Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТЕХНИКУМДАР

ТЕХНИКУМДАР, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм мәғариф өсөн белгестәр әҙерләгән урта махсус уҡыу йорттары (ҡара: Урта профессиональ белем). 1920 йй. барлыҡҡа килә. 1937 й. алып башлыса сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, а.х., ш. уҡ статистика, финанс, сауҙа Т. киң таралған...

ТЕХНИКА

ТЕХНИКА (гр. téchnē — сәнғәт, һөнәр, оҫталыҡ), кеше эшмәкәрлегенең етештереү процестарын тормошҡа ашырыу һәм йәмғиәттең етештереүгә ҡағылмаған талаптарын хеҙмәтләндереү өсөн эшләнгән саралар йыйылмаһы. Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә файҙаланыла (энергияны эшләп сығарыу, тапшырыу һәм үҙгәртеү; материалдарҙы...

ТЕХНИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ

ТЕХНИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ, магистраль үткәргес торбаларҙың объекттарын төҙөк һәм эшкә һәләтле хәлдә тотоу саралары комплексы. Күҙәтеүҙе, профилактиканы, ағымдағы ремонтты, тикшереү сараларын, ш. уҡ эксплуатациялауға йәки консервациялауға техник яҡтан әҙерләүҙе үҙ эсенә ала. Т.х. даими ҡабатланыуы һәм күләме...

ТЕХНИК ҮҪЕМЛЕКТӘР

ТЕХНИК ҮҪЕМЛЕКТӘР, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн сеймал биреүсе ҡырағай үҫемлектәр һәм техник культуралар. Башҡортостанда ҡырағай Т.ү. ирекләүсе (имән ағасы, аҡшыршы, тал, шыршы һ.б. ҡабыҡтары, ат ҡуҙғалағы, ир туйыр абағаһы һ.б. тамырҙары һәм тамыр һабаҡтары, һары мәтрүш үләне һ.б. ҡулланыла), буяу...

ТЕХНИК УГЛЕРОД ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ТЕХНИК УГЛЕРОД ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Туймазы ҡором з‑ды (ҡара: “Туймазытехуглерод”) асылғандан һуң үҫешә башлай. Техник углерод етештереү (мең т): 1960 й. — 6,9; 1970 — 11,7; 1980 — 55,5; 1990 — 64,0; 1995 — 12,6; 2000 — 9,8; 2005 — 22,3; 2009 —...

ТЕХНИК УГЛЕРОД

ТЕХНИК УГЛЕРОД, ҡ о р о м, углеводородтарҙың термик, термоокисланған тарҡалыуының юғары дисперслы продукты. Каналлы йәки диффузион, мейес, термик; актив, ярым актив һәм активлығы аҙ булған Т.у. айырыла. Составында углерод 90%‑тан ашыу, кислород 5—10%, водород 0,8%‑ҡа тиклем, көкөрт 1,1%‑ҡа тиклем, минераль...

ТЕХНИК КУЛЬТУРАЛАР

ТЕХНИК КУЛЬТУРАЛАР, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн сеймал итеп ҡулланылған махсус үҫтерелеүсе үҫемлектәр. Т.к. май биреүсе культуралар (көнбағыш, соя, шипкән һ.б.), шәкәрле (шәкәр ҡамышы, шәкәр сағаны, шәкәр сөгөлдөрө һ.б.), крахмаллы (батат, картуф, ямс һ.б.), эфир майлы (аҡәнис, бөтнөк, мөшкәт шалфейы...

ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА

ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА, объекттың техник торошон билдәләү. Объект торошон тикшереү һәм прогнозлауҙы, төҙөк булмаған урындарҙы һәм боҙолоу сәбәбен асыҡлауҙы үҙ эсенә ала. Т.д. мәғлүмәттәре объектты (ҡаҙандар, магистраль газ торбалары, нефть продукттарын үткәргестәр, нефть үткәргестәр, пар үткәргестәр, резервуарҙар,...

ТЕХНИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

ТЕХНИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, ауыл хужалығы һәм урман хужалығы өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; проф. юғары белем, урта профессиональ белем, башланғыс профессиональ белем, өҫтәлмә һәм вуздан һуң проф. белем биреүҙе...

ТЕТЮШЕВ Савва Никифорович

ТЕТЮШЕВ (Тетюшенинов) Савва Никифорович (1726, Ҡазан губ. Сембер ҡ. — ?), Стәрлетамаҡ ҡ. нигеҙ һалыусы, сауҙагәр. Коллегия советнигы (1765). 1760 йй. уртаһына тиклем армияны, император һарайын һ.б. тауар м‑н тәьмин итә. 1764 й. Ырымбур ҡ. йәшәй. 1765 й. С.‑Петербургҡа илдең үҙәк төбәктәрен йыл буйына...

