Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАСЕЕВТАР, цирк артистары

КАСЕЕВТАР, цирк артистары ғаиләһе, акробаттар, дрессировщиктар. Рөстәм Расиҡ улы К. (18.4.1929, ТАССР‑ҙың Йәнтуған а. — 29.10.1997, Мәскәү). РФ‑тың халыҡ (1992), БАССР‑ҙың халыҡ (1975) һәм атҡ. (1973) артисы. Мәскәү өлкә пед. ин‑тын (1955), ГИТИС‑ты (1968; Ф.Г.Бардиан, Б.А.Эдер курсы) тамамлаған. 1959—97 йй....

КАСЁВ, Нефтекама ҡ. эсендә ауыл

КАСЁВ, ауыл, 1960 й. алып Нефтекама ҡ. эсендә. Ауылға Уҫы даруғаһының ҡаҙна ведомствоһы ерҙәрендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1719 й. алып билдәле (136 кеше иҫәпкә алынған). 1795 й. 393 ир‑ат теркәлгән, 1865 й. 252 йортта 1361 кеше йәшәгән. Игенселек, итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы...

КАРЯКИН, Краснокама р‑нындағы ауыл

КАРЯКИН, Горбунов, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Нефтекама т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 771 кеше; 1920 — 896; 1939 — 502; 1959 — 362; 1989 — 126; 2002 — 131; 2010 — 130 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

КАРЮКОВ Фәһим Сайран улы

КАРЮКОВ Фәһим Сайран улы (4.1.1948, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Кәлсер а. — 18.5.2015, Өфө ҡ.), тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004), СССР‑ҙың спорт мастеры (1976). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын...

КАРУАНҺАРАЙ (Ырымбур)

КАРУАНҺАРАЙ, тарих‑архитектура комплексы. Ырымбур ҡ. урынлашҡан. 1838—44 йй. В.А.Перовский инициативаһы б‑са (архитектор А.П.Брюллов проекты) ҡаланан бер аҙ ситтәрәк Башҡорт‑мишәр ғәскәре командующийының канцелярияһын урынлаштырыу һәм ситтән килгән мосолмандарҙы ҡунырға индереү өсөн төҙөлә. Комплексты...

КАРУАНҺАРАЙ (Өфө)

КАРУАНҺАРАЙ, Сауҙа  рәттәре, 19 б. уртаһы — 20 б. башына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Үрге Сауҙа майҙаны, 1). Петербург архитекторы А.И.Мельников проекты б‑са (төҙөлөш барышында проектҡа башҡа архитекторҙар, төҙөүселәр тарафынан үҙгәрештәр индерелә) 1825—67 йй. (1799 й. янған Түб....

КАРУАН САУҘА ЮЛДАРЫ

КАРУАН САУҘА ЮЛДАРЫ, боронғо осорҙа һәм урта быуаттарҙа Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәрен тоташтырған сауҙа маршруттары системаһы. Урта Азиянан һәм Кавказдан Уралға үтеүсе юлдарҙың булыуы т‑да мәғлүмәттәр антик авторҙар (Геродот, Птоломей) яҙмаларында һәм 9—10 бб. ғәрәп‑фарсы геогр. әҙәбиәтендә (Ибн Хордадбех,...

КАРТУФ

КАРТУФ (Solanum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенең эт ҡарағаты затына ҡараған күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек төрө. Яҡынса 150 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала таралған. Культурала (бер йыллыҡ үҫемлек булараҡ) башлыса 2 оҡшаш төрө бар: андия һәм чили К., йәки бүлбеле К. Башҡортостанда бүлбеле К. үҫтерелә....

КАРТОГРАФИЯ

КАРТОГРАФИЯ (карта һәм ...графия), 1) тәбиғи һәм ижт. күренештәрҙе географик карталар аша сағылдырған фән; 2) техника м‑н технологияның картографик әҫәр булдырыу һәм ҡулланыу өлкәһе; 3) етештереүҙең картографик продукция сығарыусы тармағы. Карта өйрәнеү белеменә, картометрияға, матем. К., төҙөү һәм...

