Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАРАФИН

ПАРАФИН (нем. Paraffin), нефть продукты, башлыса мол. м. 300— 400 булған нормаль төҙөлөшлө туйынған C18—C35углеводородтар ҡатышмаһы. П. составында ш. уҡ изопарафин, нафтен‑ароматик, нафтен углеводородтары бар. Төҫһөҙ кристалл (tиреү 45—65°C, тығыҙлығы 880—915 кг/м3) йәки шыйыҡлыҡ (tҡайнау 180—360°C);...

ПАРАПРОКТИТ

ПАРАПРОКТИТ (гр. pará — эргәһендә, ҡырында, тышында һәм prōktós — арт юл), тура эсәк тирәләй күҙәнәкле туҡыманың шешеүе. Процестың активлығына ҡарап киҫкен, инфильтратив, хроник П. (тура эсәктең бөтәү яраһы); килеп сығышына ҡарап — баналь, специфик, травманан һуңғы П.; урынына ҡарап тире аҫты, тиресә...

ПАРАМОНОВ Константин Ефимович

ПАРАМОНОВ Константин Ефимо‑ вич [3.6.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Милисоновка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 26.11.1943, Украина ССР‑ының Разумовка а.], лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын, офицерҙар курстарын тамамлаған. БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Приют...

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ, билдәһеҙ параметрҙы үлсәү хаталарының ихтимал бүленеше т‑дағы фараздар моделен файҙаланып, һайланманың ҡиммәттәре б‑са яҡынса билдәләү. П.б. маҡсаты — осраҡлы яңылышыуҙарға дусар булған бер иш күҙәтеүҙәрҙең һөҙөмтәләре б‑са физик, техник, иҡт. һ.б. параметрҙарҙы билдәләү. П.б....

ПАРАЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ

ПАРАЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ, терәк‑хәрәкәт аппараты зарарланған һәм күреү һәләтен юғалтҡан инвалидтар өсөн бөтә донъя спорт ярыштары. Олимпия уйындарынан һуң ш. уҡ спорт ҡоролмаларында үткәрелә. Тәүге йәйге паралимпия уйындары Италияла (Рим, 1960), ҡышҡыһы Швецияла (Эрншёльдсвик ҡ., 1976) уҙғарыла. 1964 й....

ПАРАЗИТТАР

ПАРАЗИТТАР (гр. parásitos — әрәмтамаҡ), икенсе төрҙәр иҫәбенә йәшәгән организмдар. П. облигат, йәки мотлаҡ (вирустар, переноспоралылар, таҫма ҡорттар, тут бәшмәктәре һ.б.), һәм факультатив, йәки мотлаҡ булмаған (күп һанлы бактериялар, дейтеромицеттар һ.б.), ваҡытлыларға, хужаға туҡланыу өсөн һөжүм итеүсе...

ПАРАЗИТОЛОГИЯ

ПАРАЗИТОЛОГИЯ (паразиттар һәм ...логия), паразиттарҙы, уларҙың хужалары һәм тирә‑яҡ мөхит м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен, ш. уҡ паразитар ауырыуҙарҙы һәм улар м‑н көрәш сараларын өйрәнгән фән. Паразиттарҙың булмышына ҡарап, фитопаразитология (паразит үҫемлектәрҙе, вирустарҙы, бактерияларҙы, бәшмәктәрҙе һәм...

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең паразиттар тыуҙырған ауырыуҙар төркөмө. Кешенең П.а. Медицинала П.а. иң ябайҙар (протозойлылар йәки протозооздар), гельминттар (гельминтоздар), ш. уҡ быуынтығаяҡлылар (энтомоздар һәм акароздар) тыуҙырған ауырыуҙар инә. Тыуҙырыусының ауырыу...

ПАРАДИГМА

ПАРАДИГМА (гр. parádeigma — миҫал, өлгө), бер‑береһенә ҡапма‑ҡаршы ҡуйылған һәм ш. уҡ ваҡытта дөйөм билдәләре йәки ассоциатив мөнәсәбәттәренең барлығы б‑са берләшкән лингв. берәмектәр класы. Тел кимәленә А.В.Панфилов бәйле П. морфол., лексик, һүҙьяһалыш һәм синтаксик төрҙәре айырыла. Морфол. П. — грамматик...

ПАРАБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ПАРАБОЛИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, айырым сығарылмалы һәм коэф. матрицаһы ыңғай билдәләнгән дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Йылы үткәреүсәнлек, диффузия, шыйыҡлыҡты һәм газды фильтрлау һ.б. стационар булмаған процестарҙы һүрәтләй. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып П.т. теорияһының ҡайһы бер аспекттары б‑са...

