Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИКРОСПОРИДИЯЛАР

МИКРОСПОРИДИЯЛАР (Mycrosporidia), иң ябайҙар тибы. Яҡынса 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Умыртҡаһыҙҙарҙың һәм умыртҡалыларҙың күҙәнәк эсе паразиттары. БР‑ҙа бал ҡорто ноземаһы табылған. Ваҡ (оҙонлоғо 4— 6 мкм) организм. Спораһы овал, алғы осона ҡарай йоҡарған ике йәки өс ҡатлы тышса м‑н...

МИКРОСКОП

МИКРОСКОП (микро... һәм гр. skopeјо — ҡарайым), ябай күҙгә күренмәгән объекттарҙың ҙурайтылған һүрәтләнешен алыу өсөн тәғәйенләнгән прибор. Микрообъекттарҙың формаһын, үлсәмдәрен, структураһын һ.б. үҙенсәлектәрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Тәғәйенләнеше б‑са — биол., металлография, поляризацион, үлсәгес,...

МИКРОРОБОТОТЕХНИКА

МИКРОРОБОТОТЕХНИКА, фән һәм техниканың микророботтар конБструкцияларын тикшереү, улар м‑н идара итеү өсөн ярҙамсы технологик ҡорамалдарҙы, ҡоролмаларҙы һәм алгоритмдарҙы уйлап табыу б‑са йүнәлеше. Микророботтарға үлсәмдәре (оҙонлоғо, бейеклеге, киңлеге) 1 см кәмерәк булған йәки хәрәкәт итеү һәм манипуляциялар...

МИКРОПРОЦЕССОР

МИКРОПРОЦЕССОР, бер йәки бер нисә ҙур интеграль схема рәүешендәге үҙ аллы йәки электрон хисаплау машинаһы составына ингән мәғлүмәт эшкәртеү һәм тапшырыу ҡоролмаһы. Универсаль һәм махсуслаштырылған, схема һәм микропрограмма м‑н идара ителгән, секциялы һәм бер кристаллы М. айыралар. Арифметик һәм логик...

МИКРООРГАНИЗМДАР

МИКРООРГАНИЗМДАР, м и к р о б т а р, микроскоп аҫтында ғына күреп булған бик бәләкәй, башлыса бер күҙәнәкле организмдар. Бөтә экологик мөхиттәрҙә, ш. иҫ. башҡа организмдар үҫешә алмағандарында ла, йәшәйҙәр. М. араһында прокариоттар (актиномицеттар, бактериялар, зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтар, микоплазмалар)...

МИКРОБИОЛОГИЯ СӘНӘҒӘТЕ

МИКРОБИОЛОГИЯ СӘНӘҒӘТЕ, етештереү процестары нефть углеводородтарынан һәм газдан, ағас гидролизаттарынан, үҫемлек ҡалдыҡтарынан һ.б. алынған продукттарҙың микробиологик синтезына нигеҙләнгән сәнәғәт. Аминокислоталар, ферментлы препараттар (ҡара: Ферменттар), медицина өсөн тәғәйенләнмәгән антибиотиктар,...

МИКРОБИОЛОГИЯ

МИКРОБИОЛОГИЯ (микро... һәм биология), микроорганизмдар т‑дағы фән. Микроорганизмдарҙың систематикаһын, морфологияһын, физиологияһын, биохимияһын, нәҫелдән бирелеүсәнлеген һәм үҙгәреүсәнлеген, таралыуын һәм тәбиғәттәге матдәләр әйләнешендәге ролен, практик әһәмиәтен өйрәнә. Дөйөм, айырым (микроорганизмдарҙың...

МИКРОАШЛАМАЛАР

МИКРОАШЛАМАЛАР, составына үҫемлектәрҙең нормаль үҫеше өсөн мотлаҡ булған микроэлементтар ингән ашламалар. Борлы (борнодатолит, бор‑магний һ.б.), кобальтлы (кобальт сульфаты һәм хлориды һ.б.), марганецлы (марганецланған суперфосфат, марганец сульфаты һ.б.), баҡырлы (баҡыр купоросы, пирит көйҙөрмәләре...

МИКРО...

