Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘЙЕТБАТТАЛОВ Ғәлей Ғәлей улы

СӘЙЕТБАТТАЛОВ Ғәлей Ғәлей улы [17.12.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәйетҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 31.7.2010, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1969), проф. (1971). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988),...

СӘЙЕТБАТТАЛОВ Әнүәр Ғабдулла улы

СӘЙЕТБАТТАЛОВ Әнүәр Ғабдулла улы [1.1.1886, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Муллаҡай а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) – 24.4.1988, шунда уҡ], дин әһеле. Ғ.Сәидиҙең улы. 1914–24 йй. (өҙөклөктәр м‑н) мәсеттә имам‑хатип һәм үҙе уҡып сыҡҡан Муллаҡай мәҙрәсәһенең мөҙәрисе. Аҡмулла, Ш.Бабич, З.Х.Рәсүлев, Ғ.Туҡай һ.б. м‑н...

СӘЙЕТБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

СӘЙЕТБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 89 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 524 кеше; 1920 – 682; 1939 – 570; 1959 – 397; 1989 – 339; 2002 – 335; 2010 – 282 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СӘЙЕТБАЙ ӘЛКӘЛИН

СӘЙЕТБАЙ ӘЛКӘЛИН (?–16.5. 1740, Өфө провинцияһы Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735–40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. яҙында Килмәк Нурышев, Көҫәп Солтанғолов һәм Рысай Иғембәтов м‑н берлектә Нуғай даруғаһы һәм...

СӘЙЕТБАБА, Ғафури р‑нындағы ауыл

СӘЙЕТБАБА, М ы р ҙ а ҡ а й, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 57 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Мәндем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1092 кеше; 1920 – 1798; 1939 – 1960; 1959 –__1938; 1989 – 1396; 2002 – 1543; 2010 – 1452 кеше. Башҡорттар...

СӘЙЕТБАБА УРТА МӘКТӘБЕ.

СӘЙЕТБАБА УРТА МӘКТӘБЕ, Ғафури р‑нында урынлашҡан. 1906 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1929 й. – башланғыс мәктәп, 1932 й. – колхоз йәштәре мәктәбе, 1937 й. хәҙ. статусын ала, 1969 й. – Ж.Кейекбаев ис. С.у.м. Ҡаранйылға а. филиалы бар. Компьютер класы, тамаша һәм спорт залдары,...

СӘЙЕТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

СӘЙЕТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 23 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 231 кеше; 1989 – 267; 2002 – 341; 2010 – 377 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт...

СӘЙЕТ‑КӨРЙӘ, Борай р‑нындағы ауыл

СӘЙЕТ‑КӨРЙӘ, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 40 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 108 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 709 кеше; 1920 – 883; 1939 – 708; 1959 – 150; 1989 – 314; 2002 – 208; 2010 – 137 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СӘЙЕТ ХӘЙӘЛИН

СӘЙЕТ ХӘЙӘЛИН, С ә й е т Х ә л ә л и н (яҡынса 1695 – ?), сауҙагәр. Ҡазан өйәҙенең Сабы а. (Байҙар Сабы) татары. 1735 й. сент. алып Башҡорт эштәре комиссияһында тәржемәсе булып хеҙмәт иткән. Башҡорт ихтилалдары (1735–40) ваҡытында хөкүмәт отрядтары составында баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәрҙә тылмас...

СӘЙЕТ ЙӘҒӘФӘРОВ

СӘЙЕТ ЙӘҒӘФӘРОВ, башҡорт ихтилалы (1681–84) етәксеһе. Башҡ. старшинаһы, мулла. 1681 й. июненән Ҡазан даруғаһы, Нуғай даруғаһы, Уҫы даруғаһы, Себер даруғаһы терр‑яһында ихтилалға әҙерлек б‑са агитацион эшмәкәрлек алып бара. 1682 й. апр. алып баш күтәреүселәрҙең Кама аръяғы ҡәлғәләренә (ҡара: Кама аръяғы...

