Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОНАРЁВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

КОНАРЁВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 427 кеше; 1920 — 503; 1939 — 453; 1959 — 275; 1989 — 102; 2002 — 109; 2010 — 94 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә...

КОНАРЕВ Василий Григорьевич

КОНАРЕВ Василий Григорьевич (23.12.1915, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Голубовка а., хәҙ. Ырымбур өлк. Сорочинск р‑ны Первокрасное а., — 27.1.2006, С.‑Петербург), биохимик. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре академияһы акад. (1978), биол. ф. д‑ры (1955), проф. (1956). БР ФА-ның почётлы акад. (1991). БАССР‑ҙың...

КОМСОМОЛЬСК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

КОМСОМОЛЬСК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кесе Уртаҙым й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 219 кеше; 1989 — 295; 2002 — 336; 2010 — 302 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

КОМСОМОЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл

КОМСОМОЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Ҡорама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 88 кеше; 1989 — 754; 2002 — 561; 2010 — 433 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт...

КОМСОМОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл

КОМСОМОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Нарыҫ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 251 кеше; 1989 — 195; 2002 — 217; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы,...

КОМСОМОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

КОМСОМОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡараяр а/с ҡарай. Район үҙә генән К.‑Көнс. 30 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 180 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 297 кеше; 1959 — 682; 1989 — 626; 2002 — 549; 2010 — 491 кеше. Башҡорттар...

КОМСОМОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

КОМСОМОЛ, Мартенец  имениеһы, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. та- бан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 67 кеше; 1959 — 386; 1989 — 246; 2002 — 256; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б....

КОМСОМОЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

КОМСОМОЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 81 кеше, 1959 — 198; 1989 — 338; 2002 — 348; 2010 — 316 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

КОМСОМОЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КОМСОМОЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 56 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 73 км алыҫлыҡта Сосновка й. (Яйыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 331; 1989 — 269; 2002 — 273; 2010 — 222 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

КОМПЬЮТЕР МӘКТӘБЕ

КОМПЬЮТЕР МӘКТӘБЕ, Белорет ҡ. урынлашҡан, математика, физика, информатиканы тәрән өйрәнеү б‑са урта дөйөм белем биреү учреждениеһы. 1989 й. Урал төбәк эксперименталь уҡытыу-ғилми комплексы филиалы булараҡ асыла. Ситтән килеүселәр өсөн дөйөм ятағы бар. К.м. уҡыусылары бөтә Рәсәй һәм респ. олимпиадаларының...

КОМПЬЮТЕР ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ

КОМПЬЮТЕР ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ, урта дөйөм белем биреү учреждениеһы. Баймаҡ р‑ны 1‑се Этҡол а. урынлашҡан. 1993 й. Башҡ. респ. К.л.‑и. булараҡ асыла. 8 класс тамамлаған уҡыусылар конкурс б‑са ҡабул ителә. Компьютер, мед. кабинеттары бар. Уҡыу йортон 400‑ҙән ашыу кеше тамамлаған (2012). Ш.А.Мәхмүтов Тәрж....

КОМПЬЮТЕР

КОМПЬЮТЕР (ингл. сomputer, лат. сomputо — һанайым, иҫәпләйем), электрон хисаплау машинаһы, мәғлүмәтте алыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн автоматик ҡоролма. Программалау һәм техник саралар комплексы. Процессорҙан, мәғлүмәтте индереү (клавиатура, коммуникация порты һ.б.) һәм сығарыу (дисплей, принтер...

КОМПРЕССОР СТАНЦИЯЛАРЫ

КОМПРЕССОР СТАНЦИЯЛАРЫ, магистраль газ торбаларының газды артыҡ баҫымға тиклем ҡыҫыу һәм уны күсереү өсөн ҡулланылған инженер ҡоролмалары. Баштағы (магистраль газ торбаларының башында ҡорола, промысла газын әҙерләй һәм магистраль газ торбаларына ҡыуып индерә), линиялағы (магистраль газ торбаларында...

КОМПРЕССОР

КОМПРЕССОР, һауаны һәм газдарҙы ҡыҫыу машинаһы, һауа өрҙөргөс машинаның бер төрө. Эшләү принцибы һәм төҙөлөшө б‑са күләмле (ҡыҫыу процесы сикләнгән күләмде кәметеү ваҡытында барлыҡҡа килгән поршенлы, винтлы, ротацион) һәм көрәкле К. (ҡыҫыу әйләнеп торған көрәксәләр ярҙамында башҡарылған үҙәктән ҡыуыу,...

КОМПОЗИЦИОН МАТЕРИАЛДАР

КОМПОЗИЦИОН МАТЕРИАЛДАР, композиттар, арматуралаусы нығытыусы тултырғыстан, матрицанан торған, составындағы компоненттарға ҡарағанда структураһының сағыштырмаса ҡатмарлыраҡ, үҙенсәлектәренең яҡшыраҡ булыуы м‑н айырылған күп фазалы системалар. К.м. шулай уҡ бүленеү сиктәре асыҡ булған химик яҡтан төрлө...

КОМПОЗИТОРҘАР СОЮЗЫ

КОМПОЗИТОРҘАР СОЮЗЫ, комп. һәм музыка белгестәренең ижади берекмәһе. 1940 й. 2 февр. Өфөлә БАССР-ҙың Совет комп. союзы булараҡ ойошторола, 2 марттан алып СССР Совет комп. союзының (1957 й. — СССР К.с.) Башҡ‑н бүлексәһе, 1960 й. — РСФСР К.с. составында, 1992 й. — БР К.с. Төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Төп маҡсаттары...

КОМПЛЕКСЛЫ ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ

КОМПЛЕКСЛЫ ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ, билдәләнеү өлкәһе булып комплекслы Евклид арауығы яҫылығының билдәһеҙ нөктәләр күмәклеге торған функцияларҙы (киң мәғәнәлә), бер йәки күп комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең аналитик функцияларын (тар мәғәнәлә) өйрәнгән математика бүлеге. Теорияның матем. аппараты...

КОМПЛЕКСЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР

КОМПЛЕКСЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, координациялан  ғанберләшмәләр, үҙәк атомдан (комплекс төҙөүсе) һәм уның м‑н бәйләнгән молекулаларҙан йәки иондарҙан (лигандтар) торған химик берләшмәләр. К.б. барлыҡҡа килгәндә донор‑акцепторлы бәйләнеш тыуа: комплекс төҙөүсе — акцептор, лигандтар — донорҙар. К.б. координация...

КОМПЛЕКСЛЫ АШЛАМАЛАР

КОМПЛЕКСЛЫ АШЛАМАЛАР, составында үҫемлектәрҙең 2 йәки 3 төп туҡлыҡлы элементы (азот, фосфор, калий) булған минераль матдәләр. К.а. алыу өсөн башланғыс сеймал — тәбиғи фосфаттарҙың азотлы һәм көкөртлө кислота тарҡатмалары. К.а. микроэлементтар ҡушылыуы мөмкин. Составы б‑са — ике (азотлы‑калийлы, азотлы‑фосфорлы,...

КОМПЕНСАТОРҘАР

КОМПЕНСАТОРҘАР, ҡоролмалар, машиналар, приборҙарҙың торошона һәм эшләүенә төрлө факторҙарҙың (т‑ра, баҫым, арауыҡтағы урыны һ.б.) йоғонтоһон компенсациялау йәки тигеҙләштереү өсөн механик ҡоролмалар йәки тултырғыстар. Ҡуҙғалмаусы (дистанцион втулкалар, көйләү прокладкалары, ҡулсалар һ.б.), периодик...