МИКРО... (гр. mikrојs — бәләкәй), ҡушма һүҙҙәрҙең нимәнең дә булһа бәләкәй күләмле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., микробиология, микроскоп). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

МИКОЛОГИЯ

МИКОЛОГИЯ (гр. myјkеs — бәшмәк һәм ...логия), бәшмәктәр т‑дағы фән, ботаника бүлеге. Бәшмәктәрҙең систематикаһын, төҙөлөшөн (анатомия, морфология һ.б.), үҫешен, физиол., генетик һәм биохимик үҙенсәлектәрен, уларҙың таралыуын һәм тәбиғәттәге ролен, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең организмына...

МИҘИӘК МӘҘРӘСӘҺЕ

МИҘИӘК МӘҘРӘСӘҺЕ, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Миҙиәк а. урынлашҡан була. 1860 й. биш ваҡытлы мәсет эргәһендә мәктәп булараҡ асыла, 1883 й. дек. алып мәҙрәсә. Нигеҙ һалыусы — Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев. Ырымбур мосолман диниә назараты, 1874 й. башлап Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Шәхси иғәнәләр...

МИҘӘТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

МИҘӘТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Майғаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 63 км алыҫлыҡта Оло Ыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 269 кеше; 1959 — 456; 1989 — 280; 2002 — 263; 2010 — 192 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...

МИҘӘТ МИНДИЙӘРОВ

МИҘӘТ МИНДИЙӘРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Дыуан улусы Миҙәт а. (хәҙ. БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Яңыбай а.) башҡорто. 1774 й. 3 һәм 5 июнендә М.М. отряды Салауат Юлаев ғәскәре составында Себер даруғаһының Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа. янында И.И.Михельсон...

МИҘАЛ ЭШЛӘҮ СӘНҒӘТЕ

МИҘАЛ ЭШЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, тәңкәләр һәм миҙалдар эшләү. Б.э.т. 8—7 бб. Лидияла һәм Боронғо Грецияла тәңкәләр яһай башлағандан һуң барлыҡҡа килә; 14—15 бб. Италияла мөһим ваҡиғаға йәки шәхескә арналған рельефлы биҙәкле һәм яҙыулы түңәрәк металл рәүешендәге бүләк итеп һәм иҫтәлеккә бирелә торған билдә — миҙал...

МИДЗЯЕВА Галина Ивановна

МИДЗЯЕВА Галина Ивановна (8.10. 1941, Һарытау ҡ.), актриса. РФ‑тың халыҡ (1995), РСФСР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Һарытау театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; С.И.Бржевский курсы) Сызрань драма театры, 1965—2012 йй. БР‑ҙың Урыҫ драма театры (Өфө) актрисаһы, бер...

МИГУНОВ Дмитрий Андреевич

МИГУНОВ Дмитрий Андреевич (21.11.1992, Өфө), спортсы. Шорт- трек б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2014), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2015). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.К.Кяк, А.И.Максимов). Дөйөм зачётта 500 м дистанцияла Донъя кубогын (2015—16) яулаусы, Европа (2014—15)...

МИГРЕНЬ

МИГРЕНЬ, г е м и к р а н и я, ғәҙәттә, баштың ярты яғының ауыртыуы, өйәнәк. Ауралы М. (ассоциатив), йәғни өйәнәккә тиклем фокаль неврологик симптомдар комплексы күҙәтелә, һәм аураһыҙ М. (ябай) айырыла. Церебраль активлаштырыу механизмдары һәм баш мейеһе тамырҙарының киҫкен киңәйеүе, мейегә ҡан үтеүенең...

МИӘШӘГӘР, һаҙлыҡ

МИӘШӘГӘР, Әй й. басс. һаҙлыҡ. Салауат р‑ны Миәшәгәр а. эргәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 227 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,09 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1697 мең м3. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Дарыулы ҡырҡъяпраҡ, ерек ҡураһы, зәһәр лютик, ҡарағат, Лобель аҡһырғағы, муйыл, тал, һаҙ...

МИӘШӘГӘР, Салауат р‑нындағы ауыл

МИӘШӘГӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 39 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 792 кеше; 1920 — 841; 1939 — 879; 1959 — 780; 1989 — 585; 2002 — 605; 2010 — 534 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

МИӘКӘТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

МИӘКӘТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай‑Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 631 кеше; 1920 — 895; 1939 — 988; 1959 — 924; 1989 — 681; 2002 — 745; 2010 — 675 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...