Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӨРЙӘНИ

БӨРЙӘНИ, рифейҙың түбәнге хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1650—1350±50 млн йыл. Ултырмалары йырын һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә архей‑иртә протерозой ҡатламдарында ята, улар өҙөк һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә юрматыни менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар...

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович (14.4.1907, Екатеринбург ҡ. — 14.8.1989, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1965). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1987). Урал тау институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1928). 1936—89 йй. Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геологик...

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна (19.12.1911, Тифлис ҡ. — 11.11.1994, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1949), профессор (1964). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлаған (1934). 1936 й. алып Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми-тикшеренеү...

БОРАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

БОРАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. төньяҡ-көнбайышында Яңауыл, Ҡалтасы һәм Борай р‑ндарында урынлашҡан. Башҡорт көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге көмбәҙ рәүешле 12 ҡалҡыулыҡҡа (Таң, Көнсығыш Боҫтай һ.б.) тура килә. Оҙонлоғо — яҡынса 12 км. Ятыштары көмбәҙле, ҡатламлы, литологик. Аҫҡы карбондың тула һәм...

БОЛОТИН Юрий Александрович

БОЛОТИН Юрий Александрович (11.9.1930, БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ҡсб, БР‑ҙың шул уҡ районы хәҙерге Тирлән а., — 7.8.2002, Сибай ҡ.), тау инженер‑геологы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1978). Ҡаҙаҡ тау-металлургия институтын тамамлағандан һуң (Алма-Ата ҡ., 1959) Әбйәлил геологик эҙләнеүҙәр...

БОКСИТТАР

БОКСИТТАР, башлыса алюмин гидроокисы минералдарынан — гиббсит, бёмит һәм диаспорҙан торған тау тоҡомдары. Ташлы, йомшаҡ, балсыҡҡа оҡшаш Б. айыралар. Структураһы борсаҡлы, гравелитлы һ.б.; текстураһы киң, ҡатламлы. Төҫө ҡуйы ҡыҙыл, көрән, һоро, ҡара, йәшел. Глинозём һәм алюмин алыу өсөн төп мәғдән; флюс,...

БЛОХИН Алексей Александрович

БЛОХИН Алексей Александрович (30.5.1897, Ярославль губернаһы Головин а. — 6.10.1942, Ишембай ҡ.), инженер‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1937), профессор (1937). Мәскәү тау академияһын тамамлағандан һуң (1929) “Уралнефть” тресы Стәрлетамаҡ разведка быраулауы контораһының баш геологы,...

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, тектоник структура

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Протерозой һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Б.у. кристаллы нигеҙ өҫтөнән башлап һәм рифей‑венд ҡатламында Благовещен уйһыулығы һәм Благовещен депрессияһы тура килә, был Б.у. ҡатламдарҙы үтәнән‑үтә...

БИЛӘН

БИЛӘН, рельеф мезоформаһы, һөҙәк үрле тау һыртының йәнәш бейеклектәргә ҡарата еңелсә түбәнәйеүен сағылдыра. Б. ғәҙәттә тәрәнерәк, киҫкен кәүҙәләнгән, текә битләүле артылыштарҙың бер төрө булып тора. Тау һырттарының киң түңәрәк түбәләренә хас. Һырттың ҡапма-ҡаршы битләүҙәрендә урынлашҡан ундуляциялы...

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив, эстетик һәм технологик үҙенсәлектәргә эйә булғанлыҡтан биҙәү‑сәнғәт һәм ювелир әйберҙәре етештереүҙә ҡулланылыусы тау тоҡомдары, минералдар һәм минераль агрегаттар. Специфик үҙенсәлектәре б‑са Б.т. аҫыл таштарға яҡын. Күпселеге үтә күренмәүсән, сағыу төҫлө һәм биҙәкле. Ҡайһы...

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич

БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич (1.6.1930, Владикавказ ҡ. — 6.12.1989, Учалы ҡ.), тау инженер‑технологы. Техник фәндәр кандидаты (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған металлургы (1987), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), СССР төҫлө металлургияһының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1986). Төньяҡ Кавказ тау металлургияһы...

