Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТ ТЕЛЕ

БАШҠОРТ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ‑болғар төркөмсәһе). Башҡорттарҙың милли теле, БР‑ҙың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ РФ‑тың Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Төмән, Һамар, Һарытау, Чита һәм Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, ТР, Коми Респ., Яҡут (Саха) Респ., Урта Азия...

БАШҠОРТ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

БАШҠОРТ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, башҡорт теленең төҙөлөшөн, тарихи үҫешен, йәмғиәттә үтәгән функцияһын һәм уны өйрәнеү тарихын тикшерә. Башҡ. теле т‑дағы айырым мәғлүмәттәр Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк” (11 б.) һүҙлегендә теркәлгән. Швед тикшеренеүсеһе Ф.И.Страленберг “Төн уртаһы: көнсығыш Европа һәм...

БАШҠОРТ САМАҘЫҺЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

БАШҠОРТ САМАҘЫҺЫ, Самаҙы, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Самаҙы й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 437 кеше; 1920 — 511; 1939 — 375; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар йәшәй...

БАШҠОРТ ПОЛКТАРЫ

БАШҠОРТ ПОЛКТАРЫ, 1) 1789—1856 йй. рус армияһының ҡайһы бер тактик берләшмәләре сафындағы башҡорттарҙың еңел атлы хәрби частары. Ойошторолған ваҡытта Ырымбур айырым корпусы ком. буйһона. Тарихы 17—18 бб. башҡ. отрядтары һәм командаларына (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) бәйле. Һәр полк 5 сотнянан...

БАШҠОРТ ӨЛКӘ БЮРОҺЫ

БАШҠОРТ ӨЛКӘ БЮРОҺЫ, 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезының башҡ. делегаттары тарафынан Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн 1917 й. 10 майында Мәскәүҙә ойошторола; 26 июндә Башҡ. халҡы союзы бюроһы итеп үҙгәртелә. 1917 й. май уртаһынан Ырымбурҙа урынлаша. Июндә улус шуралары (советтары) төҙөй, июлдә...

БАШҠОРТ МИЛЛИ ХӘРӘКӘТЕ

БАШҠОРТ МИЛЛИ ХӘРӘКӘТЕ, 1917—21 йй. башҡорттарҙың автономия өсөн хәрәкәте. Революция (1917) барышында Рәсәй халыҡтарының демократик хәрәкәтенең бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә; Башҡорт өлкә бюроһы ойошторолғандан һуң, башҡорттарҙың 17—19 бб. колониялаштырыуға ҡаршы көрәше [ҡара: Башҡорт ихтилалдары...

БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ

БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ, Башҡорт антиклинорийы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҙур ыңғай тектоник структураһы; дизъюнктив боҙоҡлоҡтар менән ҡатмарланған эре структураларҙан торған ҡалҡыулыҡ. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ сиге — төньяҡ киңлектең 56°, көньяҡ-көнсығышы һәм көньяғы — Йылайыр...

БАШҠОРТ МӘРКӘЗ ШУРАҺЫ

БАШҠОРТ МӘРКӘЗ ШУРАҺЫ, Башҡорт өлкә советы, 1917 й. 20 июлендә 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡ. милли хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн ойошторола. Ырымбур ҡ., 1918 й. июнь—авг. Силәбе ҡ. урынлаша, дек. алып урынын Орск өйәҙе сиктәрендә алмаштырып эшләргә мәжбүр була. Б.м.ш. Өфө губерна секретариаты...

БАШҠОРТ ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ

БАШҠОРТ ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ. 1992 й. Өфөлә БР Мәғариф министрлығы һәм “Сэрхат” төрөк фирмаһы килешеүе б‑са Башҡ.‑төрөк лицейы булараҡ нигеҙ һалына, 2003 й. алып Республика башҡорт лицей‑интернаты. Уҡытыу 3 телдә алып барыла: инглиз (математика, физика, химия, информатика, иҡтисад), урыҫ (биология, тарих,...