ПАРА‑СКИ

ПАРА‑СКИ п а р а ш ю т - т а  у с а ң ғ ы һ ы  б ‑ с а  и к е б ә й г е, парашют спорты төрө, тау битенә аныҡ төшөү б‑са һикереүҙе һәм гигант слаломды үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. уртаһынан үҫешә. Респ. 1995 й.,2010– 12 йй. — Рәсәй кубоктары, 1998— 99 йй, 2001—07 йй., 2009 й. Рәсәй чемпионаттары...

ПАР БАҪЫУЫ

ПАР БАҪЫУЫ, п а р, бөтә вегетация осоронда йәки уның бер өлөшөндә үҫтерелеүсе культураларҙан азат булған, яҡшы ашланған, ентекләп эшкәртелгән һәм ҡый үләндәренән таҙартылған сәсеү әйләнеше баҫыуы. Тупраҡта дым, туҡланыуҙың хәрәкәтсән элементтары һаҡланыу, тупраҡты ҡый үләндәренән, ауырыу тыуҙырыусылар...

ПАНЧЕНКО Владислав Яковлевич

ПАНЧЕНКО Владислав Яковлевич (15.9.1947, Барановичи ҡ.), физик. РФА акад. (2008), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1985 й. алып РФА‑ның Лазер һәм мәғлүмәт технологиялары проблемалары ин‑тында (1992 й....

ПАНЧ Петро

ПАНЧ Петро (ысын исеме Панченко Пётр Иосифович; 22.6.1891, Харьков губ. Валки ҡ. — 1.12.1978, Киев), яҙыусы. “Сысҡан оялары” (“Мышиные норы”; 1926), “Зәңгәр эшелондар” (“Голубые эшелоны”; 1928), “Төндө ҡамау” (“Осада ночи”; 1935), “Александр Пархоменко” (1939), “Украинаның ҡайнауы” (“Клокотала Украина”;...

ПАНФИЛОВ Александр Вячеславович

ПАНФИЛОВ Александр Вячеславович (3.6.1959, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Надеждин а.), хәрби эшмәкәр. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2005). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Ген.‑майор (2007). Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1999—2004) ҡатнашыусы. А.И.Лизюков ис. Һарытау...

ПАНТЮРКИЗМ

ПАНТЮРКИЗМ, нигеҙен төрки халыҡтарҙы бер милләткә берләштереү идеяһы тәшкил иткән ижт.‑сәйәси доктрина. 19 б. аҙ. төрки‑мосолман зыялылары мөхитендә яралған; йәдитселектә мәҙәни‑ағартыу этабының формалашыуы һәм барлыҡ төрки халыҡтарҙың мәҙәни һәм милли берҙәмлеге идеяһын күтәреп сыҡҡан И.М. Гаспринский...

ПАНТУХ Борис Израйлевич

ПАНТУХ Борис Израйлевич (10.10. 1941, Рыбинск ҡ. — 6.10.2000, Чайковский ҡ.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1987). БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ярославль технология ин‑тын тамамлаған (1964). 1967 й. алып Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑дында эшләй: лаб. нач., 1980—82 йй....

ПАНТЕЛЬКИН Анатолий Александрович

ПАНТЕЛЬКИН Анатолий Александрович [15.9.1919, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Кирюшкин а. (БР‑ҙың Фёдоровка районы) — 14.3.1945, Венгрия], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Герой (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Осоусылар хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (Сталинград ҡ., 1941). 1936—39 йй. Стәрлетамаҡ ҡ....

ПАНТЕЛЕЕВА Катарина Андреевна

ПАНТЕЛЕЕВА Катарина Андреевна (29.8.1987, Белорет ҡ.), спортсы. Пуля менән атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). “Металлург” (Белорет; тренеры В.И. Зеркин) спорт клубы, 26‑сы СДЮСШОР (Өфө; тренеры В.Б.Гулак) тәрбиәләнеүсеһе. Үҫмер спортсылар һәм ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселеге...

ПАНТЕЛЕЕВ Александр Васильевич

ПАНТЕЛЕЕВ Александр Васильевич (7.4.1932, Великие Луки ҡ. — 31.7.1990, Вологда ҡ.), сценограф, рәссам. РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1956). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1953; педагогтары Р.У.Ишбулатов, А.Э.Тюлькин) 1‑се урта мәктәптә...