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ, (С2Н5)4Рb. Төҫһөҙ, уртаса осоусан шыйыҡса, парҙары аҙ концентрацияла татлы емеш‑еләк еҫле, күп концентрацияла насар еҫле; t иреү ‑130°С, t ҡайнау 80°С (т.б. б‑са 13 мм), тығыҙлығы 1650 кг/м3; һыуҙа эремәй, органик эреткестәр м‑н ҡушыла. Бүлмә т‑раһында яй, яҡтыла һәм 100°С юғарыраҡ...

ТЕРҺӘК

ТЕРҺӘК, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғаһы: . Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығына күсеп килгән фин‑уғыр ҡәбиләләренә һәм төрки ҡәбиләләргә барып тоташа. 13—14 бб. Т. ҡатай ҡәбиләләре составында төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа, Чусовая...

ТЕРРИТОРИЯЛАРҘЫ ИНЖЕНЕРЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮЕ

ТЕРРИТОРИЯЛАРҘЫ ИНЖЕНЕРЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮЕ, терр‑яларҙы ҡала төҙөлөшөндә маҡсатҡа ярашлы үҙләштереү, торама урындарҙың санитария‑гигиена һәм микроклимат шарттарын яҡшыртыу б‑са инженерлыҡ саралары һәм ҡоролмалары комплексы. Үҙләштерелә торған терр‑яның тәбиғи шарттарына һәм төҙөлөштөң үҙенсәлектәренә бәйле...

ТЕРРИТОРИАЛЬ‑ПРОИЗВОДСТВО КОМПЛЕКСТАРЫ

ТЕРРИТОРИАЛЬ‑ПРОИЗВОДСТВО КОМПЛЕКСТАРЫ, билдәле терр‑яла ойошторолған (һәр ваҡытта ла адм.‑терр. берәмектәрҙең сиктәрендә түгел), дөйөм хеҙмәт бүленеше системаһында ҡатнашҡан үҙ‑ара бәйле производстволар йыйылмаһы. Термин тәүге тапҡыр фәнгә Н.Н.Колосовский тарафынан индерелә. Т.‑п.к. иҡт. берҙәмлеге...

ТЕРПЕНДАР

ТЕРПЕНДАР, молекулалары C5H8 изопрен быуындарынан төҙөлгән углеводородтар. Үҫемлектәр туҡымаһында, ҡайһы бер бактерия һәм бәшмәктәрҙең йәшәйеш продукттарында, бөжәктәрҙең секрет бүленделәрендә табылған. Изопрен быуындарының һаны б‑са моно‑, сескви‑ (бер ярымлыҡ Т.), ди‑, три‑ (гормондар, стериндар),...

ТЕРПЕКӘЙ ҮЛӘН

ТЕРПЕКӘЙ ҮЛӘН (Echinops), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда Мейер Т.ү., ябай Т.ү., йомробаш Т.ү. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы 50—150 см тиклем бейеклектә, төҙ, ябай йәки өҫкө өлөшөндә...

ТЕРПЕБАШ

ТЕРПЕБАШ (Sparganium), терпебаш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һыу йәки һаҙлыҡ үҫемлектәре заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Австралияла һәм Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө — ҡалҡҡан Т., кесе Т., тура Т. үҫә. Тамырһабаҡлы, төҙ, һирәк осраҡта йөҙөүсән һабаҡтары...

ТЕРПЕ ҮЛӘН

ТЕРПЕ ҮЛӘН, 1) (Echinochloa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле; ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Т.ү., йәки тауыҡ (әтәс) тарыһы үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки аҫҡы өлөшөндә быуын рәүешле бөгөлгән, оҙонлоғо...

ТЕРПЕ БАЛЫҠ

ТЕРПЕ БАЛЫҠ (Pungitius platygaster), терпе балығы һымаҡтар отрядының терпе балыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ Америкала, Африканың төньяғында, Азов, Каспий, Ҡара диңгеҙҙәрҙең сөсө участкаларында, Волга, Дон, Урал һ.б. йылғаларҙың түбәнге ағымында йәшәй. Кәүҙәһе уртаса оҙонлоҡта, орсоҡ һымаҡ, килһеҙ...

ТЕРПЕ

ТЕРПЕ (Erinaceus europaeus), бөжәк ашаусылар отрядының терпеләр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20—30 см, ауырлығы 700—800 г. Мороно оҙонса, осло; ҡолаҡтары ҡыҫҡа. Башы һәм ҡорһағы — ҡаты шырт йөн, арҡаһы һәм ян‑яғы оҙонлоғо 3 см тиклем еткән ҡаты энәләр м‑н...