Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИМАШЕВ Рәшит Фәтих улы

ИМАШЕВ Рәшит Фәтих улы [30.3.1939, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р-ны) – 11.3.2007, Ҡазан], рәссам. ТР‑ҙың халыҡ рәссамы (2003), БР‑ҙың (1995) һәм ТАССР‑ҙың (1986) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1970)...

ИМАШЕВ Булат Ғөбәйҙулла улы

ИМАШЕВ Булат (Тимербулат) Ғөбәйҙулла улы [10.1.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аҙнай а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 12.4.1946, Өфөлә ерләнгән], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1944), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1942). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев...

ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы

ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы [1.1.1932, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Урман‑Бишҡаҙаҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны) – 9.1.2001, Мәләүез ҡ., тыуған яғында ерләнгән], шағир, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы (1981), Журналистар союзы ағзаһы. 1958 й. алып “Ударсы” гәз., 1962 й. — “Путь Октября”...

ИМАНҒОЛОВ Динислам Ислам улы

ИМАНҒОЛОВ Динислам Ислам улы [10.9.1924, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Урман‑Бишҡаҙаҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 22.9.2014, Стәрлетамаҡ ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951—94 йй. “Сода” ААЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) контроль‑үлсәү приборҙары һәм автоматика слесары. БАССР ЮС‑ының...

ИМАНҒОЛ, Учалы р-нындағы ауыл

ИМАНҒОЛ, Ташкисеү, Учалы р-нындағы ауыл, Иманғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 1180 кеше; 1920 — 1549; 1939 – 976; 1959 – 716; 1989 – 764; 2002 – 793; 2010 — 861 кеше....

ИМАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ИМАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе авто- мобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 162 кеше; 1959 – 177; 1989 — 146; 2002 — 110; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар,...

ИМАНҒОЛ АБРАМОВ

ИМАНҒОЛ АБРАМОВ, Имасҡол А., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы башҡорттарынан. 1774 й. ғин. алып И.А. отряды Пермь провинцияһы терр‑яһында һуғыша. Мартта Салауат Юлаев етәкселегендәге отрядтар составында Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы...

ИМАНҒОЛ 1‑се, Ырымбур өлкәһе Октябрь р‑нындағы ауыл

ИМАНҒОЛ 1‑се, Ырымбур өлкәһе Октябрь р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Октябрь т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 799 кеше; 1917 – 1045; 2002 – 432; 2010 – 459 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ИМАН

ИМАН, 1704—06 йй. һәм 1707—08 йй. башҡ. ихтилалдары етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1704—11)]. Нуғай даруғаһы Табын улусы башҡорттарынан. Батыр. 1705 й. башында һайлап алынған башҡорттар м‑н бергә Өфөлә була, император указын үтәмәүҙә ғәйепләнеп, комиссар А.Сергеев бойороғо б‑са тән язаһына...

ИМАМОВ Зиф Нурихан улы

ИМАМОВ Зиф Нурихан улы (15.12.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Йүкәлекүл а. — 10.8.2006, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Көшөл а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1982). Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1973). Киң мәғлүмәт сараларында эшләй: 1967 й. алып, 1980—82 йй....

ИМАМЕТДИНОВ Мәғсүм Имаметдин улы

ИМАМЕТДИНОВ Мәғсүм Имаметдин улы [1898, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) — 11.3.1945, Оппельн ҡ. янында, Германия] Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Яңауыл р‑нының “Беүә” к‑зында эшләй. 1942 й. башлап Көньяҡ, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 1‑се Украина фронттарында...

ИМАҠОВ Таһир Ғилман улы

ИМАҠОВ Таһир Ғилман улы [26.10.1895, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ҡансыра а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 14.11.1937, Ырымбур ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты....

ИМАЙ-УТАР, Дүртөйлө р-нындағы ауыл

ИМАЙ-УТАР, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Мәскәү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 96 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 798 кеше; 1920 – 995; 1939 – 872; 1959 – 525; 1989 – 356; 2002 – 348; 2010 – 325 кеше. Башҡорттар...

ИМАЙ-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р-нындағы ауыл

ИМАЙ-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Имай-Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 783 кеше; 1920 – 1554; 1939 – 955; 1959 – 556; 1989 – 327; 2002 – 348; 2010 — 330 кеше. Татарҙар йәшәй...

ИМАЕВ Ренат Мәзит улы

ИМАЕВ Ренат Мәзит улы (21.2.1958, Өфө), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (1995). В.М.Имаевтың ағаһы. Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ‑ла эшләй. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1990 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. — фәнни эштәр б‑са...

ИМАЕВ Валерий Мәзит улы

ИМАЕВ Валерий Мәзит улы (20.1.1965, Өфө), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (2003). Р.М.Имаевтың ҡустыһы. Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1988) Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында эшләй: 2003 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — лаб. мөдире һәм бер үк ваҡытта БДУ-ла...

ИЛЬЯСОВА Лидия Михайловна

ИЛЬЯСОВА Лидия Михайловна (24.11.1935, Харьков ҡ. — 1.9.2017, шунда уҡ), спортсы. Урыҫ шашкаһы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1970). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). Харьков политехник институтын тамамлаған (1958). “Зенит” ДСО‑һы (Өфө ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта СССР (1971) һәм РСФСР (1989)...

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1.11.1957, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), шағирә. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2008), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1985), Яҙыусылар союзы (1995) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑р, 1990 й....

ИЛЬЯСОВА Зөһрә Хәмит ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Зөһрә Хәмит ҡыҙы (17.11.1950, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1984), БАССР‑ҙың халыҡ (1980) һәм атҡ. (1975) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1969; педагогы Ф.И.Балабина), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2012) тамамлаған. 1969—80 йй. һәм 1990—92 йй. БДОБТ, 1980 й. алып Татар опера...

ИЛЬЯСОВА Гөлдәр Мозафар ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Гөлдәр Мозафар ҡыҙы (11.6.1954, Ишембай ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1994). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1975; М.К.Мөхәмәтшина класы), Алма‑Ата театр‑художество ин‑тын (1984; Р.С.Андриасян курсы) тамамлаған. 1975—78 йй. Башҡ. филармонияһы бейеүсеһе,...