Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы

ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы [3.12.1902, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 15.9.1967, Мәскәү], шағир. Дәүләт журналистика ин‑тын (Мәскәү, 1930) тамамлаған. 1927 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: “Эшче” (“Эшсе”) гәз. хеҙм‑ре, 1932 — 33 йй. Дәүләт нәфис әҙәбиәт нәшриәте эргәһендәге СССР...

ЕНИКИ Әмирхан Ниғмәтйән улы

ЕНИКИ (Йәнекәев) Әмирхан Ниғмәтйән улы (17.2.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 16.2.2000, Ҡазан), яҙыусы. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәтте фәнни ойоштороу ин‑тын тамамлаған (Ҡазан,...

ЕНЕШ Виталий

ЕНЕШ Виталий (ысын исеме Григорьев Виталий Григорьевич; 19.10.1941, Сыуаш АССР-ның Братьякасы а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). А.М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1981). 1964 й. Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводында, сода-цемент комбинатында, 1965 й. “Путь...

ЕЛПАТЬЕВСКИЙ Сергей Яковлевич

ЕЛПАТЬЕВСКИЙ Сергей Яковлевич (3.11.1854, Владимир губ. Новосёлка‑Кудрино а. — 9.1.1933, Мәскәү), яҙыусы, публицист. 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ун‑тының мед. ф‑тын тамамлаған (1878). “Себер очерктары” (“Очерки Сибири”; 1893), “Мысыр” (“Египет”; 1911), “Ҡырым очерктары” (“Крымские...

ДУДИН Михаил Александрович

ДУДИН Михаил Александрович (7.11.1916, Кострома губ., Нерехта өйәҙе Клевнево а. — 31.12.1993, С.-Петербург), шағир, тәржемәсе. Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). “Фляга” (1943), “Гвардия юлы” (“Дорога гвардии”; 1944), “Ҡауҙы өсөн ағас” (“Дерево для аиста”; 1980), “Егерменсе быуат тамамлана” (“Заканчивается...

ДОБРОТВОРСКИЙ Пётр Иванович

ДОБРОТВОРСКИЙ Пётр Иванович (3.10.1839, Сембер ҡ. — 17.1.1908, Өфө), яҙыусы. Михайловск артиллерия уч‑щеһын (С.‑Петербург, 1860) тамамлаған. 1861 й. алып Башҡортостанда йәшәй. 1863 й. башлап Бөрө, 1865 й. — Бәләбәй өйәҙҙәрендә мировой аралашсы, 1877—83 йй. Өфө өйәҙендә мировой судья. Матбуғатта башҡ....

ДИМ Баязит

ДИМ Баязит [ысын исеме Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24.1.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыухан а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.10.1945, Өфө], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Яңа авыл” (“Яңы ауыл”; ҡара: “Кызыл таң”) гәз. эшләй. 1929—32 йй. “Ленин юлы” (ҡара: “Туймазинский вестник”)...

ДЕНИСОВ Владимир Владимирович

ДЕНИСОВ Владимир Владимирович (10.4.1953, Свердловск ҡ.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1987). 1994 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1997—99 йй. һәм 2011—13 йй. “Истоки” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары, 1999—2010 йй. “Нефть Башкортостана” гәз. мөхәррире....

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [21.2.1905, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 5.12.1954, Бөрө ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Редакция-нәшриәт ин‑тында (Мәскәү, 1932), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1935—37) уҡыған. 1920 й. Һамар губ. Диңгеҙбай а....

ДӘҮЛӘТБИРҘИНА Тәнзилә Сәлих ҡыҙы

ДӘҮЛӘТБИРҘИНА Тәнзилә Сәлих ҡыҙы [3.8.1964, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Тимер а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны)], шағирә, драматург. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2014). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2006) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми-методик үҙәгендә,...

ДӘМИНЕВ Дим Абдрахман улы

ДӘМИНЕВ Дим Абдрахман улы (19.6.1942, Чкалов өлк. 2-се Зубочистка а. ‒– 23.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), шағир, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы (1982), Журналистар союзы ағзаһы. Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1965— 74 йй. Ырымбур өлк. район һәм өлкә гәз....

ДАНИЛОВ-ЧАЛДУН Максим Николаевич

ДАНИЛОВ-ЧАЛДУН Максим Николаевич [18.1.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Уҫылыбаш а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) – 2.3.1944, Кувшиновка ҡ.], яҙыусы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Томск совет‑партия мәктәбен (1921), ВКП(б) ҮК эргәһендәге партия хеҙм‑ре курстарын (Мәскәү, 1926)...

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж [ысын исеме Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы; 1.4.1890, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Этекәй а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 26.11.1967, Өфө], драматург. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә уҡый (1903–07). 1917 й. алып Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. төрлө ойошма һәм учреждениеларында...

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы (3.3.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Иҫке Хәлекәй а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а. — 27.7.2002, ш. уҡ р‑ндың Стәрлебаш а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет-япон...

ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы

ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы [10.12.1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 18.8.1974, Өфө], яҙыусы, тәржемәсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1971). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡый (1904—...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14.10.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Мәзит а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) “Октябрь байрағы” (ҡара: “Зианчуринские зори”) гәз....

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы

ҒИРФАНОВ Агиш Шәйех улы [14.4.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 8.11.1999, Өфө], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Учалы р‑ны Наурыҙ урта мәктәбендә...

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы [(урыҫса баҫмаларҙа псевдонимы: Анатолий Генатулин) 20.4.1925, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 7.11.2019, шунда уҡ], яҙыусы. БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2010). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). Б.В....

ҒИЛӘЖЕВ Хәким

ҒИЛӘЖЕВ Хәким [Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы; 1.3.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаңны-Төркәй а. (БР-ҙың Бүздәк р-ны) — 14.11.1997, Өфө], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы(1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ғ.Ғ.Ғиләжевтең ағаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед....

ҒИЛӘЖЕВ Мансаф Тажетдин улы

ҒИЛӘЖЕВ Мансаф Тажетдин улы (17.5.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Йомран а.), яҙыусы. БАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1962), Яҙыусылар союзы (1986) ағзаһы. БДУ‑ны (1960), Ленинград юғары партия мәктәбен (1969) тамамлаған. 1960—67 йй. һәм 1969 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар...