Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАРАХАЕВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл

БАРАХАЕВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 118 км алыҫлыҡта Асҡын й. (Төй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 243 кеше; 1920 — 284; 1939 — 291; 1959 — 241; 1989 — 94; 2002 — 148; 2010 — 124 кеше. Татарҙар,...

БАРАТАЕВ Иван Михайлович (Бараташвили Иван Мельхиседекович)

БАРАТАЕВ Иван Михайлович (ысын исеме Бараташвили Иван Мельхиседекович; 1739 — 1800 й. һуң), кенәз, дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1797), подполковник (1771). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1754—72 йй. рус армияһында. 1773 й....

БАРАНОВСКИЙ Егор Иванович

БАРАНОВСКИЙ Егор Иванович (1821, Могилёв губ. — 1914, ш. уҡ губ. Выдринка а.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1858). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1840) Сенат департаменттары канцелярияларында, юстиция һәм эске эштәр министрлыҡтары...

БАРАГ Лев Григорьевич

БАРАГ Лев Григорьевич (31.12.1910, Киев — 4.9.1994, Өфө), фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Тарих ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). 2‑се Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1931) Загорск пед. техникумы уҡытыусыһы, “Советская этнография” ж. (“Совет этнографияһы”; Мәскәү) яуаплы...

БАРАБАШ Яков Фёдорович

БАРАБАШ Яков Фёдорович (12.5.1838, Полтава ҡ. — 19.10.1910, Локарно ҡ., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Лозанна ҡ., Швейцария), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан ген. (1906). Дворяндарҙан. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1865). 1858 й. алып рус армияһында. Ростов гренадер, 1861—63 йй. лейб‑гвардия...

БАРАБАНОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

БАРАБАНОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Рабаҡ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 468 кеше; 1920 — 457; 1939 — 470; 1959 — 604; 1989 — 414; 2002 — 405; 2010 — 373 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Балалар...

БАПТИЗМ

БАПТИЗМ (гр. baptizo — сумдырам, һыу м‑н суҡындырам), протестантлыҡтың 17 б. башында Англияла барлыҡҡа килгән йүнәлештәренең береһе. Б. б‑са, кешене сиркәү ҡатнашлығынан тыш Иисус Христосҡа аңлы ышаныу аша ғына ҡотҡарып була. Йүнәлеш дөйөм (улар, Христос барыһының да гонаһын юйған һәм кеше яҙмышы уның...

БАННОВ Геннадий Ефимович

БАННОВ Геннадий Ефимович (28.12.1928, Төмән ҡ. — 16.4.2017, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. проф.‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1951 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы өлкә советы (Сахалин өлк.) рәйесе урынбаҫары, 1953 й. алып Башҡ‑н проф.‑техник...

БАННИКОВ Василий Васильевич

БАННИКОВ Василий Васильевич [1.11.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 12.12.1951, Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. авг. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһы 74‑се гвардия уҡсылар див....

БАННИКОВ Анатолий Петрович

БАННИКОВ Анатолий Петрович (19.1.1942, Өфө — 31.3.1998, шунда уҡ), тренер. Пуля менән атыу б‑са СССР‑ҙың (1980), РСФСР‑ҙың (1979) атҡ. тренеры, СССР‑ҙың спорт мастеры (1963) һәм респ. категориялы судья (1977). Горький һыу транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1981). РСФСР ДОСААФ‑ы, СССР ДОСААФ‑ы...

БАНКЫЛАР

БАНКЫЛАР (итал. banco — аҡса алмаштырыу эскәмйәһе, кибете), ваҡытлыса файҙаланылмаған аҡсаларҙы туплау һәм артабан уларҙы кредиттар формаһында бүлеп биреү, иҡтисад субъекттары араһында аҡсалата иҫәп‑хисап, илдә аҡса әйләнешен, ш. иҫ. аҡсалар һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар эмиссияһын көйләү, халыҡтың аҡса йыйымдарын...

