Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич (1.6.1930, Владикавказ ҡ. — 6.12.1989, Учалы ҡ.), тау инженер‑технологы. Техник фәндәр кандидаты (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған металлургы (1987), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), СССР төҫлө металлургияһының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1986). Төньяҡ Кавказ тау металлургияһы...

БЕЛЯВЦЕВ Степан Абрамович

БЕЛЯВЦЕВ Степан Абрамович (30.12.1892, Дон ғәскәре өлкәһе Белявцев утары — 31.3.1946, Өфө ҡ.), микробиолог. Медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935). Кубань медицина институтын тамамлағандан һуң (Краснодар ҡ., 1923) Краснодар, Хабаровск ҡҡ. эшләй. 1933 й. алып Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау халыҡ...

БЕЛЬФЛЁР БАШКИРСКИЙ, алмағас сорты

БЕЛЬФЛЁР БАШКИРСКИЙ, алмағас сорты. 1991 й. Р.И.Болотина, Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов, М.Т.Гак (БНИИЗиС) тарафынан Башкирский красавец һәм Бельфлёр‑китайка сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса ҡуйылыҡта булған киң йомро сатырлы, уртаса бейеклектәге ағас. Ботағы йыуан, олонға ҡарата тура...

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты

БЕЛЬСКИЙ, могар сорты. 1978 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин (БНИИСХ) тарафынан Уфимский сортынан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,2 м тиклем, 8—10 быуынлы, ҡыуағы төҙ. Япраҡлылығы 65%‑ҡа тиклем. Япрағының оҙонлоғо 25—45 см. Сәскәлеге 9—16 см оҙонлоҡтағы орсоҡ...

БЕЛЬСКИЙ, Мебельный, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БЕЛЬСКИЙ, Мебельный, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 345 кеше; 1989 — 1053; 2002 — 1071; 2010 — 1144 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта һәм балалар муз. мәктәптәре,...

БЕЛЬСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

БЕЛЬСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 144 кеше; 1959 — 356; 1989 — 423; 2002 — 345; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. 1932 й....

БЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/ с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 675 кеше; 1989 — 524; 2002 — 496; 2010 — 407 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

БЕЛЬСКИЙ Юрий Андреевич

БЕЛЬСКИЙ Юрий Андреевич (15.7.1927, Өфө — 6.2.2002, шунда уҡ), кинорежиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1992). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑ты эргәһендәге Квалификация күтәреү юғары курстарын тамамлаған (Мәскәү, 1989; Б.Н.Нащёкин...

БЕЛЬСКИЙ Иван Фёдорович

БЕЛЬСКИЙ Иван Фёдорович (22.9.1923, Өфө ҡ. — 8.12.1978, Мәскәү ҡ.), химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1964), профессор (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1954) СССР ФА‑ның Н.Д.Зелинский исемендәге Органик химия институтында (Мәскәү ҡ.), 1967 й. алып Иркутск органик химия...

БЕЛЫЙ КАМЕНЬ, Ғафури р-нындағы ауыл

БЕЛЫЙ КАМЕНЬ, Ғафури р-нындағы ауыл, Красноусол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 11 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.-Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 2010 й. — 118 кеше. 2007 й. барлыҡҡа килә (20 б. 50-се йй. алып ауыл урынында “Красноусол” курортының ярҙамсы хужалығы була). Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

БЕЛОУСОВКА, ауыл

БЕЛОУСОВКА, ауыл, 2002 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эсенә инә. Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына, 1913 й. башлап Добрая Надежда утары булараҡ билдәле. 20‑се йй. алып Белоусов утары, 30‑сы йй. — Белоусовка а. булараҡ теркәлгән. Халҡы: 1920 й. — 56 кеше; 1939 — 123; 1959 — 79; 1989 — 56 кеше. 2002 й. тиклем...

БЕЛОСЕЛЬСКИЙ‑БЕЛОЗЕРСКИЙҘАР

БЕЛОСЕЛЬСКИЙ‑БЕЛОЗЕРСКИЙҘАР, кенәздәр, ер һәм завод хужалары. Билдәлеләре: Александр Михайлович Б.‑Б. (12.3.1752 — 29.12.1809, С.‑Петербург), действительный тайный советник (1801), обер‑шенк (1808). Император ФА‑ның почётлы ағзаһы (1809). 1779 й. алып Дрезденда, 1790 й. — Венала, 1792—93 йй. Туринда...

БЕЛОРУСТАР

БЕЛОРУСТАР (үҙ атамаһы беларустар), халыҡ, Белоруссияның төп халҡы. Б. һаны 1989 й. Белорус ССР‑ында — 7904,6 мең, РСФСР‑ҙа — 1206,2 мең; 2002 й. РФ‑та — 814,7 мең; 2010 — 521,4 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. Б. һаны 17 меңдән ашыу тәшкил итә; БР‑ҙа 2002 й. — 17,1 мең; 2010 — 11,7 мең кеше. Айырыуса Иглин...

БЕЛОРУС‑АЛЕКСАНДРОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл

БЕЛОРУС‑АЛЕКСАНДРОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.- Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Юдаш й. (Эҫем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 133 кеше; 1920 — 273; 1939 — 328; 1959 — 228; 1989 — 133; 2002 — 122; 2010 — 86 кеше....

БЕЛОРУС ТЕЛЕ

БЕЛОРУС ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнс.‑славян төркөмсәһе). Белоруссияның рәсми теле. Шулай уҡ РФ‑та, Украинала, Польшала, Балтик буйы респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 7 млн ашыу кеше (1989). Урыҫ теле һәм украин теленә яҡын. Боронғо урыҫ теленә барып тоташа. Әҙәби Б.т. 14 б. иҫке белорус...

БЕЛОРУCСИЯ

БЕЛОРУCСИЯ, Белоруcь Республикаһы, Көнсығыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 207,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Минск. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 9,5 млн кеше (2009): белорустар (83,7%), урыҫтар һ.б.; 607 башҡорт йәшәй. Рәсми телдәр — белорус теле һәм урыҫ теле. Диндарҙарҙың күпселеге — православие христиандары. БР...

БЕЛОРЕЦКСТРОЙ

“БЕЛОРЕЦКСТРОЙ”, сәнәғәт һәм соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, торлаҡ йорттар төҙөү һәм капиталь ремонт; төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары етештереү пр‑тиеһы. 1958 й. “Магнитострой” тресының 8‑се төҙөлөш контораһы (1939 й. нигеҙләнгән, Белорет ҡ.) базаһында “Белорецкметаллургстрой” тресы...

БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ, ижт.‑сәйәси гәзит

“БЕЛОРЕЦКИЙ РАБОЧИЙ” (“Белорет эшсеһе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Белорет ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1928 й. сент. алып Белорет металлургия з‑ды гәзите (1923—28 йй....

БЕЛОРЕЦКИЙ (Ларионов) Григорий Прокопьевич

БЕЛОРЕЦКИЙ (Ларионов) Григорий Прокопьевич (19.1.1879, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорецкий Завод ҡсб., хәҙ. Белорет ҡ. — 6.3.1913, Рязань губ. Скопин ҡ.), яҙыусы, врач. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1899). Император хәрби‑мед. акад. (С.‑Петербург) уҡыған. Завод эшселәренең ауыҙ‑тел поэзияһын...

БЕЛОРЕТ, ҡала

БЕЛОРЕТ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Белорет р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 250 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 40 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 12,9; 1939 — 39,7; 1959 — 59,3; 1989 — 72,7; 2002 — 71,1; 2010 — 68,8; 2018 — 65,5. Милли составы...