Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠБАҪАР, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

АҠБАҪАР, Таллыя, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Мәтәүбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 505 кеше; 1939 — 520; 1959 — 441; 1989 — 167; 2002 — 131; 2010 —149 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

АҠБАРЫҪ

АҠБАРЫҪ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 523 кеше; 1920 — 658; 1939 — 650; 1959 — 703; 1989 — 496; 2002 — 534; 2010 — 437 кеше. Мариҙар йәшәй...

АҠБАЛЫҠ

АҠБАЛЫҠ (Stenodus leucichthys), алабалыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Каспий диңгеҙе басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см, ауырлығы 20 кг тиклем. Ҡабырғалары аҡ, көмөш төҫлө, тимгелдәре юҡ, тәңкәләре эре. Ауыҙы ҙур, яңаҡ һөйәктәрендә, төрәне һәм телендә ваҡ ҡына тештәре бар. Үткенсе балыҡ. Енси яҡтан 5—7 йылда...

АҠАЙ КҮСЕМОВ

АҠАЙ КҮСЕМОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан. Күсем Түләкәевтең улы. Ҡазан даруғаһының Тамъян, Йәнәй улустарында (керҙәшлек нигеҙендә) йәшәгән. 1735 й. июнендә Өфө ҡ. эргәһендә үткән йыйында Ҡазан даруғаһы башҡорттары делегацияһына етәкселек...

АҠА, йылға

АҠА, йылға, Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) уң ҡушылдығы. Свердловск өлк. Берёзовка а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Көнсығыштан көнбайышҡа табан Свердловск өлк. һәм БР‑ҙың Мәсетле р‑ны терр‑яларынан (Төлгәш һәм Һазбек йй. араһы) аға, Свердловск өлк. Бағыш а. көньяҡҡа борола. Ыйыҡ й. (тамағынан...

АҠ, Тере Танып й. басс. һаҙлыҡ

ТАНЫП, Тере Танып й. басс. һаҙлыҡ. Тәтешле р‑ны Танып а. көнбайыш ситендә урынлашҡан. Тере Танып й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 295,0 га. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, тал, ябай муйыл, йылға ҡыҫыр сәскәһе, кесерткән ҡыңғырау сәскәһе, кәкүкбаш, ҡарамаяпраҡ...

АҠ ШЫРШЫ

АҠ ШЫРШЫ (Abies), ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер А.ш. үҫә. 200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно...

АҠ УМЫРЗАЯ

АҠ УМЫРЗАЯ (Anemone), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А.у. үҫә. Ныҡлы вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Тамыр яны япраҡтары оҙон һапта,...

АҠ ТӨЛКӨ

АҠ ТӨЛКӨ (Alopex lagopus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразия, Төньяҡ Америка тундраһы һәм урман‑тундраһында, Төньяҡ Боҙло океан утрауҙарында таралған. Ҡышын хайуандарҙың күпселек өлөшө урман‑тундраға һәм тайгаға күсә. Төк япмаһының төҫө б‑са А.т. күк (йәйен һәм ҡышын күкһел һоро) һәм аҡ (йәйен...

АҠ ТОРНА

АҠ ТОРНА (Grus leucogeranus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Оя ҡороусы 2 популяцияһы билдәле: Яҡутстандың төньяҡ‑көнсығышында урман-тундрала һәм тундрала, икенсеһе — Көнбайыш Себерҙә; Үҙәк Азияла, Һиндостанда һәм Иранда ҡышлай. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 120—140 см, ауырлығы...

АҠ ТОМБОЙОҠ

АҠ ТОМБОЙОҠ (Nymphaea), томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда пак томбойоҡ үҫә. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге. Япрағының оҙонлоғо 10—30 см, дуға һымаҡ һеңерсәле түңәрәк‑эллиптик...

