Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРА АБЫҘ ҠАЛАСЫҒЫ

ҠАРА АБЫҘ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 4 б. — б.э. 7 б.археологик ҡомартҡыһы. Благовещен ҡ. көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң    ярында урынлашҡан. Ҡара Абыҙ күле исеме м‑н аталған. 1769—70 йй. Н.П.Рычков тарафынан тасуирлана, 1894 й. Ф.Д.Нефёдов, 1928 й. А.В. Шмидт, 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1977 й. В.А.Иванов...

ҠАР ТОТОУ

ҠАР ТОТОУ, тупраҡта дым запасын арттырыу һәм ҡышлаған үҫемлектәрҙе (ужым иген культураларын, күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе һ.б.) һаҡлау өсөн баҫыуҙарҙа ҡар йыйыу. Ҡар м‑н ҡапланған тупраҡ ҡыш көнө ел эрозияһына бирелмәй, аҙыраҡ туңа һәм юғары дым арҡаһында яҙғы елдәрҙең тәьҫиренә яҡшыраҡ ҡаршы тора. Ҡ.т....

ҠАР ТАҘАРТҠЫС

ҠАР ТАҘАРТҠЫС, автомобиль юлдарын, аэродром ҡапламаларын, майҙандарҙы ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу ҡоролмаһы. Һабанлы, щёткалы, фрезерлы (роторлы) Ҡ.т. һәм реактив двигателдәр ағымының йылылыҡ һәм газ‑динамик энергияһы файҙаланылған Ҡ.т. айырыла. Ҡ.т. автомобиль шассиларына йәки махсус шассиларға (мәҫ.,...

ҠАПТЫРМА

ҠАПТЫРМА, ырғаҡлы һәм элмәкле 2—3 таралғынан торған традицион биҙәүес. Ҡайһы ваҡыт сулпы ҡуйылған. Таралғылар тура дүртмөйөш, овал, ромб, япраҡ формаһында, түңәрәк йәки сәскә рәүешендә булған. Ҡ. үҫемлек биҙәктәре (ҡара: Орнамент), ғәрәп яҙмаһы м‑н биҙәлгән, төрлө аҫыл таштарҙан (аҡыҡ, ынйы, фирүзә),...

ҠАПЛАМ АҪТЫНДАҒЫ СӘСЕҮЛЕКТӘР

ҠАПЛАМ АҪТЫНДАҒЫ СӘСЕҮЛЕКТӘР, төп (ҡаплаған) культура м‑н бер үк майҙанда бер йәки күберәк а.х. культураһын сәсеү. Ҡ.а.с. сәсеү майҙанын, тупраҡ дымын һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе маҡсатҡа ярашлыраҡ итеп ҡулланырға, бер участканан 2 тапҡыр уңыш алырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда дым етерлек булған райондарҙа...

ҠАПҠАТАШ, тәбиғәт ҡомартҡыһы

ҠАПҠАТАШ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Лаҡлы а. көнсығышҡа табан 1,3 км алыҫлыҡта Әй й. үҙәненең ҡаялы һул ярында Ыласынташ төбәгендә урынлашҡан. Текә баҫып торған эзбизташ ҡатламынан (ҡалынлығы 2 м яҡын) ғибәрәт аҫҡы өлөшө карст мәмерйәһе емерелеү сәбәпле барлыҡҡа килгән арка (бейеклеге...

ҠАПҠАТАШ, тау

ҠАПҠАТАШ, тау, Баштау һыртының бейеклек б‑са 2‑се түбәһе. Белорет р‑ны Исмаҡай а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1099 м. Түбәһе ҡаялы, таш ҡаласыҡтар бар. Битләүҙәре текә. Ландшафы ҡарағай‑ҡайын һәм ҡарағас урмандарынан тора. Р.Ә.Хәмиҙуллин Тәрж. А.Н.Күсеев...

ҠАПҠАЕВА Илүзә Эрик ҡыҙы

ҠАПҠАЕВА Илүзә Эрик ҡыҙы (31.8.1955, ТАССР‑ҙың Мари‑Һыуыҡһыуы а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2005). Журналистар союзы ағзаһы (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1980). 1985 й. алып “Вечерняя Уфа” гәз.: 1999 й. — бүлек мөдире, 2001 й. — баш мөхәррир урынбаҫары, 2008 й. — 1‑се урынбаҫары...