КАРТАШЁВКА, Архангел р‑нындағы ауыл

КАРТАШЁВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 252 кеше; 1920 — 266; 1939 — 316; 1959 — 981; 1989 — 183; 2002 — 116; 2010 — 103 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КАРТАМЫШЕВ Анатолий Иоасафович

КАРТАМЫШЕВ Анатолий Иоасафович (27.6.1897, Дондағы Ростов ҡ. — 1973, Киев), дерматовенеролог. Мед. д‑ры (1929), проф. (1931). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (Петроград, 1919) хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1939—45 йй. БДМИ-ның...

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, карстология, карсты, ш. уҡ уның ер өҫтөндәге сығанаҡтарын өйрәнеүсе инженерлыҡ геологияһы тармағы. К.ө.ғ. киң сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөнә бәйле 20 б. 80‑се йй. үҫеш ала; геохимия, гидрогеология, геотехника һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнгән. К.ө.ғ. дөйөм, төбәк, инженерлыҡ‑төҙөлөш һ.б....

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ

КАРСТ ҺЫУҘАРЫ, ярыҡлы карст һыуҙары, ярыҡтар һәм бушлыҡтар буйлап карсланған тоҡомдарҙа (тоҙ, гипс, карбонатлы тоҡомдар) хәрәкәт иткән ер аҫты һыуҙары. К.һ. ер өҫтө һыуҙарының һарҡыуы, ер аҫты һыуҙарының сиктәш һыулы горизонттарҙан ағып сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. К.һ. химик составы башлыса һыу...

КАРСТ ҺАҘЛЫҠТАРЫ КОМПЛЕКСЫ

КАРСТ ҺАҘЛЫҠТАРЫ КОМПЛЕКСЫ Өлкөндө ауылы эргәһендә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Йүрүҙән й. басс., Дыуан р‑ны Өлкөндө һәм Митрофановка аа. тирә‑яғында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 267,5 га. Комплекс эсенә 300‑гә яҡын уйһыу һаҙлыҡ һәм күл инә. Яуым‑төшөм м‑н туйына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: инглиз...

КАРСТ

КАРСТ (нем. Karst, Карст йәки Красс яйлаһы исеменән, Словенияла), тәбиғи һыуҙарҙа ирегән тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән процестар һәм күренештәр йыйылмаһы. Ер аҫты (мәмерйәләр, ҡыуышлыҡтар, үткәүелдәр һ.б.) һәм ер өҫтө (соҡорҙар, һөҙәк соҡорҙар һ.б.) рельефы формалары комплексы, карст һыуҙарының,...

КАРР Эдвард Халлетт

КАРР Эдвард Халлетт (28.6.1892, Лондон— 3.11.1982, Кембридж ҡ., Бөйөк Британия), инглиз тарихсыһы, философ. Кембридж ун‑тының Тринити колледжын тамамлаған. 1916—36 йй. дипломатия эшендә, 1941—46 йй. — журналистикала. 1936—40 йй. һәм 1946 й. алып фән һәм уҡытыу эшендә (1947 й. башлап Оксфорд һәм Кембридж...

КАРПУХИН Иван Егорович

КАРПУХИН Иван Егорович (5.2.1936, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Васильевка ҡсб — 21.4.2023, Стәрлетамаҡ ҡ.), фольклорсы. БР ФА‑ның почётлы академигы (2018), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1998). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), СССР юғары мәктәбе...

КАРПОВТАР

КАРПОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Уның улдары: Никифор Иванович К., 1657 й. Мәскәүҙә түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Өфө өйәҙендә Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында...

КАРПОВ, ауыл Өфө составында

КАРПОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Калинин р‑нының Фёдоровка а/с ҡарай. Өфөнән К.‑Көнс. 48 км һәм Шаҡша т. юл ст. К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 53 кеше; 1939 — 382; 1959 — 399; 1989 — 92; 2002 — 125; 2010 — 135 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә Карповтар...

КАРПОВ Михаил Яковлевич

КАРПОВ Михаил Яковлевич [4.11.1898, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тимашевка а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1937, Мәскәү], яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград коммунистик ун‑тында уҡыған (1922—25). 1930 йй. Мәскәүҙә эшләй: “Земля Советская” (“Совет ере”) ж. яуаплы мөхәррире, Бөтә Рәсәй радио...