1959 — 152; 1989 — 109; 2002 — 116; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар...

ҠАНАҠАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠАНАҠАЙ, Шипай, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 778; 1939 — 768; 1959 — 988; 1989 — 761; 2002 — 774; 2010 — 776 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАНА, йылға

ҠАНА, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Ишей а. көньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта башлана. Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ- көнбайышҡа табан аға, Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а. эргәһендә төньяҡ- көнбайышҡа борола һәм артабан Йылайыр һәм Бөрйән р‑ндары буйлап аға. Ағиҙел...

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ

ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ, периферик ҡан тамырҙары ауырыуы, тамырҙар киңлегенең тигеҙһеҙ ҙурайыуы, формалары үҙгәреүе һәм һығылмалылығы кәмеүе хас. Ҡ.т.в.к. беренсел (өҫкө ҡан тамырҙары зарарланып, тәрән ҡан тамырҙары нормаль эшләгәндә) һәм икенсел (ҡан тамырҙары клапандары насар эшләгәндә,...