Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДВОРКИН Владимир Исаакович

ДВОРКИН Владимир Исаакович (28.10.1954, Октябрьский ҡ.), геофизик. Техник фәндәр докторы (2003). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик...

ДВОРЖЕЦКИЙ Станислав Антонович

ДВОРЖЕЦКИЙ Станислав Антонович (25.3.1859, Вильна губ. Вилейка ҡ. — 16.2.1939, Тәтеш ҡ.), педагог, халыҡ мәғарифын ойоштороусы. Статский советник (1902). Вильна уҡытыусылар ин‑тын тамамлағандан һуң (1880) Ырымбур уҡытыусылар ин‑ты ҡарамағындағы 2 класлы халыҡ уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1886 й. алып 2 класлы...

ДӘШТИ ҠЫПСАҠ

ДӘШТИ ҠЫПСАҠ, Дәшти, Ҡыпсаҡ далаһы, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһенә ингән төрки ҡәбиләләр йәшәгән тарихи-географик өлкәнең 11—15 бб. сығанаҡтарында атап йөрөтөлгән исеме. “Дәшти Ҡыпсаҡ” терминын тәүгеләрҙән булып 11 б. фарсы авторы Насир Хөсрәү Арал буйынан алып Карпатҡа тиклем аралағы далаларға ҡарата...

ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы

ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (5.4.1946, Өфө — 23.1.2006, Мәскәү), рәссам. Мәскәү туҡыу ин‑тын тамамлаған (1971). Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), РФ Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләй. Рәссамдың, нигеҙҙә, абстракт композицияларҙан...

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [21.2.1905, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 5.12.1954, Бөрө ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Редакция-нәшриәт ин‑тында (Мәскәү, 1932), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1935—37) уҡыған. 1920 й. Һамар губ. Диңгеҙбай а....

ДӘҮЛӘТШИН Хәмзә Ғәббәс улы

ДӘҮЛӘТШИН Хәмзә Ғәббәс улы (9.9.1912, Һамар губ. Ташбулат-Күстән а. — 16.7.1999, Ҡаҙағстан, Алматы ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1964), проф. (1965). Ғ.Й. Дәүләтшиндың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлағандан һуң (1937) Үзбәк ССР-ында һәм Мәскәүҙә эшләй. 1949 й. алып ӨНИ‑лә: 1954 й....

ДӘҮЛӘТШИН Фәррәх Дәүләтша улы

ДӘҮЛӘТШИН Фәррәх Дәүләтша улы [31.1. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 12.2.) 1887, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Уртай а., хәҙ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иҫке Уртай а. — 12.1.1956, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Яңы Байыш а.], шағир-импровизатор. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939). 1912—16 йй. “Аҡ шишмә” ҡағыҙ...

ДӘҮЛӘТШИН Ташбулат Мостафа улы

ДӘҮЛӘТШИН Ташбулат Мостафа улы (15.3.1955, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Байыш а.), ҡурайсы. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Сибай пед. колледжын тамамлаған (2002). 1971—74 һәм 1976—99 йй. “Йылайыр” с‑з-техникумында эшләй, 1974—76 йй. “Урғаҙа” мәҙәниәт йорто дир., 1999 й. алып Ғ.Сөләймәнов ис. балалар...

ДӘҮЛӘТШИН Рәшит Әхмәт улы

ДӘҮЛӘТШИН Рәшит Әхмәт улы (10.11.1943, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), ревматолог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), РФ‑тың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1971 й. алып шунда уҡ эшләй: 1982 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — 5‑се эске ағзалар...

ДӘҮЛӘТШИН Рафаэль Әхмәтгәрәй улы

ДӘҮЛӘТШИН Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24.12.1939, БАССР-ҙың Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш а. — 26.10.2016, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1966) Балаҡатай районының Билән, 1968 й. алып Майғаҙы урта мәктәптәре директоры, 1971—72...

