Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ, бер атомлы С6—С20спирттары. Һыуҙа күбеһенсә эремәй, этил спиртында, эфирҙа яҡшы эрей; тиҙ ҡабына, мол. м. артыу м‑н шартлау ҡурҡынысы кәмей. С—О, О—Н бәйләнештәре өҙөлөү м‑н реакцияларға инә. С.м.с. актив металдар (натрий, калий, магний, алюмин) м‑н бәйләнешкә инеп — тоҙҙар (алкоголяттар),...

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ, нефтехимия сеймалынан алынған, 6‑нан да кәм булмаған углерод атомынан торған алифатик рәттәге синтетик карбон к‑талары. Туйындырылған, күбеһенсә нормаль һәм изо‑төҙөлөшлө, составында ди‑, гидроксиһәм кетокарбон к‑талары һ.б. берләшмә ҡушылмалары булған монокарбон к‑таларының...

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР, резина алыуҙа ҡулланылған эластомерҙар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле С.к. айырыла. С.к. айырым төркөмдәре: һыуҙағы дисперсиялар (латекстар), шыйыҡ (резинаға оҡшаш материалдар барлыҡҡа килтереп ҡатыусы олигомерҙар), тултырылған (тултырғыстар һәм пластификаторҙар...

СИНТЕТИК КАУЧУК ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

СИНТЕТИК КАУЧУК ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып үҫешә. С.к.п. м‑н “Каучук”, “Уфаоргсинтез”, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы (түбән молекуляр каучуктар етештерә), “Синтез‑Каучук” ААЙ (Стәрлетамаҡ ҡ.) пр‑тиелары шөғөлләнә. “Каучук” ЯАЙ — изопрен һәм сополимер...

СИНТЕТИК ЙЫУЫУ САРАЛАРЫ

СИНТЕТИК ЙЫУЫУ САРАЛАРЫ, д е т е р г е н т т а р, төрлө ҡаты матдәләр өҫтөндәге (металдар, быяла, керамика, сүстәр) бысраҡты бөтөрөр өсөн ҡулланылған композициялар; кейем һәм кер йыуыу саралары. Тауар формаһы б‑са — ярмалы, пастаға оҡшаш, шыйыҡ һәм киҫәкле С.й.с.; тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш һәм техник;...

СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, фармакол. активлыҡ күрһәткән һәм дарыуҙар әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән химик берләшмәләр. Органик булмаған һәм органик С.д.б. айырыла. Органик булмаған С.д.б. Д.И.Менделеев периодик системаһы төркөмдәре б‑са классификациялана (мәҫ., водород перекисы С.д.б. VI төркөмөнә ҡарай),...

СИНТЕТИК БУЯУҘАР

СИНТЕТИК БУЯУҘАР, төрлө (күбеһенсә сүсле) материалдарға һәм изделиеларға төҫ биргән органик берләшмәләр. Буяуҙың төҫө молекулала хромофор төркөм булыуына бәйле [эйәртеүле икеләтә бәйләнешле__үҫешкән система һәм уға бәйләнгән электрон донорлы һәм (йәки) электрон акцепторлы төркөмдәр етә]. Хромофор системанан...

СИНТАКСИС

СИНТАКСИС (гр. syјntaxis — теҙелеү, тәртип), 1) конкрет телдәргә хас булған телмәр берәмектәрен булдырыу саралары һәм ҡағиҙәләре; 2) грамматиканың телмәрҙе тыуҙырған процестарын: һөйләм эсендә һүҙҙәрҙең ярашыу һәм килеү тәртибе, ш. уҡ телдең автоном берәмеге һәм фекерҙең текстың өлөшө булараҡ һөйләмдең...

СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ

СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ, метеорологияның макромасштаблы атмосфера процестары үҫешен һәм уларҙың үҙгәреү законлыҡтарын һауа торошон прогнозлау ысулдарын уйлап сығарыу өсөн өйрәнеүсе бүлеге. С.м. һауа массалары һәм атмосфера фронттары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған циклондарҙың һәм антициклондарҙың барлыҡҡа...