БАНКРОТЛЫҠ

БАНКРОТЛЫҠ (банк һәм итал. rotto — һыныҡ), юридик йәки физик шәхестең бурыс түләүгә һәләтһеҙлеге, кредиторҙарҙың бурыс йөкләмәләрен үтәү талаптарын ҡәнәғәтләндерә, бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға мотлаҡ түләүҙәрҙе тәьмин итә алмауы. Юридик шәхестәр өсөн Б. процедураһы судҡа тиклемге санация, күҙәтеү,...

БАНК КАРТАЛАРЫ

БАНК КАРТАЛАРЫ, пластик карталар төрө. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәп‑хисап һәм түләүҙәр, эш хаҡы биреү, ҡулаҡса алыу өсөн ҡулланыла. Иҫәп‑хисап схемаһы (кредит, иҫәп-хисап, алдан түләү), кемдеке булыуы (корпоратив, шәхси), хеҙмәтләндереү даирәһе, мәғлүмәтте яҙыу ысулына (чиплы, магнитлы) һ.б. ҡарап айырыла. Картала,...

БАНГЕРСКИЙ Рудольф Карлович (Бангерскис Рудольфс)

БАНГЕРСКИЙ Рудольф Карлович (ысын исеме Бангерскис Рудольфс; 21.6.1878, Лифляндия губ. Личкрога утары — 25.2.1958, Ольденбург ҡ. янында, ГФР, 1995 й. Ригаға күсереп ерләнгән), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһы ген.‑майоры (1919), Латвия армияһы ген.‑лейт. (1927), СС группенфюреры (1943). 1904—05 йй....

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ (лат. balneum—һыу инеү һәм терапия), тәбиғи йәки яһалма минераль һыуҙар ҡулланып дауаланыу. Минераль һыуҙарҙың дауалау тәьҫире уларҙа бром, иод, магний һ.б. иондары, углекислый газ, сероводород, азот, тиҙ тарҡалыусан радиоактив матдәләрҙең (радон) булыуына бәйле. Минераль һыуҙарҙы ваннала,...

БАЛЫҠТАР

БАЛЫҠТАР (Pisces), умыртҡалылар ярым тибы. Кимерсәкле һәм һөйәкле Б. кластары айырыла. Яҡынса 60 отряды, 20 меңдән ашыу төрө бар. Башҡортостанда энә һымаҡтар, скорпен һымаҡтар, йәйен һымаҡтар, тәрәс һымаҡтар, суртан һымаҡтар (1 төр м‑н билдәләнә), карп һымаҡтар, һөмбаш һымаҡтар, алабуға һымаҡтар, бикре...

БАЛЫҠСЫЛЫҠ

БАЛЫҠСЫЛЫҠ, 1) хужалыҡ эшмәкәрлегенең балыҡ тотоуға нигеҙләнгән формаһы. Башҡорттарҙа традицион кәсеп. Б. системаһы Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәре һәм хужалыҡ итеү традициялары м‑н бәйле була. Ырыуҙың аҫаба ерҙәре сиктәрендә балыҡлы һыу ятҡылыҡтары айырым общиналар — туғандаш ғаиләләр...

БАЛЫҠСЫ

БАЛЫҠСЫ, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Көньяҡ Себер төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Балыҡсы” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, тываларҙа, төркмәндәрҙә билдәле. 12—14 бб. ҡатай ҡәбиләләре м‑н берлектә Урал алдына, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Урал йй. буйҙарына күсенәләр. Артабан...

БАЛЫҠЛЫКҮЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

БАЛЫҠЛЫКҮЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Балыҡлыкүл а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта Балыҡлы күле (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1879 кеше; 1920 — 2211; 1939 — 1163; 1959 — 623; 1989 — 472; 2002 — 458; 2010 — 417 кеше. Татарҙар...

БАЛЫҠЛЫБАШ, Ҡорокәртә, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

БАЛЫҠЛЫБАШ, Ҡорокәртә, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Ҡораласыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 566 кеше; 1920 — 636; 1939 — 362; 1959 — 369; 1989 — 228; 2002 — 185; 2010 — 161 кеше....