Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы

ҠОҘАЯРОВ Георгий Шакир улы [24.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Абдулла а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 17.2.2015, Өфө ҡ.], инженер‑иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1970). Мәскәү транспорт‑иҡтисад институтын тамамлаған (1953). 1960 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм...

ҠОҘАШ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠОҘАШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Учалы т. юл ст. 29 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 423 кеше; 1920 – 547; 1939 – 376; 1959 – 351; 1989 – 327; 2002 – 366; 2010 – 377 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар...

ҠОҘАШ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠОҘАШ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1021 кеше; 1920 – 1074; 1939 – 851; 1959 – 705; 1989 – 421; 2002 – 456; 2010 – 409 кеше. Башҡорттар...

ҠОҘАШ РАХМАНҒОЛОВ

ҠОҘАШ РАХМАНҒОЛОВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорто. Ҡошсо улусы старшинаһы, мулла, 1739 й. алып Себер даруғаһының баш старшинаһы. Ихтилал барышында баш күтәреүселәргә, ғәйебен танырға тәҡдим итеп, хаттар ебәрә. 1737 й. ғин. ихтилал башлыҡтары...

ҠОҘАЛАУ

ҠОҘАЛАУ, я у с ы л а у, д и м л ә ү, никахлашыуға кәләштең яҡындарынан алдан ризалыҡ алыу йолаһы. Башҡорттарҙа туй йолаларының традицион өлөшө. Ҡайһы бер ырыуҙарға — 8 б. тиклем, ара, аймаҡтарға (ҡара: Ырыу бүленештәре) 20 б. башына тиклем экзогамия хас була, шуға күрә ғәҙәттә кәләште башҡа ауылдан...

ҠОҘАҠАЙ, ауыл, Салауат ҡ. эсендә

ҠОҘАҠАЙ, ауыл, 1956 й. алып Салауат ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡоҙаҡай Ҡолгилдин исеме м‑н аталған. 1795 й. 10 йортта 54 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта – 156 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сана һәм...

ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы

ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Малай а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 1.4.1984, Өфө], ташсы, тимер-бетон конструкциялар монтажлаусы. 1954—83 йй. 3‑сө төҙөлөш тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында эшләй: 1967 й. алып ташсылар бригадиры. “Башнефтегеофизика”, Өфө моторҙар эшләү...

ҠОБЛАН БАТЫР, эпос

ҠОБЛАН БАТЫР, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Башҡорттар араһында киң таралған була, беҙҙең көндәргә тиклем тик бер варианты ғына килеп етә: Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Юлтый а. йәшәгән Сабира Һөйөндөкова 20 б. 20—30‑сы йй. ҡараған яҙманан (һаҡланмаған) эшләгән күсермәһен 1984 й. Ғ.Б.Хөсәйеновҡа...

ҠОБАЙЫР, фольклор жанры

ҠОБАЙЫР, 1) башҡ. фольклорының һәм ауыҙ-тел әҙәбиәтенең поэтик жанры. Беҙҙең көндәргә килеп еткән иң боронғо Ҡ. 14 б. ҡарай. Ҡ. йырауҙар һәм сәсәндәр ижад иткән. Ҡ. шиғыры 7 ижекле була. Строфалар һаны парлы йәки ҡатнаш рифмалы 4‑тән 30‑ға тиклем һәм унан да күберәк юл булырға мөмкин. Ғәҙәттә думбыраға...

ҠОБАҒОШОВА Рәмилә Сөләймән ҡыҙы

ҠОБАҒОШОВА Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (15.12.1957, Күмертау ҡ.), ҡурсаҡ театры актрисаһы. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Башҡ. респ. мәҙәни-ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1977; Ю.С.Вертлиб курсы). 1978 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театры...

ҠОБАҒОШОВ Айрат Миңлеәхмәт улы

ҠОБАҒОШОВ Айрат Миңлеәхмәт улы [1.2.1950, БАССР‑ҙың Күмертау районы Таймаҫ а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 6.9.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], композитор, фольклорсы. Профессор (2013). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан...