СИНОНИМДАР

СИНОНИМДАР (гр. synōnymos — бер исемдәге), мәғәнәләре тулыһынса тап килгән йәки бер‑береһенә бик яҡын булған, бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр. С. мәғәнәһен сағыштырыу өсөн һүҙҙең лексик‑семантик варианты алына; күп мәғәнәле һүҙ бер нисә синонимик рәткә (парадигма) инергә мөмкин. Һәр бер синонимик...

СИНИЦЫН Василий Иванович

СИНИЦЫН Василий Иванович (12.12.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.1971, Новозыбков ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары осоу‑тактика мәктәбен тамамлаған (Липецк ҡ., 1947). 1935 й. алып — БАССР халыҡ...

СИНЕНКО Вера Сергеевна

СИНЕНКО Вера Сергеевна (28.11. 1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Дим разъезы ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә, — 18.2.2007, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1944) 1997 й. тиклем БДУ‑ла эшләгән (1953—54...

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе ҡ. 15 км алыҫлыҡта Синеглазов күленең көньяҡ‑көнбайыш ярында урынлашҡан. С.А.Гатцук һәм Н.К.Минко тарафынан 1906 й. асыла һәм 1908—09 йй. өйрәнелә, 1959 й. В.С.Стоколос тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—15 м, бейеклеге 0,5 м) ҡәберлектәргә...

СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы

СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы (20.8.1942, Ульяновск өлк. Боровко а. — 24.5.1993, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләгән. 1981 й. алып Өфөлә: БДПИ‑ла уҡыта, 1988 й. башлап теоретик физика каф. мөдире....

СИНГАРМОНИЗМ

СИНГАРМОНИЗМ (гр. syјn — бергә һәм harmonía — ярашыу), морфонология күренештәренең береһе, һүҙҙәге һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең бер төрлө яңғырашы. Күберәк агглютинатив телдәргә хас; флектив телдәрҙә һүҙ баҫымы булып, һүҙ компоненттарының бүленмәүен, уларҙың бөтөнлөгөн һәм айырымлығын тәьмин итә. С....

СИНӘҒӘТУЛЛИН Илгиз Мирғәлим улы

СИНӘҒӘТУЛЛИН Илгиз Мирғәлим улы (13.7.1954, Бәләбәй ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 39‑сы урта мәктәптә (Өфө), 1977 й. алып БДПИ‑ла эшләй. 1980 й. башлап БДУ‑ның Бөрө...

СИНАГОГА

СИНАГОГА (гр. synagōgḗ — йыйын), иудаизмда ғибәҙәт йорто, дин һәм община үҙәге. С. Фәләстанда (б.э.т. 4 б.) һәм Мысырҙа (б.э.т. 3 б.) барлыҡҡа килә; һуңынан йәһүд диаспораларында асыла башлай. С. архитектур стилдәре төрлө. Дөйөм һыҙаттары: тура мөйөшлө форма, 3 йәки 5 нефлы, Тәүрат төргәктәре һалынған...

СИМФОНИЯ

СИМФОНИЯ (гр. symphōnía — аһәңлелек), башлыса симфоник оркестр өсөн, ҡағиҙә булараҡ, соната- цикл формаһындағы муз. әҫәр. Ғәҙәттә, 4 өлөштән тора; күберәк йәки аҙыраҡ, хатта бер өлөшлө С. була. Ҡайһы берҙә С. солистар, хор индерелә. Башҡ. музыкаһында С. барлыҡҡа килеүе Р.Ә.Мортазин ижадына бәйле. 1—4‑се...

СИМФОНИК БЕЙЕҮ

СИМФОНИК БЕЙЕҮ, хореография сәнғәтендә сәхнә бейеүе төрө. Симфоник музыка м‑н оҡшашлығы бар, был лирик‑драматик йөкмәткенең ижади дөйөмләштерелеүендә, полифоник структурала, темаларҙың эшкәртелеүендә һәм форма композицияһының үҫешендә асыҡ күренә. Балетта С.б. ваҡиғаларҙың хореографик образын барлыҡҡа...

СИМОНОВА Элеонора Рауфовна

СИМОНОВА Элеонора Рауфовна (19.5.1939, Өфө), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2018). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1964; А.К.Агте класы) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1973 й. алып ӨДСИ‑лә (1998 й. башлап камера‑концертмейстер сәнғәте каф. мөдире)...