АҠ СӘСКӘ

АҠ СӘСКӘ (Leucanthemum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ һәм Урта Европаның таулы райондарында таралған. Башҡортостанда ябай А.с. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағының бейеклеге 20—60 см, ғәҙәттә төҙ, ябай, яңғыҙ. Япрағы бөтөн, ситтән киртләсле‑тешле;...

АҠ КӨЛӘПӘРӘ

АҠ КӨЛӘПӘРӘ, шампиньон (Agaricus), пластинкалы бәшмәктәр тәртибенең аҡ көләпәрә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәктәр заты. Яҡынса 70 төрө (БР‑ҙа 5‑тән ашыу төрө) билдәле, киң таралған. Эшләпәһенең диам. 1—25 см, аҡһыл, һирәгерәк һорғолт йәки асыҡ көрән, ярым шар формаһында, итләс, тығыҙ, шыма өҫлө йәки...

АҠ БӘШМӘК

АҠ БӘШМӘК, топош (Boletus edulis), базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Эшләпәһенең диам. 10—20 см (һирәгерәк 30 см), ҡабарынҡы, ҡоро, яланғас йәки бәрхәт һымаҡ, төҫө аҡһылдан ҡараһыу һороға тиклем, аҫҡы яғы тәүҙә аҡ, һуңынан йәшкелт һары....

АҠ БАШЛЫ ҠАҘАҠ ТОҠОМО

АҠ БАШЛЫ ҠАҘАҠ ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. 20 б. 30—40‑сы йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы, Ырымбур һәм Волгоград өлк. хужалыҡтарында урындағы ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ малдарын герефорд тоҡомо м‑н яңыртып ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған. Башҡортостанға 60‑сы йй. бестужев тоҡомо, симменталь тоҡом, ҡара‑сыбар тоҡом...

АҠ ӘНИС

АҠ ӘНИС (Carum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ябай А.ә. үҫә. Күп йәки ике йыллыҡ үлән. Тәүге йылда итләс тамыр һәм тамыр яны япраҡтары розеткаһы барлыҡҡа килә, 2‑се йылына һабаҡ үҫешә. Һабағы...

АҠ АМУР, балыҡ

АҠ АМУР (Ctenopharyngodon idella), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Амур й. урта һәм түбәнге ағымында һәм уның ҡушылдыҡтары Уссури һәм Сунгариҙа, Урта һәм Көньяҡ Ҡытайҙың тигеҙлектәге йылғаларында йәшәй. Оҙонлоғо 122 см тиклем, ауырлығы 32 кг етә, төҫө аҡһыл, тәңкәһе эре. Енси...

АҠ АҠЫҠ, минерал

АҠ АҠЫҠ, микроглобуляр төҙөлөшлө кремний оксиды класы минералы, SiO2•H2O. Составында алюмин, тимер, марганец, магний, калий, натрий һәм органик матдәләр ҡушылмалары була. Төрҙәре: һөттәй, затлы, ябай А.а., гиалит, гидрофан һ.б. Агрегаттары һарҡыу, ҡатлаулы, күҙәнәкле, тупраҡлы, төйөрҙәр. Төҫө аҡ, ҡушылмаларына...

АКШЕНЦЕВ Сергей Васильевич

АКШЕНЦЕВ Сергей Васильевич (24.5.1975, Ишембай ҡ.), спортсы. Ғәмәли янғын спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2006). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры И.В.Барыев). Эстафетала полиция хеҙмәткәрҙәре һәм янғын һүндереүселәр...

АКЦИЯЛАР

АКЦИЯЛАР (нем. Aktie), ҡиммәтле ҡағыҙҙар төрө. Акционерҙар йәмғиәттәре тарафынан сикләнмәгән әйләнеш ваҡыты м‑н сығарыла; хужаларының (акционерҙарҙың) АЙ килеменең өлөшөн дивидендтар рәүешендә алыу, АЙ м‑н идара итеүҙә ҡатнашыу һәм АЙ бөтөрөлгәндә уның милкенең бер өлөшөнә хоҡуғын нығыта. А. исемле...