ДӘҮЛӘТШИН Мөҙәрис Мөбәрәкйән улы

ДӘҮЛӘТШИН Мөҙәрис Мөбәрәкйән улы (1.9.1939, БАССР-ҙың Кушнаренко р‑ны Илек а.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (2006). Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау инженерҙары ин-тын тамамлағандан һуң (1967) Чимкент өлк. “Восход” дөгө үҫтереү совхозында баш инженер-механик. 1974 й. алып Ташкент өлк. Урта...

ДӘҮЛӘТШИН Ғөбәй Дәүләткирәй улы

ДӘҮЛӘТШИН Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Дәүләткирәй улы (17.12.1893, Һамар губ. Ташбулат-Күстән а., хәҙ. Һамар өлк. Оло Глушица р-ны Таш-Күстән а., — 10.7.1938, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе Донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл профессура тарих-партия ин‑тын...

ДӘҮЛӘТШИН Ғәббәс Йәғәфәр улы

ДӘҮЛӘТШИН Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892 й. сентябре, Һамар губернаһы Ташбулат‑Күстән а., хәҙер Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы Таш-Күстән а., — 7.12.1937, Өфө ҡ.), тел белгесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында — мәҙрәсә (1910), Ленинград көнсығыш институтын (1931) тамамлаған. 1918 й....

ДӘҮЛӘТШИН Вәкил Вәғиз улы

ДӘҮЛӘТШИН Вәкил Вәғиз улы [10.3.1949, БАССР‑ҙың Покровка р‑ны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Благовещен р‑ны)], архитектор. РФ‑тың почётлы архитекторы (2002). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1997). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) “Башкиргражданпроект” ин‑ты (Өфө) архитекторы; 1976 й. алып Түб. Варта ҡ....

ДӘҮЛӘТШИН Әбделғәзиз Абдулла улы

ДӘҮЛӘТШИН Әбделғәзиз Абдулла улы (20.7.1861, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе — 12.5.1920, Петроград), хәрби эшмәкәр. Ген.-майор (1913). Дворяндарҙан. Павловск хәрби уч‑щеһын (1882) һәм С.-Петербургта Сит ил эштәре министрлығының Азия департаменты эргәһендәге көнсығыш телдәре курсын (1890) тамамлаған. 1880 й....

ДӘҮЛӘТШИН Абдулла Сибәғәтулла улы

ДӘҮЛӘТШИН Абдулла Сибәғәтулла улы, Ғабдулла Дәүләт [20.12.1894 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 2.9.1894), Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яңы Казак утары, хәҙ. Яңы Казак ҡсб (Орск ҡ.), — 12.12.1963, Мәскәү], революция хәрәкәте эшмәкәре. РКП(б) ағзаһы (1918). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1930)....

ДӘҮЛӘТША, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ДӘҮЛӘТША, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 275 кеше; 1920 — 448; 1939 — 181; 1959 — 129; 1989 — 113; 2002 — 156; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар...

ДӘҮЛӘТОВ Эдуард Ғазали улы

ДӘҮЛӘТОВ Эдуард Ғазали улы (24.4.1947, Өфө — 10.12.1998, шунда уҡ), биохимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). БДМИ‑ны (1971), БДУ‑ны (1979) тамамлаған. 1974 й. алып БДМИ-ла эшләй: 1995 й. башлап биоорганик һәм клиник химия каф. мөдире,...

ДӘҮЛӘТОВ Фирҙинәт Әғләм улы

ДӘҮЛӘТОВ Фирҙинәт Әғләм улы (3.2.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Яңауыл а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). БР-ҙың атҡ. а.х. хеҙм-ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) БНИИСХ‑ла эшләй: өлкән агроном, 1991—97 йй. һәм 2000 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. башлап лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2004 й....

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы

ДӘҮЛӘТОВ Бәкер Рәхим улы [23.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Әмир а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 31.3.1982, Тажик ССР‑ының Турсунзаде ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем БАССР‑ҙа һәм Тажик ССР‑ында эшләй. 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. окт....