ҠАПҠАЕВ Ғиниәтулла

ҠАПҠАЕВ Ғиниәтулла (14.9.1856, Пенза губ. Саранск өйәҙе Ғайса а. — 21.3.1930, Өфө), дин әһеле. Ҡәҙимселек яҡлы. Ҡазан губ. Ҡашҡар а. мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң тыуған ауылында имам булып хеҙмәт итә. 1893—1917 йй. — Ырымбур мосолман диниә назараты (Диниә назараты ағзалары эшмәкәрлеген тикшерә һәм эш...

ҠАҢНЫ-ТӨРКӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠАҢНЫ-ТӨРКӘЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаңны-Төркәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1495 кеше; 1920 — 1155; 1939 — 848; 1959 — 616; 1989 — 829; 2002 — 724; 2010 — 878 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠАҢЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠАҢЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡаңлы күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 553 кеше; 1920 — 632; 1939 — 642; 1959 — 506; 1989 — 270; 2002 — 244; 2010 — 208 кеше. Удмурттар йәшәй (2002)....

ҠАҢЛЫ, башҡ. ҡәбиләһе

ҠАҢЛЫ, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: аҡтау‑Ҡ., иҙел‑Ҡ., йөрәктау‑Ҡ., ҡыр‑Ҡ. Тамғалары — . Ҡаңлылар этник яҡтан Арал буйы һәм Урта Азияның бәшнәк-уғыҙ ҡәбиләләренә (ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, төрки ҡәбиләләренә) барып тоташа. “Ҡаңлы” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, ҡырым татарҙарында,...

ҠАНЫҠАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠАНЫҠАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Биҡҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 643 кеше; 1920 — 837; 1939 — 651; 1959 — 454; 1989 — 425; 2002 — 427; 2010 — 360 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠАНҮЛӘН

ҠАНҮЛӘН, к е й ә ү ү л ә н е (Thymus), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияла (тропиктарҙан башҡа) һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Ағас һабаҡлы һырылыусан, күтәрелеүсән, һирәгерәк төҙ ваҡ ҡыуаҡлыҡ, бейеклеге 5—30 см. Япрағы бөтөн, ҡапма‑ҡаршы,...

ҠАНУНИӘТ, хоҡуҡ акттары йыйылмаһы

ҠАНУНИӘТ, ошо дәүләттә эш итеүсе йәки ижт. мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер өлкәһен көйләүсе норматив хоҡуҡ акттары йыйылмаһы (енәйәт, гражданлыҡ, ғаилә, хеҙмәт һ.б.). БР‑ҙың норматив хоҡуҡ акттары системаһына түбәндәгеләр инә: БР Конституцияһы, БР закондары, Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары,...

ҠАНСЫРА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ҠАНСЫРА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Шәбағыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 18 км һәм Күмертау т. юл ст. 3 км алыҫлыҡта Күксар й. (Мәләүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 231; 1939 — 180; 1959 — 219; 1989 — 158; 2002 — 188; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠАНСУРИН Хәбибулла Баймырҙа улы

ҠАНСУРИН Хәбибулла Баймырҙа улы (1808—?), кантон башлығы, сотник (1857). Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Баймырҙа а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) башҡорто. Хиуа походында (1839—40), Силәбе өйәҙендә 1843 й. дәүләт крәҫтиәндәре ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1833 й. алып йорт старшинаһы, 1842 й. — 7‑се башҡ. кантоны...

ҠАНСАҠ, һырт

ҠАНСАҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Мәләүез р‑ндары буйлап Үрек һәм Нөгөш йй. киңлек ағымы араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км яҡын, үҙәк — 6 км, көньяҡ — 7 км тирәһе. Абс. бейеклеге 726 м (Аҡҡыр тауы), 15‑кә яҡын түбәһе (Аҡҡолаҡ,...

ҠАНКҮЛ, һаҙлыҡ

ҠАНКҮЛ, Инйәр й. басс. һаҙлыҡ. Архангел р‑ны Үрге Ырныҡшы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 414 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,2 м, иң ҡалыны — 2,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, ат ҡуҙғалағы, ҡаҙ үләне, ҡара ерек, көньяҡ ҡамышы, күрәндәр, мурт эт муйылы,...

ҠАНДРАКҮЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ҠАНДРАКҮЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ҡандракүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1048 кеше; 1920 — 1253; 1939 — 915; 1959 — 774; 1989 — 527; 2002 — 488; 2010 — 547 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....