Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛАФУЗОВ БУҪТАУ ФАБРИКАҺЫ

АЛАФУЗОВ БУҪТАУ ФАБРИКАҺЫ, 1852 й. Бәләбәй өйәҙе Түбәнге Троицк Заводы а. Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы булараҡ Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: 1852 й. алып Бенардаки, 1870 й. — А.А.Бенкендорф, 1883 й. — И.И.Алафузов, 1894 й. — Алафузов Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы...

АЛАТОРЦЕВА Алевтина Ивановна

АЛАТОРЦЕВА Алевтина Ивановна (7.3.1935, Стәрлетамаҡ ҡ. — 21.8.1993, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1991). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында (Мәскәү) эшләй (1993 й. төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре СССР‑ҙа тарих фәне тарихына арналған. Хеҙм.: Изучение истории СССР...

АЛАТОР, Иглин р‑нындағы ауыл

АЛАТОР, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Тыуыш й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 903 кеше; 1920 — 825; 1939 — 832; 1959 — 583; 1989 — 611; 2002 — 666; 2010 — 718 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

АЛАТАУБАЛА, һырт

АЛАТАУБАЛА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Алатау һырты армыты. Ишембай районы буйлап Үрек й. үрге ағымынан Ҡолғона а. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 548 м ашыу. Алатауайыры һәм Ҡалыуайыры йй. (Еҙем й. бассейны) һыу айырғысы булып...

АЛАТАУ, һырт

АЛАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Белорет райондары буйлап Үрек й. үрге ағымынан Оло Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, көньяҡ өлөшөнөкө 2—3 км, абсолют бейеклеге 845 м. А. — Еҙем һәм...

АЛАТАУ СВИТАҺЫ

АЛАТАУ СВИТАҺЫ, урындағы ташкүмер системаһының стратиграфик бүлексәһе (ҡара: Карбон). Д.В.Наливкин (1926) Алатау тауы районында айырып күрһәтә. Ултырмаларҙың тасуирламаһын А.П.Тяжёва (1940), Г.В.Вахрушев (1951), А.К.Крылова (1958), З.А.Синицина (1974), В.Н.Пазухин (1980) бирә. Ултырмалар төньяҡта Ләмәҙ й....

АЛАТАНА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

АЛАТАНА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 485; 1939 — 461; 1959 — 345; 1989 — 187; 2002 — 132; 2010 — 137 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәҙәниәт...

АЛАСЫҠ

АЛАСЫҠ, башҡорт йәйләүҙәрендәге тура мөйөшлө, 2 йәки 4 яҡлы һөҙәк яҫы ҡыйыҡлы, ер иҙәнле ваҡытлыса торлаҡ. Күсмә А. тура мөйөшлө ҡабыҡ (һирәгерәк кейеҙ) м‑н көпләнгән дүрт ҡыҫандан торған, уларҙың өҫкө остары уртаға бөгөлөп, ҡыйыҡ барлыҡҡа килтергән. Стационар А. стеналарҙың мөйөштәренә һәм стена һыҙығы...

АЛАҠАС ТУРҒАЙҘАР

АЛАҠАС ТУРҒАЙҘАР (Fringillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 140 төрө билдәле. Австралия, Океания, Мадагаскар һәм Яңы Гвинея утрауҙарынан башҡа, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 16 төрө иҫәпләнә. Шыршы турғайы, ҡыҙылтүш, һары турғай, ҡупшы турғай йыл әйләнәһенә...

АЛАҠАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

АЛАҠАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Скворчиха а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Салауат т. юл ст. Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 330 кеше; 1920 — 285; 1939 — 193; 1959 — 236; 1989 — 113; 2002 — 146 ; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кинйәкәй урта...

АЛАКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ

АЛАКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 16—13 бб. ҡарай. Алакүл (Ҡурған өлк.) янындағы ҡәберлек исеме м‑н аталған. Башҡортостанда А.м. ҡомартҡылары Мейәс, Һаҡмар, Урал йй. басс. тупланған (Байыш ҡурғандары, Ивановка ҡурғандары, Йомаҡ торамалары, Таналыҡ, Таулыҡай ҡурғандары, Таулыҡай...

АЛАЙҒЫР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

АЛАЙҒЫР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Төкөн т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 268 кеше; 1920 — 323; 1939 — 502; 1959 — 451; 1989 — 384; 2002 — 611; 2010 — 468 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, участка дауаханаһы,...

АЛАҒУЗ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

АЛАҒУЗ, Ҡабыл, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 82 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 823; 1939 — 793; 1959 — 677; 1989 — 484; 2002 — 521; 2010 — 554 кеше. Башҡорттар...

АЛАБУТА ҺЫМАҠТАР

АЛАБУТА ҺЫМАҠТАР (Chenopodiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 105 заты, 1600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек, башлыса тропик булмаған арид өлкәләрҙә һәм диңгеҙ ярҙары янында таралған. Күп йәки бер йыллыҡ үлән, ҡыуаҡ, бәләкәй ҡыуаҡ, ярым ҡыуаҡ, бәләкәй ярым ҡыуаҡ, һирәк осраҡта бәләкәй ағас. Башҡортостанда...

АЛАБУТА

АЛАБУТА (Chenopodium), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150—200 төрө билдәле, башлыса уртаса бүлкәттең ҡоро һәм ярым ҡоро райондарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Бер һәм ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки йәйенке, бейеклеге 30—200 см тиклем. Япрағының формаһы ромб-йомортҡа...

АЛАБУҒА ҺЫМАҠТАР

АЛАБУҒА ҺЫМАҠТАР, сәнскеле ҡанатлылар (Perciformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 150 ғаиләһе, 6500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда алабуғалар ғаиләһенән 4 төрө (ябай этеш, ябай алабуға, ябай һыла, иҙел һылаһы, йәки береш) һәм оло баштар ғаиләһенән климатҡа яраҡлаштырылған...

АЛАБУҒА ӨЙӘҘЕ

АЛАБУҒА ӨЙӘҘЕ, 1780 й. Вятка наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Вятка провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Вятка губернаһы составында. 19 б. аҙағында төньяҡ‑көнсығышта — Сарапул өйәҙе, көньяҡта — Өфө губернаһы, көньяҡ‑көнбайышта — Ҡазан губернаһы, төньяҡ‑көнбайышта...

АЛАБЕЙӘ, һырт

АЛАБЕЙӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы районы буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан Урал һәм Уй йй. баштары араһында һуҙылған. Оҙонлоғо 11 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 5 км, абсолют бейеклеге 1016 м (Йомро Сусаҡ тауы). Түбәһе яҫы, тар, киңлеге 40‑тан 50 м тиклем. 800 м...

АЛАБАЛЫҠТАР

АЛАБАЛЫҠТАР (Coregonidae), һөмбаш һымаҡтар отрядына ҡараған балыҡтар ғаиләһе. Яҡынса 11 төрө билдәле. Төньяҡ Боҙло океан, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың төньяҡ өлөшө басс. йәшәй. Башҡортостанда 3 төрө климатҡа яраҡлаштырылған: күл сабағы, пелядь, ябай алабалыҡ. Кәүҙәһе ҡабырғаларынан ҡыҫылған, эре тәңкә...

АЛА ҠАҘ

АЛА ҠАҘ (Anser anser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африканың Урта диңгеҙ ярҙарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 75—90 см, ауырлығы 2,1—4,5 кг (һирәк — 6 кг тиклем), ҡанаттарының ҡоласы 150—180 см. Ҡауырһын ҡапламы аҡһыл һоро, ҡорһағы ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй,...