ҠОБАҒОШ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠОБАҒОШ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 81 км һәм Уралтау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 622 кеше; 1920 – 740; 1939 – 528; 1959 – 458; 1989 – 392; 2002 – 402; 2010 – 377 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҠОБАҒОШ СӘСӘН

ҠОБАҒОШ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы. Ҡ.с. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Исеме “Ҡобағош сәсән”, “Ҡарас менән Ҡараһаҡал” риүәйәттәрендә, ҡаҙаҡ аҡыны Бисәнбайҙың өләңендә һаҡланған. “Ҡобағош сәсән” риүәйәте б‑са, сәсән 15 б. аҙ. – 16 б. урталарында йәшәгән, бей булған, Ҡарағөлөмбәткә...

ҠОБА КҮБӘЛӘКТӘР

ҠОБА КҮБӘЛӘКТӘР (Pyraliidae), күбәләктәр ғаиләһе. 6 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 110 төрө бар: келәт күбәләге, өй күбәләге, он күбәләге, болон күбәләге, кәбеҫтә ҡобаһы һ.б. Ҡанаттарының ҡоласы 1—3, һирәк 5 см тиклем. Һорғолт көрән, аҡ, йәшкелт көрән, һоро төҫтә. Алғы ҡанаттары...

ҠИТҒА, моноримик форма жанры

ҠИТҒА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең моноримик форма жанры; фәлс. йәки дидактик характерҙағы ҡыҫҡа шиғыр. 1 йәки унан да күберәк бәйеттән тора. Көнсығыш әҙәбиәтендә Ҡ. өлгөләрен Науаи, Низами, Рудаки һ.б. ижад итә. Башҡорт әҙәбиәтендә Ҡ. формаһына 19—20 бб. баштарында Аҡмулла,...

ҠИССА, жанр

ҠИССА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ-Көнбайыш Азия халыҡтарының әҙәбиәте һәм фольклорындағы дастанға яҡын булған эпик жанр. Шиғри йәки шиғрисәсмә формала була. Ғәҙәттә өгөт- нәсихәт рәүешендә ижад ителә. Йөкмәткеһе б‑са тарихи‑героик, мөхәббәтле‑мажаралы һәм дини‑дидактик Ҡ. айырып йөрөтәләр....

ҠИММӘТЛЕ ТИРЕЛЕ ЙӘНЛЕКТӘР

ҠИММӘТЛЕ ТИРЕЛЕ ЙӘНЛЕКТӘР, тиреләре тире изделиелары яһау өсөн ҡулланылған имеҙеүселәр. Йөҙәрләгән төрө билдәле, киң таралғандар. Башҡортостанда Ҡ.т.й. яҡынса 30‑ға яҡын төрө (америка шәшкеһе, йылға ҡондоҙо, ондатра, тейен, һеләүһен, һыуһар, эт‑янут һ.б.) йәшәй, улар кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, бөжәк...

ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР

ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР, эйәһенең йәки күрһәтеүсенең айырым хоҡуҡтары теркәлгән финанс документтары. Ҡ.ҡ. төрҙәре: атамай бирелгән облигациялар, векселдәр, чектар, акциялар, хосусилаштырыу Ҡ.ҡ., депозит һәм һаҡлау сертификаттары, коносаменттар, банк һаҡлау кенәгәләре, закладҡа һалынғандар һ.б. Ғәмәлдә һәм...

ҠӘҺҠӘҺӘ, миф. персонажы

ҠӘҺҠӘҺӘ (фарс. – шарҡылдаҡ, мыҫҡыллап көлөүсе), башҡ. мифологияһында яуыз иблес. “Урал батыр” эпосында Ҡ. – төрлө ҡиәфәткә инә алған йыландар батшаһы. Тәбиғәт афәттәре тыуҙыра алған тылсымлы таяғы була. Улы Зәрҡум м‑н Урал батырҙы үлтермәксе була. Үҙенең батшалығы ҡолатылғандан һуң, Ҡ. Әзрәҡә м‑н берләшә...

ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы

ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы (25.7.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а., – 26.10.1942, Сталинград өлк. Котлубань ҡсб), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Татар коммунистик ун‑тында уҡыған (Ҡазан, 1929—33). 1925—27 йй. Мәсетле улусы ком‑ты секретары,...