СӘЙЕТ БИҪТӘҺЕ

СӘЙЕТ БИҪТӘҺЕ, Ҡ а р ғ а л ы б и ҫ т ә һ е, С ә й е т п о с а д ы, 1744 й. И.И.Неплюев инициативаһы м‑н Ырымбур провинцияһының Ҡарғалы а. нигеҙ һалына. Сәйет Хәйәлиндең исеме м‑н аталған. Биҫтәгә сауҙа м‑н шөғөлләнеүсе 176 татар ғаиләһе (уларға көнсығыш илдәр м‑н сауҙа итеү бурысы ҡуйыла) урынлаша....

СӘЙҒӘФӘР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

СӘЙҒӘФӘР, К о м с о м о л, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 28 км һәм Сибай т. юл ст. 69 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 28 кеше; 1959 – 184; 1989 – 597; 2002 – 663; 2010 – 630 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

СӘЙӘХОВ Фәһим Лотфрахман улы

СӘЙӘХОВ Фәһим Лотфрахман улы [20.11.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Суйынсы а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) – 20.11.2003, Өфө], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1970), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). Фән.Л.Сәйәховтың ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан...

СӘЙӘХОВ Фәнил Лотфрахман улы

СӘЙӘХОВ Фәнил Лотфрахман улы (5.3.1934, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Яҫҡайын а. – 20.11.2002, Өфө), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), физика‑матем. ф. д‑ры (1985), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990). Фәһ.Л.Сәйәховтың...

СӘЙӘХӘТНАМӘ

СӘЙӘХӘТНАМӘ (ғәр.), с ә й ә х ә т, ю л ъ я ҙ м а л а р, нигеҙендә сәйәхәтсенең күҙәтеүҙәре, кисерештәре, уйланыуҙары ятҡан әҙәби жанр, әҫәр. Урал‑Волга буйы төрки телендәге тәүге С. изге урындарға хаж ҡылыуҙы һүрәтләй. Мортаза‑Ғәли ибне Ҡотлоғоштоң 1703 й. Ғәрәбстанға, Мөхәммәт‑Әмин Ғүмәр улының 1783...

СӘЙӘСИ ҺӨРГӨН

СӘЙӘСИ ҺӨРГӨН, сәйәси енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән йәки шик аҫтына алынған кешеләрҙе билдәле бер урында йәшәргә мәжбүр итеп язалау сараһы. Рәсәйҙә 16 б. алып ҡулланылған, 19 б. – 20 б. башында киң таралған. Суд йәки адм. тәртиптә билдәләнгән. Һөргөнгә ебәрелеүселәр араһында күсерелгәндәр һәм репрессияға...

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯЛАР

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯЛАР, С т а л и н р е п р е с с и я л а р ы, 1930 йй. –50‑се йй. башында СССР‑ҙа айырым граждандарҙы, соц. төркөмдәрҙе, синыфтарҙы һәм халыҡтарҙы сәйәси енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп үткәрелгән; дәүләт органдары тарафынан тормошҡа ашырылған. Коллективлаштырыу осоронда башланған. Башҡортостанда...

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯ ҠОРБАНДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯ ҠОРБАНДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, репрессияға дусар ителеп, артабан исеме аҡланған граждандарҙың һәм уларҙың туғандарының хоҡуҡтарын, дәрәжәһен һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн булдырылған БР йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. апр. ойошторола. Рәсәйҙең законһыҙ сәйәси репрессия ҡорбандары...

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР

СӘЙӘСИ ПАРТИЯЛАР, граждандарға йәмғиәттең сәйәси тормошонда ҡатнашыу һәм дәүләттең сәйәси курсын билдәләү мөмкинлеге биргән йәмәғәт берекмәләре. С.п. үҙ ағзаларының һәм партияның ҡараштарын яҡлаусыларҙың сәйәси ихтыярын сағылдыра, сәйәси акцияларҙа, һайлауҙарҙа, референдумдарҙа, дәүләт власы һәм урындағы...