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, өҫкө кембрий алды тау тоҡомдарының урындағы юғары баҫымлы стратиграфик бүлексәһе. Д.Г.Ожиганов Белорет ҡ. районында айырып күрһәтә (1940). А.И.Иванов (1948), Н.Ф.Решетников (1962—66), П.Н.Швецов (1962—76), А.А.Алексеев (1970) тарафынан өйрәнелә. Мәйәрҙәк антиклинорийын...

БЕЛАН Лариса Николаевна

БЕЛАН Лариса Николаевна (7.4.1967, БАССР-ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), географ, геоморфолог. Геогр. ф. канд. (1997), геол.-минералогия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ның геогр. (1989) һәм психология (2008) ф‑ттарын тамамлаған. 1989 й. алып Ағиҙел йылға пароходсылығы инженер-геологы. 1990 й. башлап БДУ‑ла (2005—07 йй....

БЕККЕР Юрий Рафаилович

БЕККЕР Юрий Рафаилович (11.10.1931, Һамар ҡ. — 11.9.2013, Санкт‑Петербург ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1983). ЛДУ‑ны тамамлаған (1954). Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының кембрий алдын өйрәнеү менән бәйле. Таулы Башҡортостан вендында боронғо эдиакар фаунаһын беренсе...

БӘЛӘБӘЙ СВИТАһЫ

БӘЛӘБӘЙ СВИТАһЫ, пермдең урындағы стратиграфик бүлексәһе. М.Э.Ноинский Бәләбәй районы сиктәрендә айырып күрһәтә (1932). Ултырмалар Е.И.Тихвинская (1946), Н.Н.Форш (1951), В.А.Чердынцев (1937), М.А.Юнысов (1980) тарафынан тасуирлана. Б.с. ултырмалары БР‑ҙың төньяғында һәм Урта Кама буйында, үрге өлөшө...

БАШҠОРТ ЯРУСЫ

БАШҠОРТ ЯРУСЫ, карбондың урта бүлегенең түбәнге бүлексәһе. Серпухов ярусында ята, мәскәү ярусы менән ҡаплана. С.В.Семихатова Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының Еҙем һәм Йүрүҙән йй. бассейндарында Үрге Лука ҡасабаһы (Силәбе өлкәһе) янындағы Йүрүҙән й. типик киҫелеше булған һул ярында айырып күрһәтә (1934)....

БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ

БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ, Башҡорт антиклинорийы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҙур ыңғай тектоник структураһы; дизъюнктив боҙоҡлоҡтар менән ҡатмарланған эре структураларҙан торған ҡалҡыулыҡ. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ сиге — төньяҡ киңлектең 56°, көньяҡ-көнсығышы һәм көньяғы — Йылайыр...

БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ

БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал нефтле, газлы провинцияһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). В.Д.Наливкин (1954), Г.П.Ованесов (1962), В.С.Голубев (1967) һ.б. өйрәнә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Уҫы-Ҡалтасы бөгөлөнә ҡарата...

БАРИТ, минерал

БАРИТ, ауыр шпат, сульфаттар класы минералы, BaSO4; составында стронций, кальций, ҡурғаш ҡушылмалары булыуы мөмкин. Кристалдары пластинка йәки призма рәүешендә. Текстураһы киң, ҡаты бөртөклө, һыҙыҡлы. Төҫө аҡ, һоро, зәңгәрһыу, төҫһөҙ һ.б.; ҡатылығы — 3,0—3,5, тығыҙлығы — 4500 кг/ м3 яҡын. Быяла кеүек...

БАЛСЫҠ

БАЛСЫҠ, башлыса балсыҡлы минералдарҙан торған ултырма тау тоҡомо. Б. мөһим үҙенсәлектәре минераль, гранулометрик һәм химик составына бәйле. Б. төп химик компоненттары булып кремний окисы (30—70%), алюмин (10—40%) һәм һыу (5—10%) тора. Минераль составы буйынса — полиминераль һәм мономинераль (каолинитлы,...