БАШҠОРТ ҠУРСАУЛЫҒЫ

БАШҠОРТ ҠУРСАУЛЫҒЫ, федераль әһәмиәттәге ҡурсаулыҡ. 1929 й. Көньяҡ Уралдың бай үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, климатҡа яраҡлашҡан хайуан төрҙәрен һәм антропоген факторҙың тәбиғәткә йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында ойошторола. 1951 й. ябыла, уның терр‑яһында урман хужалығы ойошторола, 1958 й. тергеҙелә....

БАШҠОРТ ҠӘБИЛӘЛӘРЕ ҺӘМ ЫРЫУҘАРЫ

БАШҠОРТ ҠӘБИЛӘЛӘРЕ ҺӘМ ЫРЫУҘАРЫ, ҡара: Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо.

БАШҠОРТ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ

БАШҠОРТ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмаһы. Ҡатын‑ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын, респ. ижт.‑сәйәси, иҡт., соц. һәм мәҙәни тормошондағы ролен күтәреү, ғаиләне нығытыу, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлау маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан....

БАШҠОРТ КҮСМӘ ТЕАТРЫ

БАШҠОРТ КҮСМӘ ТЕАТРЫ, 1924—30 йй. булған. Башҡорт драма театры структураһында респ. һәм унан ситтә гастроль эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы театр труппаһы булараҡ ойошторола. Ойоштороусыһы һәм тәүге художество етәксеһе — В.Мортазин‑Иманский. Театр репертуарына Ф.М.Сөләймәновтың “Салауат батыр”, М.А.Буранғоловтың...

БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ

БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал нефтле, газлы провинцияһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). В.Д.Наливкин (1954), Г.П.Ованесов (1962), В.С.Голубев (1967) һ.б. өйрәнә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Уҫы-Ҡалтасы бөгөлөнә ҡарата...

БАШҠОРТ КОРПУСЫ

БАШҠОРТ КОРПУСЫ, 1919 й. 26 ғин. Башҡорт ғәскәре командующийы Ә.Ә.Вәлидов бойороғо б‑са таратылған 9‑сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы полктарынан (3‑сө Башҡ. уҡсылар полкынан башҡа) Ырымбур өйәҙе Ермолаевка а. янында ойошторола. Корпус составына Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы һәм Икенсе Башҡорт уҡсылар...

БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ

БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ, өҫ, баш һәм аяҡ кейеменән, ш. уҡ традицион биҙәүестәрҙән торған. Көндәлек, байрам һәм йола кейеме булған. Кейем тегеү өсөн туҡымалар (ҡара: Туҡыусылыҡ), буҫтау (ҡара: Тула баҫыу), кейеҙ (ҡара: Кейеҙ баҫыу), иләнгән йәнлек тиреләре (ҡара: Күн эше), иләнгән еп (ҡара: Бәйләү), ситтән килтерелгән...

БАШҠОРТ КАДЕТ КОРПУСЫ

БАШҠОРТ КАДЕТ КОРПУСЫ, Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы,  урта дөйөм белем биреү учреждениеһы. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 1997 й. 1‑се мәктәп‑интернат базаһында Респ. кадет мәктәп‑интернаты булараҡ нигеҙ һалына, 2013 й. алып хәҙ. статусын ала, 2014...

БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ

БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ, башҡ. йәштәре респ. ижт. тормошонда үҙ урынын тапһын өсөн, уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған БР‑ҙың йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. төҙөлә. Халыҡ‑ара төрки йәштәре ойошмаһы (1991 й. алып), Евразия йәштәре союзы (2005 й. алып), Респ....

БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮҘӘРЕ

БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮҘӘРЕ, билдәле бер халыҡ төркөмдәренең хужалыҡ итеү ҡоролошона бәйле, малға көтөүлектәр эҙләп, күсеп йөрөүе (ҡара: Күсмә тормош, Малсылыҡ). 5—10 ғаиләнән торған бер күсмә төркөм эсендә ғәҙәттә бер ырыу ағзалары күсеп йөрөгән. Б.й. төрҙәре — яҙлау, йәйләү, көҙләү һәм ҡышлау. Күсеп йөрөү...

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1755—56)

БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1755—56), башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыу, һалымдарҙың артыуы, мосолмандарҙы христианлаштырыуға ынтылыш, Ырымбур губернаһы хакимиәтенең башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Сенаттың 1754 й. 16 мартындағы яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу м‑н...