Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы (5.1.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Йомаш а. — 18.3.2020, Мәскәү ҡ., тыуған яғында ерләнгән), иҡтисадсы. Иҡтисад (1992) һәм философия (2011) фәндәре докторы, профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1972). 1976 й. алып (өҙөклөк менән) БДУ‑ла...

БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы

БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы (30.8.1958, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). Ростов ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ‑ла, 1984 й. алып СДПИ‑ла уҡыта. 1994 й. башлап БДУ‑ның Сибай ин‑тында: 1998 й. алып дир. урынбаҫары, 2000 й. — өлкән ғилми...

БАРҠЫЛДАҠТАР, ҡоштар

БАРҠЫЛДАҠТАР (Turdidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 49 заты, 305‑тән ашыу төрө билдәле, поляр өлкәләр һәм Яңы Зеландиянан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 6 затҡа ҡараған 18 төрө бар. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 13—29 см, ауырлығы 130—200 г. Төрҙәрҙең күбеһендә кәүҙәһенең...

БАРИТ, минерал

БАРИТ, ауыр шпат, сульфаттар класы минералы, BaSO4; составында стронций, кальций, ҡурғаш ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка йәки призма рәүешендә. Текстураһы киң, ҡаты бөртөклө, һыҙыҡлы. Төҫө аҡ, һоро, зәңгәрһыу, төҫһөҙ һ.б.; ҡатылығы — 3,0—3,5, тығыҙлығы — 4500 кг/ м3 яҡын. Быяла кеүек...

БАРЗИЛОВИЧ Николай Павлович

БАРЗИЛОВИЧ Николай Павлович (22.3.1912, Рига — 9.5.1976, Мәскәү), цирк артисы (жонглёр), режиссёр. Литва ССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1965), БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1974). Ленинград театр техникумын (1933), ГИТИС‑ты (1947) тамамлаған. 1934 й. башлап төрлө цирк труппаларында эшләй, 1947 й. — Цирк һәм...

БАРҘЫ РАЙОНЫ

БАРҘЫ РАЙОНЫ, Пермь крайының көньяғында урынлашҡан. 1926 й. 4 нояб. Урал өлкәһе терр‑яһында ойошторола, 1938 й. алып Пермь өлк., 2005 й. — Пермь крайы составында. Майҙаны — 2382,3 км2. Адм. үҙәге — Барҙы ауылы. Районда 12 ауыл советы, 65 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 27,8 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар...

БАРДОВКА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

БАРДОВКА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Матвеев а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Һөлөклө күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 505 кеше; 1920 — 673; 1939 — 633; 1959 — 342; 1989 — 334; 2002 — 395; 2010 — 339 кеше. Урыҫтар йәшәй...

БАРДИН Иван Павлович

БАРДИН Иван Павлович (1.11.1883, Һарытау губ. Широкий Уступ а. — 7.1.1960, Мәскәү), инженер-технолог һәм металлург. СССР ФА (1932; 1942—60 йй. вице-президенты), Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА акад. (1946). СССР ФА‑ның Урал филиалы Президиумы рәйесе (1937—57). Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). СССР ФА‑ның Урал комплекслы экспедицияһы...

БАРҒЫҘБАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

БАРҒЫҘБАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 106 км алыҫлыҡта Барғыҙбаш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 175 кеше; 1920 — 216; 1939 — 264; 1959 — 326; 1989 — 150; 2002 — 150; 2010 — 125 кеше. Башҡорттар,...

БАРҒАТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

БАРҒАТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 157 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 140 кеше; 1920 — 255; 1939 — 342; 1959 — 227; 1989 — 123; 2002 — 127; 2010 — 111 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға Бөрө өйәҙендә...

БАРБАРИС

БАРБАРИС (Berberis), барбарис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Америкала таралған. Башҡортостанда ябай Б. үҫә. Япраҡ ҡойоусы, тармаҡлы, һары үҙағаслы 2,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы кире йомортҡа формаһында, осло бысҡы ситле, аҫ...

БАРАХАЕВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл

БАРАХАЕВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 6 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 118 км алыҫлыҡта Асҡын й. (Төй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 243 кеше; 1920 — 284; 1939 — 291; 1959 — 241; 1989 — 94; 2002 — 148; 2010 — 124 кеше. Татарҙар,...

БАРАТАЕВ Иван Михайлович (Бараташвили Иван Мельхиседекович)

БАРАТАЕВ Иван Михайлович (ысын исеме Бараташвили Иван Мельхиседекович; 1739 — 1800 й. һуң), кенәз, дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1797), подполковник (1771). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1754—72 йй. рус армияһында. 1773 й....

БАРАНОВСКИЙ Егор Иванович

БАРАНОВСКИЙ Егор Иванович (1821, Могилёв губ. — 1914, ш. уҡ губ. Выдринка а.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1858). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1840) Сенат департаменттары канцелярияларында, юстиция һәм эске эштәр министрлыҡтары...

БАРАГ Лев Григорьевич

БАРАГ Лев Григорьевич (31.12.1910, Киев — 4.9.1994, Өфө), фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Тарих ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). 2‑се Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1931) Загорск пед. техникумы уҡытыусыһы, “Советская этнография” ж. (“Совет этнографияһы”; Мәскәү) яуаплы...

БАРАБАШ Яков Фёдорович

БАРАБАШ Яков Фёдорович (12.5.1838, Полтава ҡ. — 19.10.1910, Локарно ҡ., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Лозанна ҡ., Швейцария), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан ген. (1906). Дворяндарҙан. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1865). 1858 й. алып рус армияһында. Ростов гренадер, 1861—63 йй. лейб‑гвардия...

БАРАБАНОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

БАРАБАНОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Рабаҡ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 468 кеше; 1920 — 457; 1939 — 470; 1959 — 604; 1989 — 414; 2002 — 405; 2010 — 373 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Балалар...

БАПТИЗМ

БАПТИЗМ (гр. baptizo — сумдырам, һыу м‑н суҡындырам), протестантлыҡтың 17 б. башында Англияла барлыҡҡа килгән йүнәлештәренең береһе. Б. б‑са, кешене сиркәү ҡатнашлығынан тыш Иисус Христосҡа аңлы ышаныу аша ғына ҡотҡарып була. Йүнәлеш дөйөм (улар, Христос барыһының да гонаһын юйған һәм кеше яҙмышы уның...

БАННОВ Геннадий Ефимович

БАННОВ Геннадий Ефимович (28.12.1928, Төмән ҡ. — 16.4.2017, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. проф.‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1951 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы өлкә советы (Сахалин өлк.) рәйесе урынбаҫары, 1953 й. алып Башҡ‑н проф.‑техник...

БАННИКОВ Василий Васильевич

БАННИКОВ Василий Васильевич [1.11.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 12.12.1951, Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. авг. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 8‑се гвардия армияһы 74‑се гвардия уҡсылар див....