Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБУЗОВА Фатиха Фиттәх ҡыҙы

АБУЗОВА Фатиха Фиттәх ҡыҙы (19.6.1934, Темников ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1979). РСФСР‑ҙың (1985), БАССР‑ҙың (1978) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1959 й. алып Нефтте һаҡлау һәм...

АБСУРД ДРАМАҺЫ

АБСУРД ДРАМАҺЫ, 20 б. 2-се яртыһында Көнб. Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым. А.д. өсөн мөһим булған “абсурд” төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А.Камюҙың “Сит кеше” —...

АБСЕНТЕИЗМ

АБСЕНТЕИЗМ (лат. absentia — юҡлыҡ), һайлаусыларҙың дәүләт органдарына һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуы; ғәмәлдәге идара формаһы, сәйәсәт режимына ҡаршы халыҡтың пассив протесы һ.б. А. төп сәбәптәре: сәйәси институттарҙың һөҙөмтәле булыуына ышаныстың юғалыуы, ижт.‑сәйәси ваҡиғаларға битарафлыҡ һ.б. Кеше...

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1.10.1957, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. артисы (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1986) артисы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1996; педагогтары Е.П.Валукин, Л.М.Таланкина). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. — педагог‑репетиторы,...

АБРОСИМОВ Владимир Сергеевич

АБРОСИМОВ Владимир Сергеевич (10.10.1948, Химки ҡ. — 15.8.2018,  С.‑Петербург), актёр, режиссёр. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1998) артисы.  ӨДСИ‑не (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Б.В.Щукин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү, 1991; А.М.Поламишев курсы) тамамлаған. 1975—90 йй. һәм 1993—2015 йй....

АБРАРОВ Рәмил Рәжәп улы

АБРАРОВ Рәмил Рәжәп улы (10.6.1958, БАССР‑ҙың Мишкә районы Мишкә а.), тренер. Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2001). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1992). 1981 й. “Локомотив” ирекле спорт йәмғиәте, 1993 й. —...

АБРАМЫЧЕВА Нина Ивановна

АБРАМЫЧЕВА Нина Ивановна [1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1948, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1941 й. алып БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны “Ҡыҙыл Һабансы” к‑зында баҫыусы булып эшләй, 1947 й. — звено башлығы. 1947 й. А. звеноһы гектарынан 30 ц арыш ала. Ленин орд....

АБРАМЧУК Владимир Павлович

АБРАМЧУК Владимир Павлович (22.1.1945, Новосибирск ҡ. — 19.4.2019, Межгорье ҡ., Өфө ҡ. ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994). Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлағандан һуң (1968) Әрмәнстанда эшләй, 1979 й. алып Байкал—Амур магистрале төҙөлөшөндә тоннель...

АБРАМОВИЧ Семён Шмилович

АБРАМОВИЧ Семён Шмилович (20.5.1929, Арцыз ҡсб, Румыния), физик‑химик. Техник ф. канд. (1968). Черновцы ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй. 1956—96 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: 1958 й. алып лаб. етәкс., 1967—94 йй. бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефттән майҙар...

АБРАМОВА Лариса Михайловна

АБРАМОВА Лариса Михайловна (14.9.1957, БАССР‑ҙың Маҡар районы Мебельный ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Бельский а.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2008), РФ‑тың (2018) һәм БР-ҙың (2013) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй (1988 й. алып...

АБРАМОВА Ирина Евгеньевна

АБРАМОВА Ирина Евгеньевна (18.3.1974, Калининград ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Мәскәү физик культура акад. тамамлаған (2002). Обнинск ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе. 1997—2001 йй. Юғары...

АБРАМОВ Виталий Константинович

АБРАМОВ Виталий Константинович (5.5.1947, Украина ССР‑ы Изварино ҡсб), хужалыҡ эшмәкәре. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (Өфө, 1977) тамамлаған. 1964 й. алып ӨПЭПБ-ла эшләй: 1980 й. башлап цех, бүлек нач., 1983 й. — дир. урынбаҫары, 1989 й. — етештереү б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1992 й. —...

АБРАМОВ Алексей Фёдорович

АБРАМОВ Алексей Фёдорович (31.12.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы‑Даниловка а. — 12.6.2010, Липецк өлк. Донское а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. нояб. Калинин фронтында 17‑се гвардия уҡсылар див. 45‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсыһы, 1944 й. алып Көнбайыш һәм 2‑се...

АБРАМЗОН Леонид Семёнович

АБРАМЗОН Леонид Семёнович (21.2.1934, Харьков ҡ. — 25.11.1986, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1985). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1957) Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1971—86 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҙле һәм ҡатыусан нефть...

АБРАЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл

АБРАЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 34 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Киҙәк й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1284 кеше; 1920 — 1304; 1939 — 982; 1959 — 683; 1989 — 384; 2002 — 327; 2010 — 320 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

АБРАЗИВ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

АБРАЗИВ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдарҙы өҫкө йөҙҙөң юғары теүәллеген һәм сифатын тәьмин итеүсе абразивтар — юғары ҡатылыҡлы матдәләр (саҡматаш, корунд, алмас, боразон, кремний карбиды, эльбор һ.б.) — м‑н ҡырып эшкәртеү. Ҡул м‑н йәки станоктарҙа (металл ҡырҡыу станоктары һ.б.) башҡарыла. А.м.э. шымартыу,...

АБЛАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

АБЛАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 21 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 527; 1939 — 595; 1959 — 366; 1989 — 230; 2002 — 280; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта...

АБЛАЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

АБЛАЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Бәрҙәсле й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2339 кеше; 1920 — 2925; 1939 — 2743; 1959 — 1868; 1989 — 1331; 2002 — 1285; 2010 — 1067 кеше. Татарҙар,...

АБИТАЕВА Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы

АБИТАЕВА Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы [23.1.1916, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Кесе Юлдаш а. (Ырымбур өлк. Красногвардейск р‑ны) — 12.6.1994, Өфө], актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1969). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1936; Х.Бохарский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы) 1974 й....

АБЗАЙ, Уртауыл, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

АБЗАЙ, Уртауыл, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 34 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 77 км алыҫлыҡта Кесе Ыйыҡ й.  (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 754 кеше; 1920 — 1037; 1939 — 858; 1959 — 637; 1989 — 578; 2002 — 568; 2010 — 558 кеше. Башҡорттар...